Бурылса (ауыл)
Бурылса рус. Бурунча — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Бурылса ауыл советы составындағы ауыл.
Бурылса | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Бурунчинский сельсовет[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Бурунчинский сельсовет[d][1] |
Халыҡ һаны | 436 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462134 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Һаҡмар ҡушылдығы Оло Эйек йылғаһы буйында район үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан туранан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 36 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1791 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенән генерал-лейтенант Мансуров үҙенең бында күсенгән крепостной крәҫтиәндәре өсөн нигеҙ һала. Тәүҙә ауыл генерал исеме менән Александровка тип аталған[3].
1796 йылда Бурылсала 15 йорт-ихата иҫәпләнә, уларҙа 131 кеше йәшәй. 1811 йылдан коллегия асессоры Андрей Иванович Сапожниковтың Богдановка ауылы ла телгә алына башлай. Уныһы Бурылса йылғаһы буйлап һул ярында урынлашҡан һәм 1960-сы йылдарҙа Бурылса ауылы составына ингән. 1901 йылда Бурылсала 118 йорт-ихата һәм 824 кеше иҫәпләнгән, ағас сиркәүле ауыл булған. Совет заманында Бурылсала «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы, ә Богдановкала «Красная Нива» колхозы эшләй[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылға исем биргән Бурылса йылғаһының атамаһы йылҡы малы төҫө — бурылдан алынған. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында гидронимдың килеп сығышын бурыл — урыҫ телендәге чалый — төшөнсәһе менән аңлата. Икенсе бер риүәйәттә, йылғала Бурынса исемле ҡыҙ батып үлгән, гидроним шул фажиғә менән бәйле, тип аңлатыла [5]
Башҡорт теленең 2 томлыҡ һүҙлегендә Бурыл һүҙенең аңлатмаһы: Буҙ менән ҡара ҡатнаш йылҡы төҫө; шул төҫтәге атты ла бурыл тип йөрөтәләр[6].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса бында 449 кеше (урыҫ 93 %) йәшәгән, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса — 436[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ С.М.Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, Издательство С.М.Стрельникова, 1994.
- ↑ Историческая справка .
- ↑ В основе названия реки лежит тюркский корень бурын- (бурыл-) со значением масти лошади «чалый» (светлый цвет шерсти, чёрная грива и хвост), а часть названия -са можно рассматривать как уменьшительно-ласкательный суффикс. Башкирскому Бурунса (Бурунча) в русских говорах соответствует кличка лошадей Чалко,Чалка. Сохранилось такое предание. В прошлом по речке Бурунча кочевали башкиры. В какой-то год во время сильного весеннего разлива в реке утонула башкирская девушка по имени Бурынса. Речку назвали в память о ней — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 176-сы бит
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 176-сы бит
- Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1