Брижит Бардо
Брижи́т Анн-Мари́ Бардо́[4][5] (франц. Brigitte Anne-Marie Bardot [bʁi.ʒit baʁ.do]; 28 сентябрь 1934 йыл) — Франция актрисаһы, йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Брижит Бардо | |
франц. Brigitte Bardot | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Һөнәре |
актриса, |
Карьераһы |
1952—1973 |
Наградалары | |
IMDb | |
Брижит Бардо Викимилектә | |
Тәүге тапҡыр 1952 йылда киноға төшә. 1956 йылда «Һәм Алла ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан» тигән фильмдағы роле менән донъяла танылыу яулай. 1950—1960-сы йылдарҙа Европала ул Америкалағы Мэрилин Монро кеүек секс-символға әүерелә. Шоу-бизнестағы 21 йыллыҡ карьераһы барышында 48 фильмда төшә, 80 йыр яҙҙыра, төрлө музыкаль шоуҙарҙа ҡатнаша. 1973 йылда кино карьераһын тамамлағас, Бардо хайуандарҙы яҡлау эшмәкәрлеген башлай. 1990-сы йылдарҙан Францияла иммигранттарҙы, исламды тәнҡитләп, гомосексуалдарҙы һәм раса-ара никахтарҙы ғәйепләп йыш сығыш яһай. Бының һөҙөмтәһендә биш тапҡыр «милләт-ара дошманлыҡ тоҡандырған өсөн» хөкөм ителә.
Биографияһы
үҙгәртергәБрижит Бардо 1934 йылдың 28 сентябрендә Парижда Лотарингия эшҡыуары Луи Бардо менән Анна-Мари Мюсель ғаиләһендә тыуа. Әсәһенең йоғонтоһо аҫтында Бардо һеңлеһе Мари-Жанна (Мижану) менән бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнә. Мижану аныҡ фәндәргә етди ҡыҙыҡһыныу күрһәтә һәм тиҙҙән бейеүҙе ташлай. Ә мәктәптә яҡшы уҡыуы менән айырылып тормаған, әммә тәбиғи һығылмалылыҡ һәм грацияға эйә Брижит бөтә тырышлығын балет карьераһына һалырға була.
1947 йылда Бардо Милли Бейеү академияһына инеү өсөн имтихан тапшыра һәм бик ҡаты һайлап алыу турын үткән һигеҙ кеше араһында ҡабул ителеүселәр иҫәбенә эләгә. Өс йыл буйы ул рус хореографы Борис Князев класында шөғөлләнә.
1949 йылда Бардо модалар күрһәтеүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылды фотоһүрәттәре «Jardin des Modes» («Мода баҡсаһы») журналында баҫыла. 1950 йылда «ELLE» («Ул») журналының 232-се һанының тышлығында сыға һәм йәш режиссёр Роже Вадимдың (Владимир Племянниковтың) иғтибарына салына. Ул ҡыҙҙың фотоларын дуҫы, режиссёр һәм сценарист Марк Аллегреға күрһәтә, Марк Бардоны кинопробаға саҡыра. Кинопробалар Бардо өсөн уңышлы үтә һәм ул роль ала, ләкин фильм төшөрөлмәй ҡала. Әммә пробаға килгән Вадим менән танышыу уның артабанғы тормошона һәм карьераһына хәл иткес йоғонто яһай.
1952 йылда беренсе тапҡыр фильмда (Le Trou Normand) төшә. Шул уҡ йылды, 18 йәшендә, Роже Вадимға кейәүгә сыға. 1952—1956 йылдарҙа 17 фильмда, нигеҙҙә лирик комедияларҙа һәм мелодрамаларҙа төшә, театрҙа Жан Ануйҙың «Замокка саҡырыу» тигән пьесаһы буйынса ҡуйылған постановкала уйнай. 1953 йылда Канн кинофестиваленә бара һәм уға танылыу килә башлай. Бөтә донъяға билдәлелекте уға Роже Вадимдың режиссёрлыҡ дебюты булған «Һәм Алла ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан» (1956) картинаһы бирә. Бардо төп героиняны, бер нисә ир-егет араһында өҙгөләнеүсе ун һигеҙ йәшлек йүгәнһеҙ Жюльет Арди ролен башҡара. Европала фильм тамашасыны шаңҡыта, ҡаты тәнҡит утына тотола, Брижиттың героиняһының холоҡ-ҡылығы һәм актрисаның өҫтәлгә баҫып шәрә бейегәне арҡаһында католик сиркәүенең хөкөмөнә дусар була. Сағыштырмаса консерватив Америкала фильм сенсацияға әйләнә, сөнки әлегәсә бындай оятһыҙ күренештәр Голливуд фильмдарына хас булмаған була. Фильмдың АҠШ-та иҫ киткес популярға әүерелеүе арҡаһында уны Европала тағы сығаралар. Тарихсылар фекеренсә, картина 1960-сы йылдарҙағы енси инҡилап хәбәрсеһе була[6].
Шунан бирле Бардо Луи Маль, Жан-Люк Годар, Кристиан Жак кеүек билдәле режиссёрҙар менән эшләй. Ул ҡатнашҡан башҡа билдәле фильмдар: «Бабетта һуғышҡа бара» (һуңыраҡ Бардоның фильмдағы героиняһы өлгөһөндә «бабетта» тигән причёска барлыҡҡа килә), «Хәҡиҡәт», «Кәмһетеү (Презрение)», «Вива Мария!», «Ром бульвары».
1960-сы йылдарҙа Бардо үҙенә хас булған инженю һәм вамп ҡатын ролдәрен уйнауҙы дауам итә. 1966 йылда тәүге тапҡыр Голливудта «Һөйөклө Бриджит» тигән картинала төп ролде башҡарған Джимми Стюарт менән төшә.
Кино карьераһы барышында Бардо илленән ашыу фильмда уйнай. Фильмдар буйынса уның партнёрҙары — Ален Делон («Билдәле мөхәббәт тарихтары», «Һаташыулы өс аҙым»), Жан Габен («Бәхетһеҙлек осрағында»), Шон Коннери («Шалако»), Жан Марэ («Буласаҡ йондоҙҙар», «Версалдәге мөхәббәт»), Клаудия Кардинале («Нефть сығарыусы ҡатындар»), Анни Жирардо («Послушницалар»), Марчелло Мастроянни («Шәхси тормош»), Джейн Биркин («Дон Жуан 73»), Жанна Моро («Вива Мария!»), Лино Вентура («Ром бульвары»).
1970 йылда Бардо Франция символы булған Марианна бюсы өсөн модель итеп һайлана. 1973 йылда, ҡырҡ йәше тулып килгәндә, Бардо кинематография карьераһын тамамлау тураһында иғлан итә һәм артабанғы тормошон хайуандарҙы яҡлау эшмәкәрлегенә арнай.
Илленсе йылдар аҙағынан бирле Францияның көньяғында Сен-Тропела «Мадраг» виллаһында йәшәй. Әлеге мәлдә яңғыҙы, ике йөҙләгән йәнлек аҫрай[7].
Шәхси тормошо
үҙгәртергә1957 йылда Роже Вадим менән айырылғас, Бардо йылдан ашыу «Һәм Алла ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан» фильмында бергә төшкән Жан-Луи Трентиньян менән йәшәп ала.
1959 йылда актёр Жак Шарьеға кейәүгә бара, 1960 йылда унан улы Николя тыуа. Айырылышҡандан һуң бала тәрбиәгә Шарье ғаиләһенә тапшырыла.
Француз музыканттары Саша Дистель, Боб Загури һәм Серж Генсбур менән осрашып йөрөй.
Немец миллионеры Гунтер Сакста тормошта була (1966—1969).
1992 йылда Бардо сәйәсмән һәм эшҡыуар Бернар д' Ормалгә сыға[8].
Брижит Бардо — вегетариан. Үҙе тураһында өсөнсө заттан һөйләү ғәҙәте бар.[9]
Хайуандарҙы яҡлауы
үҙгәртергә1986 йылда хайуандарҙың именлеге һәм уларҙы яҡлау буйынса Брижит Бардо фондын (ингл. ингл. Brigitte Bardot Foundation for the Welfare and Protection of Animals) аса. Вегетарианға әйләнә һәм, фонд файҙаһына үҙенең затлы биҙәнеү әйберҙәрен һәм шәхси әйберҙәрен һатып, 3 миллион франк эшләп ала. Хәҙер ул — йәнлектәрҙе яҡлаусы һәм йылҡы итен ашауға ҡаршы көрәшеүсе. Канадала булғанда тюлендәргә һунар итеүгә ҡаршы сыға һәм был хаҡта дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән Стивен Харпер менән осрашып һөйләшергә тырыша, ләкин ҡабул ителмәй.
Бер заман ул үҙенең ишәге менән бейәһенә «бәйләнгән» күрше ишәген бестерә, шул сәбәпле күршеһе 1989 йылда уны судҡа бирә[10][11]. 1999 йылда Бардо ҠХР Рәйесе Цзян Цзэмингә хат яҙа, хат «VSD» тигән француз журналында баҫыла, ул унда ҡытайҙарҙы «һөйҙөргөстәр эшләү маҡсатында айыуҙарҙы яфалауҙа һәм донъяла бөтөп барған юлбарыҫтарҙы үлтереүҙә» ғәйепләй.
2009 йылдың 18 сентябрендә, 75 йәше тулған көндө, Бардо актриса Софи Лорендан йәнлек тиреләре йөрөтөүҙән баш тартыуын үтенә[12].
2013 йылдың ғинуарында, әгәр Лионда туберкулёз менән ауырыған ике филде йоҡлатып үлтерһәләр, Рәсәй гражданлығы һорарға уйлауы хаҡында белдерә[13].
Сәйәсәттә
үҙгәртергәБардо 1960-сы йылдарҙа президент Шарль де Голль яғында була. Ире Бернар д’Ормаль — «Милли фронт» уң радикаль партияһының элекке советнигы. Жан-Мари Ле Пен программаһын хуплауы тураһында хәбәр таралһа ла, Бардо һәр ваҡыт сәйәсәткә ҡыҫылмауын, төрлө партияларҙан ситтә тороуын белдерә [14].
Бардоны 5 тапҡыр «раса дошманлығы тоҡандырған өсөн» хөкөм итәләр. 1997 йылда уға «Le Figaro» гәзитендә баҫылған комментарийҙары өсөн штраф һалалар. 1998 йылда Францияла мәсеттәр һаны үҫеүе тураһындағы белдереүе өсөн хөкөмгә тарттыралар.
1999 йылда яҙған «Плутон майҙаны» (франц. Le Carré de Pluton) тигән китабында ул мосолмандарҙың ид әл-әдхә фестивален (Ҡорбан байрамын) ғәйепләй, сөнки унда һарыҡ ҡорбаны килтерәләр. Бының өсөн 2000 йылда уға француз суды 30000 франклыҡ штраф һала.
2003 йылда яҙған «Тынлыҡта ҡысҡырыу» (ингл. A Scream in the Silence) тигән китабында Бардо «Францияның исламлашыуы» тураһында иҫкәртә. Был китапта мосолмандарҙың күсеп килеүе тураһында былай тип яҙа: «Һуңғы егерме йылда беҙ йәшерен һәм хәүефле, бер ниндәй идараға буйһонмаған халыҡтарҙың ағылыуына юл ҡуйҙыҡ, улар беҙҙең закондарға һәм ҡағиҙәләргә ҡаршы килмәй, ләкин йылдар үткәс, үҙенекеләрҙе беҙгә тағасаҡ». Йәнә былай ти: француз сәйәсмәндәре — «фантазияһына буйһоноп, уңға ла, һулға ла борғоланыусы флюгерҙар, ...хатта француз фәхишәләре лә улар кеүек түгел». Уның фекеренсә, хәҙерге заман сәнғәте — «тура мәғәнәлә лә, ситләтеп әйткәндә лә нәжес ул».
Йоғонтоһо
үҙгәртергәБрижит Бардоның йәш Джон Леннон өсөн һылыулыҡ идеалы булғанлығы билдәле. Илленсе йылдар символы булараҡ, уның исеме күп кенә популяр йырҙарҙа телгә алына, шул иҫәптән The Who («It’s Not Enough»), Red Hot Chili Peppers («Warlocks»), Боб Дилан («I Shall Be Free»), Элтон Джон («I Think I’m Going To Kill Myself») һәм Нина Хаген («Frühling in Paris») хиттарында. The Beatles'дың 34 композицияһы буйынса ижад ителгән «Йыһан аша» тигән фильм-мюзиклда уның портреты Принстон университетының ятаҡханаһын биҙәй.
Бардо бикини купальнигын модаға индергән тип һанала, Канн фестивалендә һәм тәүге осор төшкән фильмдарында ошо кейемдә булған. Шаҡмаҡлы кейемде (Жак Шарье менән туйына шаҡмаҡлы алһыу күлдәк кейгән), «әсегән кәбеҫтә» тигән прическаны популярлаштырған.
Фильмография
үҙгәртергә- 1952 — «Нормандская дыра» / Le trou normand
- 1952 — «Длинные зубы» / Les dents longues
- 1952 — «Манина, девушка без покрывала» / Manina, la fille sans voile
- 1953 — «Портрет его отца» / Le portrait de son père
- 1953 — «Акт любви» / Un acte d’amour
- 1954 — «Ночь любви» / Tradita
- 1954 — «Тайны Версаля» / Si Versailles m'était conté
- 1955 — «Уличный свет» / La lumière d’en face
- 1955 — «Будущие звёзды» / Futures vedettes
- 1955 — «Сын Каролины Шери» / Le fils de Caroline chérie
- 1955 — «Доктор на море» / Doctor at Sea
- 1955 — «Большие манёвры» / Les grandes manoeuvres
- 1956 — «Невеста слишком хороша» / La mariée est trop belle
- 1956 — «Елена Троянская» / Helen of Troy
- 1956 — «Ох уж эта девчонка!» / Cette sacrée gamine
- 1956 — «Мой дорогой Нерон» / Mio figlio Nerone
- 1956 — «Мадемуазель Стриптиз» / En effeuillant la marguerite
- 1956 «…И Бог создал женщину» / Et Dieu… créa la femme
- 1956 — «Парижанка» / Une parisienne 1958 — «Небо рухнуло ночью (Ювелиры Лунного Света)» / Les bijoutiers du clair de lune
- 1958 — «В случае несчастья» / En cas de malheur
- 1959 — «Женщина и паяц» / La femme et le pantin
- 1959 — «Бабетта идёт на войну» / Babette s’en va-t-en guerre
- 1959 — «Потанцуете со мной?» / Voulez-vous danser avec moi?
- 1960 — «Ночной роман» / L' affaire d’une nuit
- 1960 — «Истина» / La vérité
- 1961 — «Пожалуйста, не сейчас» / La bride sur le cou
- 1961 — «Знаменитые любовные истории» / Amours célèbres
- 1962 — «Частная жизнь» / Vie privée
- 1962 — «Отдых воина» / Le repos du guerrier
- 1963 — «Презрение» / Le mépris
- 1964 — «Очаровательная идиотка» / Une ravissante idiote
- 1965 — «Вива, Мария!» / Viva Maria!
- 1966 — / Marie Soleil
- 1966 — «Мужское — женское» / Masculin féminin: 15 faits précis
- 1967 — «Две недели в сентябре» / À coeur joie
- 1968 — «Три шага в бреду» / Tre passi nel delirio
- 1968 — «Шалако» / Shalako
- 1969 — «Медведь и кукла» / L' ours et la poupée
- 1969 — «Женщины» / Les femmes
- 1970 — «Послушницы» / Les novices
- 1971 — «Ромовый бульвар» / Boulevard du rhum
- 1971 — «Нефтедобытчицы» / Les pétroleuses
- 1973 — «Дон Жуан-73» / Don Juan 73 ou Si Don Juan était une femme…
- 1973 — «История про Колино-юбочника» / L' histoire très bonne et très joyeuse de Colinot Trousse-Chemise
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118506552 // Brigitte Bardot (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Brigitte Bardot // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Brigitte Bardot // filmportal.de — 2005.
- ↑ Брижит Бардо.
- ↑ Джеффри Робинсон. Бардо — Две Жизни. — (Серия «Женщина-миф») — Смоленск: Русич, 1994.
- ↑ Робинсон, Джеффри (1994) Бардо — Две Жизни, глава «И Бог создал женщину»
- ↑ Брижит Бардо — секс-символ 50-х 2017 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Brigitte Bardot: celebrity crushed me (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2015)(Проверено 8 ноября 2015)
- ↑ Свадьбы кинодив 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ PHOTOICON ONLINE FEATURES: Andy Martin: Brigitte Bardot . Photoicon.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2012 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Mr Pop History . Mr Pop History. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года.
- ↑ Brigitte Bardot celebrates 75th birthday by telling Sophia Loren to give up fur, Daily Mail Reporter, 28 сентября 2009, проверено 5 ноября 2009
- ↑ Брижит Бардо может попросить российское гражданство | РИА Новости . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
- ↑ Робинсон, Джеффри (1994) Бардо — Две Жизни, глава «Д’Ормаль»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фонд Брижит Бардо (фр.)(фр.)
- Брижит Бардо (инг.) Internet Movie Database сайтта(инг.) Internet Movie Database сайтта
- Брижит Бардо (инг.) TV.com сайтында(инг.) TV.com сайтында
- Ҡалып:Ymovies name(англ.)Ҡалып:Ymovies nameYahoo! Movies