Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы
Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай (Ержабай) улы (1789—1856) — кантон башлығы, ғəскəр старшинаһы (1846). 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1857)[1][2].
Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Барын-Табын улусы, Кесе Муйнаҡ ауылы |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Санкт-Петербург ҡалаһы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
майор (1817) |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәБуҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы 1789 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Барын-Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Кесе (Малай) Муйнаҡ ауылында тыуған.
1808 йылдың 15 апреленән ябай казак булып хеҙмәт итә башлай, 1810 йылда урядник.
1812 йылғы Ватан һуғышында 18-се башҡорт полкында йөҙ башы (сотнигы). Малороссияны, Варшава герцогствоһын, Силезияны, Австро-Венгрияны, Рейн союзының Германия дәүләттәрен һуғышып үтә. 1813 йылдың авгусында Дрезден ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа, 1814 йылдың мартында Париж ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1816 йылда Степной ҡәлғәһендә йәйге сик һыҙығында хеҙмәттә була.
1815 йылдың 31 мартынан зауряд-хорунжий, 1821 йылдың 15 ноябренән зауряд-сотник, 1822 йылда йорт старшинаһы, 1831 йылдың 28 июленән зауряд-есаул һәм кантон башлығы ярҙамсыһы, 1835 йылдың 25 февраленән хорунжий, 1842 йылдың 30 мартынан сотник.
1832—1856 йылдарҙа 4-се башҡорт кантонының башлығы була. 4-се башҡорт кантонына хәҙерге Учалы районы ауылдарынан башҡа хәҙерге Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат райондарына ҡараған дыуан, әйле, тырнаҡлы, түбәләҫ ырыуҙарының ауылдары ла ингән.
Мөхәмәтйән Буҙыҡаев 1856 йылдың авгусында Александр II тәхеткә ултырыу тантанаһына делегат итеп һайлана. Әлмөхәмәт Ҡыуатов һәм башҡалар менән бергә Санкт-Петербургта Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү буйынса реформа әҙерләүҙә ҡатнаша.
1856 йылда башҡорт делегацияһы составында Рәсәй императоры Александр II-нең тәхеткә ултырыу тантанаһына бара. Әлмөхәмәт Ҡыуатов һ. б. менән бергә Башҡортостанда кантон идара итеү системаһын бөтөрөү реформаһын әҙерләү һәм атҡарыу эшендә ҡатнаша[3].
Тарихи белешмә Иҫке Муйнаҡ һәм Малай-Муйнаҡ, Муйнаҡ (Дауыт) ауылдары XVIII быуаттан уҡ билдәле булған. Малай-Муйнаҡ ауылының икенсе атамаһы — Буранғол. V рәүизгә тиклем төп ауылдан бүленеп сығып, яңы урындарҙа нигеҙләнгән. 1859 йылғы X йәниҫәп буйынса Иҫке Муйнаҡта 88 хужалыҡта 500 кеше, ә Малай-Муйнаҡта 32 хужалыҡта — 200 кеше йәшәгән. Өсөнсө ауыл юҡҡа сыҡҡан. Һәр ауылда тағы ла өсәр керҙәш хужаығы булған. Аҫаба башҡорттар уларға ҡортомға ер бүлгән. Керҙәштәр башҡорт общинаһына ҡортомға алған ере өсөн һәр хужалыҡтан — 10 тин, ҡаҙна һәм община файҙаһына ғәскәри бурыстарын һәм хеҙмәт йөкләмәһен үтәгән.
XIX быуаттың беренсе яртыһында ике ауыл да Троицк өйәҙе 4-се Тау арты кантонының 1-се һәм 2-се йортона ингән. 1864 йылдан улар Туңатар улусына буйһонған. 1919—1930 йылдарҙа ауылдар Тамьян-Ҡатай кантоны составында.
Малай-Муйнаҡта нигеҙ һалыусының улдарының береһе — зауряд-сотник Хисаметдин Муйнаҡов (1781 — 1858) йәшәгән.
Малай-Муйнаҡта ғәскәр старшинаһы (майор) Мөхәмәтйән Буҙыкаев, 1832—1847 йылдарҙа икегә — 4-се Тау арты һәм 4-се Көнбайыш кантондарына бүленгән 4-се Башҡорт кантоны начальнигы йәшәгән. Уның ике улы Омск хәрби училищенда белем алған. Башҡортостанда 1798—1865 йылдарҙағы кантон идаралығы осоронда казактар, мишәрҙәр һәм башҡорттар хәрби-казак ҡатламына күсерелгән, һәм улар таралып ултырған территория кантондарға бүленгән. Башҡорттар, мишәрҙәр Яйыҡ йылғаһы буйлап, Уй йылғаһынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем һәм Ырымбур ҡалаһына еткәнсе, Ырымбур линияһын һаҡлау бурысы торған. Кантоны
Башлыҡтар йәшәгән ауылдар кантондарҙың штаб-фатирына әүерелгән. Кантон эштәрен, урыҫ һәм төрки яҙмаһында, ике писарь яҙып барған. Кантондар халыҡтан йыйылған аҡса менән тәьмин ителгән, кантон чиновниктары йөкләмәләрҙән азат булған. Башлыҡтарҙың ике хәбәрсе-ординарецы, йорт старшинаһының — бер хәбәрсеһе булған.
Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы 1856 йыл аҙағында Санкт-Петербург ҡалаһында вафат булған. [4][5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеге» миҙалы
Ғаиләһе
үҙгәртергәЧиновниктар һәм урядниктарҙың хеҙмәте тураһындағы 1843 йылғы формуляр исемлектә Мөхәмәтйән Буҙыҡаев 53 йәштә тип күрһәтелгән һәм уның ҡатындары Йоғра Иштәнова, Орҡоя Әхмәтова, Сәлихә Төхфәтуллина, 12 йәшлек улы Оморҙаҡ, ҡыҙҙары 12 йәшлек Хәжәр (Хәжирә?), 12 йәшлек Хишбәр, 8 йәшлек Хәҙисә, 8 йәшлек Фиризә, 8 йәшлек Рабиға, 5 йәшлек Йәмилә, 1 йәшлек Шәмсиниса, 2 айлыҡ Өммөгөлсөм теркәлгәндәр.
Хәтер
үҙгәртергәБашҡорт халҡының «Буҙыҡай кантон» йырында һәм Аҡмулланың шиғырҙарында данлана. «Буҙыҡай кантон» йыры Мөхәмәтйән Ярымбай улына бағышланған. Буҙыҡай кантон шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла шиғырында ла атала. Халыҡ кантон башлыҡтарының эшмәкәрлеген баһалаған йырҙар сығарған. Әлеге көнгә тиклем килеп еткән «Буҙыҡай кантон» йыры Буҙыҡаевты яманламай, киреһенсә, уны йәлләй тиергә кәрәк. Тыуған иленән алыҫта — Петербурҙа вафат булып ҡалыуы уның шәхесенең популярлашыуына килтерә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- ИСТОРИЯ БАШКИРСКИХ РОДОВ "АЙЛЕ, ТЫРНАКЛЫ, ТУБАЛЯС", (Сборник документов и материалов), Российская академия наук, Уфимский научный центр, Институт истории, языка и литературы, Шежере, Центр изучения исторического населения Башкортостана. Том 25, Часть 1, стр.297. Уфа-201
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦГИА РБ. Ф. 6. Оп. 2. Д 68.
- Асфандияров А.З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа, 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Буҙыҡай кантон» йыры тураһында
- ОБЩИЕ СВЕДЕНИЯ О БАШКОРТОСТАНЕ. Упоминание о Бузыкаеве.
- [БУЗЫКАЕВ Мухамедьян Ярымбаевич: [Электронный ресурс] //ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКОРТОСТАНА. URL:https://ufa-gid.com/encyclopedia/buzykaev.html. (Дата обращения: 05.04.2017)]
- Генеалогия и архивы. Кантонный начальник Бузыкаев 2021 йыл 9 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Буҙыҡай кантон» йыры тураһында
- ↑ Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Буҙыҡай кантон» йыры тураһында
- ↑ Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ярымбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.