Борисов Денис Иванович
Борисов Денис Иванович (18 июль 1978 йыл) — математик. Физика-математика фәндәре докторы (2009), РФА профессоры (2016).
Борисов Денис Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 июль 1978 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | математик |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты[1] Хемницкий технический университет[d][1] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Кемдә уҡыған | Rustem Gadyl'shin[d][1] |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фото Д. И. Борисова |
Биографияһы
үҙгәртергәДенис Иванович Борисов 1978 йылдың 18 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған[2]. И. М. Борисовтың улы.
2000 йылда Башҡорт дәүләт университеты математика факультетын отличие менән тамамлай. Артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында аспирантурала белем ала, «Асимптотические разложения собственных элементов оператора Лапласа с частой сменой типа граничных условий» (2003, етәксеһе — профессор Р. Р. Ғәҙелшин) кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2008 йылда фән докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү диссертацияһын яҡлай, диссертация темаһы: «Спектры дифференциальных операторов с геометрическими, разбегающимися, локализованными и сингулярными возмущениями». («дифференциаль тигеҙләмәләре» һөнәре буйынса).
2011 йылдан — РФА ӨФҮ Математика институты (Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) төп ғилми хеҙмәткәре. Бер үк ваҡытта (2009 йылдан) — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның математика һәм статистика кафедраһы профессоры. Ошо уҡ ваҡытта сит илдәрҙә лә эшләй: Штутгарт ҡалаһындағы университетта (Германия, ноябрь 2003 — апрель 2004), Ржеж ҡалаһындағы Ядро физикаһы институтында (Чехия фәндәр академияһы, 2005 ноябрь — апрель 2007), Хемниц ҡалаһындағы Техник университетында (Германия, 2007 май — сентябрь 2007). 2015 йылдан, Өфөләге эшенән тыш, бер үк ваҡытта Градец Кралов (Чехия) университетының тәбиғәт факультеты өлкән ғилми хеҙмәткәре булып иҫәпләнә[2]. Шулай уҡ даими рәүештә Лиссабон Университеты (Португалия), Саннио Университеты (Италия, Беневенто ҡалаһы), Париж 13 Университеты (Франция, Орсэ ҡалаһы) менән хеҙмәттәшлек итә[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре математик физика мәсьәләләренең һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙең асимптотик анализына бәйле. Б. остарындағы шарттары йыш үҙгәрә торған эллиптик мәсьәләләр спектрҙарының асимптотик тарҡатыуҙарын төҙөү алымдарын (Р. Р.Ғәҙелшин менән берлектә), төрлө яҡҡа таралыша торған үҙгәртеүҙәре булған сикләнмәгән өлкәләрҙәге эллиптик операторҙарҙы тикшереүҙең дөйөм схемаһын һәм башҡаларҙы уйлап таба[2].
65-тән ашыу публикациялар авторы[2]. Уларҙың ҡайһы берҙәре[4]:
- Д. И. Борисов. Асимптотики и оценки собственных элементов Лапласиана с частой непериодической сменой граничных условий // Известия РАН. Серия математическая. 2003. Т. 67. No. 6. C. 23-70.
- D. Borisov. Asymptotic behaviour of the spectrum of a waveguide with distant perturbation // Mathematical Physics, Analysis and Geometry. 2007. V. 10. No. 2. P. 155—196.
- Д. И. Борисов. О спектре двумерного периодического оператора с малым локализованным возмущением // Известия РАН. Серия математическая. 2011. Т. 75. № 3. С. 29-64.
- Д. И. Борисов, К. В. Панкрашкин. Открытие лакун и расщепление краев зон для волноводов, соединенных периодической системой малых окон // Математические заметки. 2013. Т. 93, № 5. С. 665—683.
- D. Borisov. The spectrum of two quantum layers coupled by a window // Journal of Physics A: Mathematical and Theoretical. 2007. V. 40. No. 19. P. 5045-5066.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РФА-ның йәш ғалимдар өсөн математика өлкәһендәге премияһы (2003, 2007, 2011) лауреаты;
- Ике тапҡыр Европа Академияһының премияһы лауреаты (2003, 2008);
- Башҡортостан республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2003);
- «Marie Curie International Fellowship» стипендияһы ала (2005—2007)[5];
- Пьер Делинь стипендияһы (2007—2009);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының йәш ғалимдар-фәндәр кандидаттары һәм уларҙың ғилми етәкселәре өсөн Гранттар (2008—2009);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының йәш ғалимдар-фәндәр докторҙары өсөн Гран (2010—2011)[3].;
- 2016 йылдан алып — «Профессор РАН» маҡтаулы исем йөрөтөүсе ғалим[6].
Сығанаҡтары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Борисов Денис Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 МОЛОДЫЕ МАТЕМАТИКИ. БОРИСОВ ДЕНИС ИВАНОВИЧ
- ↑ Персоналии. Борисов Денис Иванович
- ↑ Борисов Денис Иванович (краткая информация) . Портал профессоров РАН. Дата обращения: 11 ноябрь 2018.
- ↑ Постановление Президиума РАН № 13 от 19.01.2016 о присвоении звания «Профессор РАН» (Отделение математических наук) . Дата обращения: 11 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Борисов Денис Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.