Бра́слав күлдәре (бел. Браслаўскія азёры) — Беларусияның Браслав ҡалаһы янында урынлашҡан күлдәр төркөмө. Был төркөм дөйөм майҙаны 130 км² булған һәм һыу күләме 540 млн м³ артығырыҡ булған күлдәре берләштерә. Күлдәр, башлыса, Друйка йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Күлдәр бер береһе ваҡ йылғалар, инештәр, йылға ҡылымыҡтары менән тоташҡан[1].

Браслав күлдәре
белор. Браслаўскія азёры
Координаты: пропущена долгота
Космостан күренеш
Космостан күренеш
Ил
РегионВитебск өлкәһе
РайонБраслав районы 
Белоруссия
Точка
Браслав күлдәре
 Браслав күлдәре Викимилектә

Төркөмдәге иң ҙур күлдәр — Дривяты, Снуды, Струсто. Цно, Недрово һәм Богинское күлдәре — туристар иң яратҡан күлдәр булып. Был төбәктә «Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабы»на индерелгән һирәк осрай торған хайуандар йәшәй. Күлдәрҙә судак, ҡорман, сабаҡ, суртан, ъгербалыҡтар тереклек итә.

Күлдәр «Браслав милли паркы» биләмәһендә урынлашҡан. Милли парктың дөйөм майҙаны 70 мең гектар[2][3]. Күлдәр ярында бик күп санаторий һәм ял йорттары урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

 
Снуды күле

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Мысливец И. А. Браславские озёра / И. А. Мысливец, Г. С. Гигевич. — Мн., 1987. — 78 с. (рус.)

Ҡалып:Vitebsk-obl-geo-stub