Үгербалыҡ

йыланбалыҡтар ғаиләһендәге балыҡ

Үгербалыҡ, йыланбалыҡ (лат. Anguilla anguilla, (рус. Речной у́горь) — йыланбалыҡтар ғаиләһендәге балыҡ. Евразия йылғаларында ьереклек итә.

Үгербалыҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anguilla anguilla (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Critically endangered species
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 60344

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  161128
NCBI  7936
Һыу төбөндә үгербалыҡтар төркөмө

Оҙонлоғо 30-70 см, ауырлығы 500-800 г. Кәүҙәһе ян-яҡтан ҡыҫылған, һирәк кенә түңәрәкләнгән, циклоид һымаҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Йылға йыланбалығының төҫө уның йәшенә бәйле. Һырты ҡара йәшел йәки ҡоңғорт ҡара, ҡорһағы аҡ йәки һарғылт, йәшерәктәренең ян-яҡтары һары, енси яҡтан өлгергәнәрендә металл һымаҡ ялтырауыҡлы, көмеш һымаҡ аҡ. Арҡа йөҙгөсө ҡойроҡтоҡо менән ҡушылмаған. Оҙон ауыҙлы. Һаңаҡ ҡыуышлығының осонда йотҡолоҡ тештәре бар. Ваҡ балыҡтар, ыуылдырыҡ, баҡалар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана.

Йылға йыланбалығы бөтөн ғүмерен тейәрлек сөсө һыуҙарҙа үткәрә, үрсеү өсөн Үҙәк Америка ярҙары быйына китә, 300-400 м тирәнлектә ыуылдырыҡ сәсә. Ул диңгеҙҙә туҡланмай. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң, олы балыҡтар үлә. Уылдырыҡтан сығыу менән личинкаларҙы ағым эләктереп ала һәм уларҙы Гольфстрим ағымы Европа ярҙарына илтә[1]. Кәүҙәһе үтә күренмәле. Оҙон юлдың ахырында (2,5—3 йыл) йәш балыҡ олоһона оҡшаш рәүеш ала. Енси өлгөрөү башланғанға ҡәҙәр, 6—10 йыл сөсө һыуҙа йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Богоров В.Г. Жизнь океана // За тайнами Нептуна : Книга. — М.: Мысль, 1976. — С. 226—277.