Браунер Александр Александрович
Браунер Александр Александрович (13 ғинуар (25 ғинуар) 1857 йыл — 5 май 1941 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-зоологы, яҙыусы.
Браунер Александр Александрович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Тыуған көнө | 13 (25) ғинуар 1857 или 25 ғинуар 1857[1] |
Тыуған урыны | Симферополь, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 апрель 1941[1] (84 йәш) или 5 май 1941[2] (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Одесса, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Второе Христианское кладбище Одессы[d] |
Һөнәр төрө | зоолог, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Александрович Браунер 1857 йылдың 13 ғинуарында Симферополдә тыуған. 1876 йылда Одессалағы гимназияны, 1881 йылда — Новороссийск университетының физика һәм математика факультетының тәбиғи бүлеген тамамлай.
Крәҫтиән банкының Херсон бүлексәһе идарасыһы булып хеҙмәт итә. Буш ваҡытында ҡоштарҙы өйрәнә. Орнитологик күҙәтеүҙәр методикаһын бик яҡшы белә һәм Херсон һәм Таврик губерналары ҡоштары тураһында ике мәҡәлә яҙа. «Заметки о рыболовство на р. Днестр и Днестровском лимане» («Записки Новороссийского общества естествоиспытателей»), «О вредных и полезных животных Херсонской губернии» («Записки Императорского общества сельского хозяйства Южной России») шулай уҡ уныҡы тип иҫәпләнә. Уның тарафынан шулай уҡ «Таблицы вред и пользы, приносимых птицами и млекопитающими степной полосы России» төҙөлә. Шулай уҡ ул Херсондың «Степь» йыйынтығында (1886) һәм «Юг» (1898) гәзитендә баҫылып сыҡҡан тәбиғәт тураһында ҙур булмаған хикәйәләр яҙған.
1901 йылда Одессаға күскәс, ул Новороссийск натуралистар йәмғиәте, Ҡырым-Кавказ тау клубы, Одесса дөрөҫ һунарсылыҡ йәмғиәте һәм хайуандар һәм үҫемлектәр акклиматизацияһы Рәсәй йәмғиәтенең Орнитология комитеты эшендә актив ҡатнаша. Браунер Рәсәйҙә беренселәрҙән булып хайуандар дөньяһын һаҡлау проблемаларын өйрәнә. 1899 йылда уның ике әҫәре донъя күрә: «Об охране птиц, полезных для сельского хозяйства» һәм «Об охране млекопитающих и птиц, полезных для сельского хозяйства».
Ботаник И. Т. Пачовский менән ул ҡурсаулыҡ далаһы тәбиғәтен өйрәнә башлай. 1918 йылда Одесса ауыл хужалығы институтын ойоштороуҙа ҡатнаша, унда малсылыҡ кафедраһын етәкләй. 1920 йылда Одесса университеты А. А. Браунерҙы зоология докторы итеп һайлай.
1926 йылда Браунер тәбиғәтте һаҡлау буйынса Одесса край инспекцияһы башлығы итеп билдәләнә. Ул үҙенә йөкләнгән эшкә әүҙем тотона, яңы тыйыулыҡтар — Приморский, Песчаный (Түбәнге Днепрҙа) булдырыуға өлгәшә. А. А. Браунер ҡурсаулыҡ биләмәләренең ҡағылһыҙлығы принциптарын һәр саҡ әүҙем яҡлай, тыйыулыҡтар менән етәкселек итеүсе берҙәм ойошма төҙөү тураһында мәсьәләне күтәрә, тыйыулыҡтарға яңы, перспективалы территориялар эҙләү кәрәклеген күрһәтә. 1930 йылда ул Одесса университетынан ҡыуыла[3]:
1933—1935 йылдарҙа Аскания-Нова тыйыулығында хайуандарҙы гибридлаштырыу һәм акклиматизациялау институты консультанты булып эшләй, зубрҙар үрсетә.
А. А. Браунер Украинала беренселәрҙән булып Бөтә Украина һунарсылар һәм балыҡсылар союзының (ВУСОР) Одесса губерна бүлегендә һунарсылыҡ курстарын уҡыта, «Южная охота», «Украинский охотник и рыболов», «Природа и охота на Украине» республика һунар журналдарының даими авторы була.
Уның төп әҫәрҙәре Украина һәм Ҡырымдың имеҙеүселәренә, ҡоштарға, балыҡтарға, Украина һәм Ҡырым бөжәктәренә арналған. Ул йорт хайуандарының килеп сығышын, ҡайһы бер тоҡомдарҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнә.
Александр Александрович Браунер 1941 йылдың 5 майында Одессала вафат була.
Библиография
үҙгәртергә- Заметки о рыболовстве на р. Днестре и Днестровском лимане в пределах Одесского уезда. — Херсон: тип. М. К. Аспера (б. Ващенко), [1887]. — 52 с., 1 л. схем.
- Заметки о птицах Херсонской губернии. — Одесса: тип. А. Шульце, 1894. — [2], 93 с.
- Краткий определитель дичи степной полосы России / Сост. А. Браунер. Ч. 1: Птицы. — Херсон: Днепр. отд. Имп. О-ва размножения охотничьих и промысловых животных и правильной охоты, 1897.
- Вредные и полезные животные Херсонской губернии. — Одесса: «Славянская» тип. Н. Хрисогелос, 1899. — 26 с.
- О вредных и полезных животных Херсонской губернии (по поводу предложения П. А. Зелёного о сохранении полез. птиц). — Херсон: типо-лит. М. И. Ковалёва, 1899. — 18 с.
- Заметка о крымском олене. — Одесса: тип. А. Шульце, 1900. — [2], 21 с., 2 л. ил.
- О вредных и полезных птицах Бессарабской губернии. С 60 рис. / А. А. Браунер. — Кишинёв: Бессараб. губ. земство, 1912. — 58 с.
- Млекопитающие Бессарабской, Херсонской и Таврической губерний / А. Браунер. — Одесса: «Коммерч. тип.» Б. И. Сапожникова, 1914.
- О млекопитающих, найденных в лессах южной России / А. Браунер. — Одесса: тип. Акц. Юж.-рус. о-ва печ. дела, 1915.
- О необходимости естественно-исторического изучения домашних животных России. — Одесса: тип. Акц. Юж.-рус. о-ва печ. дела, 1916. — 48 с.
- Породы сельскохозяйственных животных / Табл. под ред. проф. А. А. Браунера и агр. С. Ф. Словова. — Одесса: Наркомзем Украины, 1922—1923.
- Животноводство. История животноводства в степной Украине. История одомашнения, виды и породы, обследование животноводства: Лекции, чит. в Одесском сельскохозяйственном ин-те / А. А. Браунер, проф. — Одесса: Всеукр. гос. изд-во. Одесск. отд-ние, 1922. — 344 с., 3 л. табл.: ил.
- Сельскохозяйственная зоология. С 200 рис. и 9 карт. / А. А. Браунер. — Харьков: Госиздат Украины, 1923. — XII, 436 с.: ил., карты, табл.
- Овцы и козы / Проф. А. А. Браунер, агроном С. Ф. Славов. — Одесса: Одесский с.-х. инст., 1930. — 14 л. в папке.
- Очерки, рассказы, повести / А. А. Браунер; [сост.: В. А. Лобков]. — Одесса: Южная охота, 2007. — 259 с. — ISBN 978-966-96885-0-7.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://amburger.ios-regensburg.de/index.php?id=%2011652
- ↑ Браунер Александр Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Браунер Александр Александрович 2018 йыл 17 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Браунер, Александр Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Криштофович А. Н. А. А. Браунер // «Природа». — 1937. — № 4
- Пузанов И. И., Александр Александрович Браунер. Жизнь и научная деятельность // Труды института истории естествознания и техники. — 1960. — Т. 32, Вып. 7. — С. 309—371.