Бродовиков Геннадий Матвеевич
Бродовиков Геннадий Матвеевич (20 сентябрь 1916 йыл — 18 декабрь 1980 йыл) — 1938 йылда Хәсән күле янындағы һәм 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы һуғыштарҙа, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, сержант, Дан орденының тулы кавалеры.
Бродовиков Геннадий Матвеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1916 |
Тыуған урыны | Нерчинский район[d] |
Вафат булған көнө | 18 декабрь 1980 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Новоульяновск[d], Ульяновский район[d], Ульяновск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Хәсән күле алыштары[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГеннадий Матвеевич Бродовиков 1916 йылдың 20 сентябрендә Чита өлкәһенең Нерчинский районы Котельниково ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Урыҫ. Башланғыс белемле. Чита өлкәһенең Холбонский электр станцияһында электромонтер булып эшләй. Бала саҡтан һунарға йөрөй һәм мәргән атырға өйрәнгән була. Ворошилов уҡсыһы. Саңғысы. Снайперҙар һәм шартлатыусылар курсын тамамлай (армияла).
1937 йылдың майында Чита өлкәһенең Шилкин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1938 йылда Хәсән күле янындағы һәм 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы һуғыштарҙа, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша (разведротала снайпер була). 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 50-се армия 362-се уҡсылар дивизияһының 1206-сы уҡсылар полкы пулеметсыһы; 2-се Белорус фронты 70-се армия 330-сы уҡсылар дивизияһы 1111-се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводының отделение командиры була.
1941 йылдың июне — НКВД частарының береһендә разведвзводтың өлкән сержанты. 1941—1942 йылдарҙа ҡамауға эләккән частар составында оккупацияланған Белоруссия территорияһында була. Партизан берләшмәһе диверсия операцияларында ҡатнаша. Ҡыҙыл Армияның команда составының һәм НКВД кешеләренең бәлиғ булмаған балаларын (30-ҙан ашыу кеше) ҡамауҙан сығарыу буйынса махсус операцияла ҡатнаша. Операция барышында һәләк булған командирын алмаштыра һәм балаларҙы фронт линияһы аша сығара. Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә, әммә һуңынан ҡулға алына. Ярты йылдан ашыу тотҡонда тотола. Приговор буйынса НКВД-ның личный составынан сығарыла, өлкән сержанттан рядовойға күсерелә, бөтә наградалары алына (Хәсән күлендәге һәм Халхин-Голдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡанфы өсөн бирелгән «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары, фин һуғышындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн бирелгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены), һәм ул рядовой сифатында фронтҡа ебәрелә. Шәхси хәтирәләре буйынса, Г. М. Бродовиков улын фронт аша сығарғаны өсөн Ҡыҙыл Армияның ҙур хәрби етәкселәренең береһенең юллауы арҡаһында ғына иҫән ҡала. Г. М. Бродовиков хәрби начальниктың фамилияһын атамай (сығанаҡ — Новоульяновск ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы тарафынан яҙып алынған хәтирәләре, мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы).
1946 йылда старшина Г. М. Бродовиков демобилизациялана. Башҡортостанға килә, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәшәй. Артабан Ульяновск өлкәһенең Новоульяновск ҡалаһында йәшәй һәм элекке һөнәре буйынса электрик булып эшләй. Майҙаны 27 кв метр булған фатирҙа цемент заводынан (Ульяновск цемент заводы) бер километр алыҫлыҡта йәшәй. Фотола Геннадий Матвеевич ике Дан ордены менән, сөнки өсөнсө орденын ул юғалта. Фотоһүрәттәре, уның тураһындағы мәҡәлә Новоульяновск ҡаланының 1-се урта мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозицияһына урынлаштырылған.
1980 йылдың 18 декабрендә вафат була. [1].
Батырлығы
үҙгәртергә2-се Белорус фронты 50-се армия 362-се уҡсылар дивизияһы 1206-сы уҡсылар полкы пулеметсыһы сержант Геннадий Бродовиков 1944 йылдың 3 июлендә Белоруссияның Минск өлкәһе Червинский районындағы Чернов һәм Гребенка ауылдары өсөн барған һуғышта ҡул пулеметы менән алты дошман һалдатын атып үлтерә һәм яугирҙар менән бергә унлаған дошманды әсир итеп ала.
Сержант Геннадий Матвеевич Бродовиков СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 июлендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены менән (№ 69060) бүләкләнә.
2-се Белорус фронты 70-се армия 330-сы уҡсылар дивизияһының 1111-се уҡсылар полкы йәйәүле разведка взводының отделение командиры сержант Г. М. Бродовиков 1945 йылдың 6 февраленән 8 февраленә тиклемге осорҙа Польшаның Кроново ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта ятҡан Штонск тораҡ пункты районында ҡамауға эләккән дошман группировкаһын юҡ итеү мәлендә шәхси ҡоралынан һигеҙ дошман һалдатын һәм ике офицерын атып үлтерә һәм ике дошман һалдатын әсир итеп ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 7 мартындағы Указы менән сержант Геннадий Матвеевич Бродовиков немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 13508).
2-се Белорус фронты 49-сы армия 330-сы уҡсылар дивизияһының 1111-се уҡсылар полкының отделение командиры сержант Г. М. Бродовиков разведка төркөмө менән Польшаның Бытув тораҡ пунктынан төньяҡ-көнбайышҡараҡ 20 километрҙа урынлашҡан дошман пунктына үтеп инә, шәхси ҡоралынанике гитлерсыны атып үлтерә һәм ҡиммәтле документтарҙы ҡулына төшөрә. 1945 йылдың 23 мартында ҡурҡыу белмәҫ яугир Польша ҡалаһы Гданскиҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ 10 километрҙа урынлашҡан Глюккау тораҡ пункты районында разведчиктар менән дошман траншеяларына бәреп инә, һигеҙ фашисты юҡ итә, өс гитлерсыны әсиргә ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән сержант Геннадий Матвеевич Бродовиков немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 435). Шулай итеп, Дан орденының тулы кавалеры була.
Бүләктәре
үҙгәртергәДан орденының өс дәрәжәһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бродовиков Геннадий Матвеевич . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимый. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии — Уфа.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://www.liveinternet.ru/users/kakula/post185260309/
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1: А-Б. — 624 с. — ISBN 5-88185-053-X