Борзова Галина Александровна

Краснодар камвол-буҫтау комбинаты туҡыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Борзова Галина Александровна (9 июнь 1926 йыл — 5 август 2009 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1981 йылдарҙа РСФСР Сәнәғәт министрлығыны ҡарамағындағы Краснодар камвол-буҫтау комбинаты туҡыусыһы, профсоюз комитеты рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].

Борзова Галина Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Вологодский район[d], Вологда өлкәһе
Вафат булған көнө 5 август 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Краснодар, Рәсәй
Һөнәр төрө weaving master, ткач
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның бронза миҙалы ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Галина Александровна Борзова 1926 йылдың 9 июнендә Вологда губернаһы Вологда өйәҙенең (хәҙерге Вологда өлкәһе Вологда районы) Абрамово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Бөйөк Ватан һуғышын санитар дружинница булып үтә.

1952 йылда Иваново туҡыу институтын мамыҡ сифаты техник-технологы һөнәре буйынса тамамлай, һәм тәүге әҙер фабрика-завод өйрәнселеге ФЗУ мәктәбендә дөйөм дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй.

1956 йылда Г. А. Борзова Кубанға күсеп килә һәм Краснодар камвол-буҫтау комбинатына туҡыусы булып эшкә керә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 9 июнь Указы менән ете йыллыҡ план заданиеларын үтәгәндә һәм туҡыма, трикотаж, аяҡ кейеме, тегелгән әйберҙәр һәм башҡа еңел сәнәғәт әйберҙәре етештереүҙә юғары ҡаҙаныштары һәм күренекле техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн Борзова Галина Александровнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1981 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем, комбинаттың алыштырғыһыҙ профком рәйесе була.

СССР-ҙың 7-се саҡырылыш (1966—1970) Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Краснодар ҡалаһында йәшәй, 2009 йылдың 5 авгусында вафат була, Краснодар крайы Краснодар ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

 
Кубань һәм Адыгеяның Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исеме яҙылған мемориаль таҡта
  • Краснодарҙа Кубаньһәм Адыгеяның Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исеме яҙылған мемориаль таҡта ҡуйылған

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә