Болан (йылға)
Болан (рус. Буланка) - Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге йылға [1].
Болан | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 36 км |
Бассейн | 234 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Йүрүҙән йылғаһы |
· Урынлашыуы | уң ярына тамағынан 299 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°54′00″ с. ш. 58°52′41″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201112111100023194 |
Географияһы
үҙгәртергәБолан йылғаһы Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә, Силәбе өлкәһендәге Ҡытау-Ивановск, Һатҡы райондары буйлап аға. Силәбегә тиклем араһы — 230 км, Өфөгә — 190 км. Йүрүҙән йылғаһының уң ҡушылдығы.
Координаттары: 54°52′32″N 58°46′47″E [2]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБолан йылғаһы Еркүскән тауы итәгендә башлана һәм 36 километрға һуҙылып, Йүрүҙән йылғаһына уның уң ярында, тамағынан 299 км алыҫлыҡта барып ҡоя. Рудничный ҡасабаһы янында Болан йылғаһына Верша, ә тамағына етәрәк Мәсеҙе һәм Ҡурғаш инештәре ҡушыла. Һанап үтелгән сығанаҡтҙан тыш, Боландың 40-лап ҡушылдығы бар.
Төбө ташлы. Урыны менән айырыуса ҙур һарыҡташтар һыуы ҡайнап торған һикәлтәләр барлыҡҡа килтерә. Түбәнгә ҡарай үҙәне һаҙлыҡлы. Боландың яры һөҙәк, тәпәш. Үҙенең бөтә дауамында тиерлек йылға ҡатнаш урман, дым яратҡан ҡыуаҡтар һәм һутлы үлән үҫкән болондар менән уратып алынған[3].
Тарихы
үҙгәртергәБаҡалдың мәғдән ятҡылыҡтары яҡынлығы арҡаһында Болан йылғаһында ҡс тапҡыр металлургия заводын төҙөү күҙ алланғаны билдәле. Сауҙагәр Твердышев заманында уҡ Савва Невейкин тигән мәғдәнсе ике тапҡыр йылғала быуа быуҙыртырға булып китә. Ләкин һуңынан уның тәрәнлеге бер тәгәрмәсте лә һыйҙыра алмаҫы асыҡлана.
1930-сы йылдарҙа Болан үҙәнендә металлургия заводының сираттағы проекты төҙөлә. Уны тормошҡа ашырыуҙың тәүге аҙымдары булып Рудничный ҡасабаһында эшселәр предприятиеһын, шулай уҡ буласаҡ металлургия ҡалаһы халҡын туҡландырыуға йүнәлтелгән икмәк заводы төҙөлгән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, предприятие Силәбегә күсерелә һәм әлеге Силәбе металлургия заводы ойошторола[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәБашҡорт халҡының фольклорын, атамаларын оҙаҡ йылдар дауамында өйрәнеп, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәрен ҡалдырған Силәбе өлкәһе географы һәм топонимдар белгесе Н. И. Шувалов йылғаның атамаһын башҡорт телендәге болан йәки мышы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип һанай, сөнки улар был урындарҙа тереклек иткән[5][6][7][8].
Шувалов «олень, лось» тигән аңлатма биреп дөрөҫ эшләй, сөнки күп кенә төбәктәрҙә мышыны ла болан тип атау күҙәтелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Буланка – не рядовая река
- ↑ Буланка 2021 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Буланка 2021 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Буланка 2021 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Буланка, река, правый приток Юрюзани. От башкирского слова болан — «олень, лось». Названия связаны с местами обитания в прошлом этих животных - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар
үҙгәртергә- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- Хребет Буландиха 2021 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7