«Брянск урманы» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Государственный природный биосферный заповедник «Бря́нский лес» (биосферный резерват Неруссо-Деснянское полесье)) — Брянск өлкәһенең Суземск һәм Трубчев райондары территорияһында урынлашҡан Брянск урмандарындағы ҡурсаулыҡ[1].

«Брянск урманы» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
урыҫ Брянский лес
Нерусса йылғаһы
Нерусса йылғаһы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны121,86 км² 
Уртаса бейеклеге165 м
Нигеҙләнгән ваҡыты14 июль 1987 йыл 
Урынлашыуы
52°30′ с. ш. 34°00′ в. д.HGЯO
РФ субъектыБрянск өлкәһе
Яҡындағы ҡалаТрубчевск 

bryansky-les.ru
Рәсәй
Точка
«Брянск урманы» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
 Брянск урманы Викимилектә
Брянск урманы зубрҙары

Дәүләт ҡурсаулығын булдырыу мәсьәләһе XX быуат урталарында уҡ күтәрелә. 1959 йылда Рәсәй Яҙыусылар союзының «Әҙәбиәт һәм тормош» аҙналығында Иван Дебриндың «Брянск урмандарын һаҡлап ҡалыу» тигән мәҡәләһе баҫыла. Унда ул Трубчевск-Сузема урмандарында һаҡланыусы биләмә булдырырға өндәй[2]. Әммә 25 йыл дауамында был идея тормошҡа ашырылмай. 1983 йылда «Брянский рабочий» гәзитендә Игорь Шпиленоктың «Записки с кордона» тигән очерктары баҫыла башлай. Шпиленоктың очерктары киң резонанс тыуҙыра, уның повесы тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәндән һуң, урындағы етәкселек ҡурсаулыҡ булдырыу идеяһын күтәреп ала[3].

«Брянск урманы» ҡурсаулығы рәсми рәүештә 1987 йылда ойошторола, 10 йыл дауамында уның директоры Игорь Шпиленок була[4].

Бер нисә йылдан һуң был уникаль тәбиғи-территориаль комплекс (Брянск урман ҡурсаулығы, уның буфер зонаһы һәм тәбиғәт ҡомартҡылары һәм тәбиғәт ҡомартҡыларының төбәк селтәре) «Неруссо-Деснянский Полесье» тигән дөйөм атама менән ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара биосфера резерваты статусын ала. Был статус 2001 йылдың 10 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль директоры ҡултамғаһы менән раҫлана[2].

Климаты субконтиненталь. 1991—2005 йылдар осоронда уртаса йыллыҡ температура +6,4 °C тәшкил итә, был төбәктең уртаса йыллыҡ оҙайлы температураһынан 1 °C юғары (+5,4 °C). Ошо уҡ осорҙа иң һыуыҡ айҙың уртаса температураһы 5,4 градус тәшкил иткән, был күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 3 градусҡа юғарыраҡ (-8,4 °C). Йәйҙең уртаса температураһы 17,9 тәшкил иткән, был алдағы осорҙағы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 0,3°C-кә кәмерәк. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме — 550 мм, был норманан 105 мм түбәнерәк.

Хәүефһеҙлек режимы һәм һаҡ зоналары

үҙгәртергә
 

Ҡурсаулыҡтың майҙаны 9654 гектар булған буфер зонаһы бар. Уның эргәһендәге биләмәләрҙә өлкә әһәмиәтендәге дәүләт заказниктары һәм тәбиғәт ҡомартҡылары селтәре булдырылған, уларҙы ҡурсаулыҡ менән берлектә ер менән файҙаланыусылар һаҡлай. Был биләмәләр ҡурсаулыҡтың буфер зоналары участкаларына ҡарай. Бында федераль әһәмиәттәге Клетнянск дәүләт тәбиғәт заказнигы (майҙаны 39100 гектар) һәм түбәндәге биләмәләр инә:

Өлкә әһәмиәтендәге дәүләт заказниктары

Атамаһы Майҙаны, гектарҙа Ойошторолоу йылы
«Трубчевский партизанский лес» 1293 1972
«Деснянско-Жеренский» 2651 1978
«Скрипкинский» 5445 1995
«Будимир Туғайы» 1500 2001

Өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары

Атамаһы Майҙаны, гектарҙа Ойошторолдоу йылы
«Колодезь» 2112 1990
«Неруссо-Севный» 893 1990
«Рыжуха һаҙлығы» 2925 1995
«Княжна» 810 1995
«Будимля» 390 1995
«Горемля» 588 1995
«Максимовский» 295 1995

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Информационно-справочная система ООПТ России. Дата обращения: 8 июнь 2016. Архивировано 2 апрель 2016 года.
  2. 2,0 2,1 Пилютина, Е. Небывалый «Брянский лес». Журнал «Охота» (15 апрель 2022). Дата обращения: 20 июль 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  3. Стецко, Е. Беспокойное хозяйство. Брянский вестник (12 октябрь 1986). Дата обращения: 20 июль 2022. Архивировано 15 апрель 2021 года.
  4. Игорь Шпиленок: "Мы бьёмся за то, что мы любим". Российское географическое общество (14 октябрь 2019). Дата обращения: 20 июль 2022. Архивировано 7 июль 2022 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә