Бокова Хритиния Алексеевна
Бокова Хритиния Алексеевна (14 ноябрь 1928 йыл — 3 апрель 2022 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы адынғыһы, сусҡа ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Бокова Хритиния Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1928 |
Вафат булған көнө | 3 апрель 2022 (93 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1928 йылдың 14 ноябрендә хәҙерге Ростов өлкәһенең Шолохов районы Кружилинский утарында тыуған.
1945 йылда, Кружилин мәктәбенең 7-се класын тамамлағандан һуң, урындағы «Будёный» колхозына эшкә килә. 1950 йылда «Кружилинский» Вёшенский иген совхозына эшкә күсә. 1955 йылдан ошо совхоздың сусҡа фермаһында сусҡа ҡараусы булып эшләй. 1965 йылда уртаса ауырлығы 16 килограмға еткән 1125 сусҡа балаһы үҫтерә һәм артабан ҡарауға тапшыра.
1969 йылда бригадир булып Хритиния Алексеевна сусҡа фермаһында 50 кешенән торған коллективты етәкләй, бригадир була. 1986 йылдан пенсияла. Әлеге ваҡытта Ростов өлкәһенең Шолохов районында йәшәй. 2011 йылдың ноябрендә Шолохов районы хакимиәте Хритиния Алексеевнаны 83 йәше 83-летием.[1] менән ҡотланы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәТышҡы медиафайлдар |
---|
- СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 март указы менән малсылыҡты үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары һәм ит етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырғаны өсөн, Бокова Хритиния Алексеевнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
- Шулай уҡ Октябрь Революцияһы ордены (1968) һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
- 2013 йылда «Ростов өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн» [2]миҙалы менән бүләкләнде.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список Героев Социалистического Труда Ростовской области
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бокова Хритиния Алексеевна . «Герои страны» сайты.