Ҡыуатов Әлмөхәмәт Әхмәт улы
Әлмөхәмәт Әхмәт улы Ҡыуатов (1827—?) — есаул-ротмистр, тел белеме буйынса кандидат (1849).
Әлмөхәмәт Әхмәт улы Ҡыуатов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Үҫәргән улусы, Буранғол ауылы |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
тәжемәсе, кантон башлығы |
Атаһы |
Әхмәт Буранғол улы Ҡыуатов |
Балалары |
Шаһиәхмәт (1838—?), Хужәхмәт (1854—?), Дусмөхәмәт (1860—?), Ҡотломөхәмәт (1861—?) |
Биографияһы
үҙгәртергәҠыуатов Әлмөхәмәт Әхмәт улы 1827 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Буранғол ауылында тыуған. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән.
1849 йылда Ҡазан университетының фәлсәфә факультетын тамамлай, тел белеме буйынса фән кандидатлығы дәрәжәһен ала.
Ырымбур генерал-губернаторы канцелярияһы тәржемәсеһе вазифаһында хеҙмәт итә.
1850—1863 йылдарҙа Әлмөхәмәт Ҡыуатов VII, X, III, XI һәм IV Башҡорт кантондары башлыҡтары ярҙамсыһы, һуңыраҡ кантон башлығы булып хеҙмәт итә.
1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә бронза миҙал менән бүләкләнә.
Кантон башлығы булып хеҙмәт иткән осорҙа Әлмөхәмәт Ҡыуатов донъяуи милли мәктәптәр асылыуына булышлыҡ итә, ошо мәктәптәр өсөн методик әсбаптар сығара. Иң һәләтле уҡыусыларҙы юғарыраҡ уҡыу йорттарына уҡырға ебәрергә тырышҡан.
1867 йылда Ырымбур генерал-губернаторы Н. А. Крыжановский исеменә «Башҡорт халҡының фәҡирлеге сәбәптәре» тигән яҙмаһын тапшыра.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӘлмөхәмәт Ҡыуатовтың улдары: Шаһиәхмәт (1838—?), Хужәхмәт (1854—?), Дусмөхәмәт (1860—?), Ҡотломөхәмәт (1861—?).
Хәтер
үҙгәртергә«Ҡыуатов кантон» («Әлмөхәмәт кантон») тигән башҡорт халыҡ йыры Әлмөхәмәт Ҡыуатовҡа арналған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ. Б. Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан күренекле кешеләр // Ватандаш. — 1997. — № 3. — С. 39. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ильясова А. Й., Әсфәндиәров Ә. З. Ҡыуатовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.