Боғҙанова Ғәлиә Нәғим ҡыҙы

ғалим-педиатр, медицина фәндәре докторы

Боғҙанова Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (рус. Богданова Галия Нагимовна; 21 октябрь 1944 йыл) — ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 19871992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).

Боғҙанова Ғәлиә Нәғим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Ҡаңны-Төркәй, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө педиатр, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәлиә Нәғим ҡыҙы Боғҙанова 1944 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. 1968 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм Октябрьский, Өфө ҡалалары дауаханаларында табип булып эшләй[1]. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина инстиутында уҡыта. 19871992 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире була.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа ревматизмды, эре сәнәғәт ҡалаларында уның таралыуын өйрәнеүгә арналған. Ғәлиә Нәғим ҡыҙы республикала тәүге тапҡыр ревматизм ауырыуы ваҡытында балалар организмындағы патоморфологик үҙгәрештәрҙе асыҡлауға ирешә, мәктәп йәшендәге балаларҙың артериаль баҫымы һәм физик үҫеше стандарттарын (центиль шкалаһы һәм регрессия шкалаһы), балаларҙы шифаханаларға ебәреү өсөн дәлилдәр һәм ҡаршы дәлилдәр эшләй. 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

— Экология, здоровье и образ жизни. Өфө, 1997 (авторҙаш);

— Санаторное лечение детей на курортах Башкортостана. Өфө, 1999 (авторҙаш);

— Состояние здоровья детей в регионе экологического неблагополучия и их реабилитация. Өфө, 2000 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә