Борханкүл (күл, Силәбе өлкәһе)
Борханкүл - рус. Бурхакуль, Бурхалкүль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк районындағы күл.
Борханкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Троицк районы (Силәбе өлкәһе) |
Географияһы
үҙгәртергәБорханкүл Троицк районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Уй һәм Мейәс йылғалары араһында, Борханкүл ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан[1]. Был ауыл атамаһын ошо күлдән алған.
Урынлашҡан еренең ландшафты — урманлы дала.
Рельефы — тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены)
Координаттары: 54°21'5"N 62°8'20"E
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса күл Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Мейәс йылғаһы Силәбе ҡалаһынан алып йылғаның тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[1].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010501011111200014758
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211201475
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы башҡорт халҡының ир-ат килеп сыҡҡан: Бурхалкуль, озеро, деревня, Троицкий район.От распространенного у башкир и татар арабского мужского имени Бурхан, в значении «истинный выразитель веры».[3][4].
Күл атамаһы, шулай уҡ монголдарҙа ла таралған Борхан тигән исемдән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал. "Башҡорт исемдәре" белешмә китабында Борхан исеменә ике аңлатма бирелә:
- Борхан (монг.) - бот, тораташ;илаһ, әүлиә
- Борхан (ғәр.) - дәлил, хәҡиҡәт,дөрөҫлөктө иҫбатлаусы (ғәр. برهان. Ғәрәпсә "Бурһан" тип уҡыла[5].
Гидроним, тимәк, Борхан (Борһан)+күл тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Озеро Бурханкуль
- ↑ Озеро Бурханкуль
- ↑ Шувалов Н.И. Бурханкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 33-сө бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фонотов М. Голубые зеркала каменного пояса. — Челябинск: Взгляд, 2003. — 253 с. — ISBN 5-93946-057-7.
- Весновский В. Иллюстрированный путеводитель по Уралу. — 1-е изд. — Екатеринбург: Типография "Уральской жизни", 1904. — С. 381. — 442 с.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 33-сө бит
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Скала Шайтан-Камень 2019 йыл 31 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]