Быстров Алексей Петрович

Быстров Алексей Петрович (1 февраль 1899 йыл29 август 1959 йыл) — анатом, гистолог һәм палеонтолог, профессор.

Быстров Алексей Петрович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Старожилов районы[d], Рязань округы[d], Мәскәү өлкәһе
Вафат булған көнө 29 август 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Серафимовка зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө зоолог, палеонтолог, физиолог, анатом, ботаник
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Тонков, Владимир Николаевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Петрович Быстров 1899 йылдың 20 ғинуарында (1 февраль) Рязань губернаһында ауыл дин әһеле һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Белемде үҙ ауылы мәктәбендә ала башлай, һуңынан дини училищены тамамлай. Рязань рухи семинарияһына уҡырға инә, әммә 1918 йылдың яҙында яңы хөкүмәт тарафынан ул таратыла. Урта белем алғандан һуң, Ҡыҙыл армияға мобилизациялана. «Дөрөҫ булмаған» социаль сығышына ҡарамаҫтан, ул Петроградта Хәрби-медицина академияһына (ВМА) уҡырға инеүгә ирешә. Уны тамамлағандан һуң шунда уҡ эшкә ҡала.

Уның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары кеше анатомияһы өлкәһенән яйлап умыртҡалылар палеонтологияһына күсә. Уның байтаҡ мәҡәлләренең булыуы уға 1935 йылда диссертация яҡламайынса медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе алырға мөмкинлек бирә.

1937 йылда Мәскәүгә күсеп килгәс, Палеонтология институтының түбәнге умыртҡалылар бүлегендә эшләй башлай. Ошо хеҙмәт һөҙөмтәһендә И. А. Ефремов менән берлектә Эотриас лабиринтодонтының остеологияһы һәм анатомияһы буйынса монографияһы баҫылып сыға, уның өсөн авторҙар Линнен йәмғиәтенең (Англия) почетлы дипломдары менән бүләкләнә.

1939 йылдың авгусында Ленинградҡа ҡайта, ә 1940 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә «Структура зубов кроссоптеригий и лабиринтодонтов» темаһына диссертация яҡлай. Ошо ваҡыт эсендә Хәрби-диңгеҙ медицина академияһында эшләй, унда нормаль анатомия кафедраһы профессоры итеп һайлана.

Һуғыш ваҡытында, 1941 йылдың 1 декабренә ҡарай төндә, Академияның башҡа хеҙмәткәрҙәре менән бергә Ладога күле боҙо буйлап ҡамауҙа ҡалған Ленинградтан сыға. Уларҙы Кировҡа эвакуациялайҙар, унда хәрби госпиталдә эшләйҙәр. Хатта шул йылдарҙа ла фәнни эшмәкәрлеген туҡтатмай: һуғыш йылдарында 4,5 мең кешенең баш һөйәге тикшерелә. 1943 йылдың февраль айында уға медицина хеҙмәте подполковнигы званиеһы бирелә.

Һуғыш тамамланғандан һуң Ленинградҡа ҡайта һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына күсә, бында ул студенттарға палеонтология курсы уҡый. 1946 йылда уны Бөтә Рәсәй дәүләт палеонтология йәмғиәтенең мөхәррире һәм Умырҡалылар палеонтологияһы йәмғиәте ағзаһы итеп һайлайҙар.

1947 йылда Ленинград дәүләт университетының палеонтология лабораторияһына етәкселек итә. Һуғыштан һуңғы тормош осорона ғилми хеҙмәттәр серияһы хас, улар араһында «Прошлое, настоящее, будущее человека» монографияһы айырым урын биләй, уны яҙыуға ун йылдан ашыу ваҡыт киткән. Ул 1957 йылда, автор ғүмеренең аҙағында донъя күрә. 1959 йылда ул Ленинград дәүләт университетында 1957-58 йылдарҙағы иң яҡшы ғилми эш тип таныла һәм Ғилми Совет премияһына лайыҡ була, Сталин премияһына тәҡдим ителә.

1959 йылдың 29 авгусында вафат була, Ленинградта Серафимовка зыяратында ерләнгән. И. А. Ефремовтың яҡын дуҫы була[2].

Уның тураһында иҫтәлек бер нисә ҡаҙылма хайуандың фәнни атамаларында, шулай уҡ донъя картаһындағы ике географик объектта (Быстров мороно һәм Быстров ҡаяһы) мәңгеләштерелгән. Әммә ғилми берләшмә алдындағы ҡаҙаныштарын иң яҡшы таныу — уның ғилми хеҙмәттәрен өҙлөкһөҙ өҙөмтәләр килтереү.

А. П. Быстров хөрмәтенә бирелгән организмдарҙың латинса исемдәре:

  • Bystrowia Berg, 1955
  • Bystrowianidae Vjuschkov, 1957
  • Bystrowiana Vjuschkov, 1957
  • Bystrowiana permira Vjuschkov, 1957
  • Bystrowiana sinica Young, 1979
  • Bystrowiella Witzmann, Schoch, et Maisch, 2007
  • Bystrowiella schumanni Witzmann, Schoch, et Maisch, 2007
  • Benthosuchus bystrowi Getmanov, 1989
  • Edaphaspis bystrowi Novitskaya
  • Glyptomus bystrowi
  • Kuzbassocrinus cf. bystrowi Yeltyschewa, 1957
  • Melocrinites bystrowi Yeltyschewa, 1957
  • Mesotrypa bystrowi Modzalevskaja, 1953 (Es)
  • Mycobystrovia lepidographia Gouget et Locquin, 1979
  • Panderichthys bystrovi Gross, 1941
  • Psammosteus bystrowi Obruchev, 1965
  • Syringothenia bystrowi Obut, 1953

А. П. Быстров Иван Ефремовтың «Лезвие бритвы» мажаралы романының төп геройы Иван Гириндың прототибы була, был турала автор әҫәрҙең икенсе баҫмаһына баш һүҙҙә үҙе әйтә, һәм шул уҡ авторҙың «Звёздные корабли» романы геройы Шатровтың прототибы.

Библиография

үҙгәртергә

Төп ғилми баҫмалары:

  • Быстров А. П. Опыт реконструкции некоторых представителей Северо-Двинской фауны // Труды Палеозоологического института, Москва-Ленинград, изд. АН СССР, 1935, т. IV, С. 289—299. Рис. 5. Тир. 1000.
  • Быстров А. П. и Ефремов И. А. Benthosuchus sushkini Efr. — лабиринтодонт из эотриаса реки Шарженги // Труды Палеонтологического ин-та, Москва-Ленинград, изд. АН СССР, 1940, т. X, вып.1, С. 1—152. Рис. 90. Тир. 850.

А. П. Быстровтың 1923 йылдан алып кәм тигәндә 1957 йылға тиклем дауам иткән шиғри әҫәрҙәре бик аҙ билдәле. 75-ләп шиғыры, мәҫәлдәре, поэмалары һаҡланған, улар бер ҡасан да баҫылмаған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мыс Быстрова
  • Скала Быстрова
  • Bystrowiana

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә