Бутҡа (рус. Бутка) — Рәсәйҙәге йылға, Свердловск өлкәһе биләмәләре буйынса аға. Беляковка йылғаһының уң ярында[2], тамағынан 46 саҡрым алыҫлыҡта, барып ҡоя. Йылғаның оҙонлоғо 32 саҡрым тәшкил итә[3]. Ул Бутҡа тигән күлдән баш ала.

Бутҡа
Ҡайҙа ҡоя Беляковка[d]
Ҡушылдыҡ Бутка[d]
Һыу йыйыу бассейны бассейн Тобола[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 79 метр
Оҙонлоҡ 32 km
Карта

Бутҡаның шул уҡ исемдәге уң ҡушылдығы Новая Деревня ауылы янында тамағынан 5,3 км алыҫлыҡта килеп ҡоя.

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Бутҡа йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар: Зарубина, Красногорка, Упорова, Вихляева, Новая Деревня, Поротникова.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Иртыш һыу бассейны округы, һыу хужалығы участкаһы — Пышма йылғаһы Белоярск һыуһаҡлағысынан тамағына тиклем, Рефт йылғаһын башынан алып Рефт һыуһаҡлағысына тиклем индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010502212111200008195[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Талица районында исеме Бутҡа йылғаһынан алынған Бутка ауылы бар, унда Рәсәйҙең беренсе Президенты Б.Н. Ельцин тыуған, шуға күрә урыҫ телендә «ҡ» өнө юғалған. Был ауыл 1676 йылда Бутҡа йылғаһы буйында Бутка слободаһы (биҫтәһе) булараҡ нигеҙләнгән. Свердловскиҙа тыуып үҫкән, СССР һәм Рәсәй телсе-ғалимы; лексика һәм субстрат топонимика, шулай уҡ этимология, ономастика, фин-уғыр тел ғилеме, телдәр бәйләнеше белгесе Матвеев Александр Константинович фекеренсә, атама төрки сығышлы, башҡорт һәм татар халҡындағы «бутҡа» тигән ризыҡ атамаһынан килеп сыҡҡан; «бутҡа» һүҙе шулай уҡ күсмә мәғәнәлә буталсыҡлыҡ һәм ығы-зығы күренешен аңлата[4].

Урыҫ теленең төмән һөйләшендә «буткать» — гнать рыбу в сети ботами" тигән фараз да бар[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 50—51. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.