Бойҙай музейы (рус. Национальный музей «Ак бугдай», төркм. Milli «Ak bugdaý» muzeýi, һүҙмә-һүҙ Милли «Аҡбойҙай» музейы) — Төркмәнстандағы Аһал вилайәтенең административ үҙәге Әнеү ҡалаһында ойошторолған музей.Донъялағы берҙән-бер бойҙай музейы [1].

Бойҙай музейы
Нигеҙләү датаһы 2005
Дәүләт  Төркмәнстан
Урын Әнеү
Карта

Музей 2005 йылда Төркиәнең «Продимекс» компанияһы тарафынан төҙөлгән, был урында 1904 йылда америкалы Рафаэль Пумпелли етәкләгән археология экспедицияһы 5 мең йыл әүәл үҫкән бойҙай орлоғон тапҡан. Төҙөлөш 7,7 млн АҠШ доллары тәшкил иткән. Төҙөлөштө финанслау Төркмәнстан Хөкүмәте иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған[2][3].

Бина тасуирламаһы

үҙгәртергә

Музей 21 метр бейеклектәге өс ҡатлы йортта урынлашҡан, уның ҡыйығында таҡыя рәүешендә теҙелгән алтын бойҙай башаҡтары өҫтөндә ҙур оло башаҡ ҡаҙап ҡуйылған. Музей фасады алдында фонтан комплексы урынлашҡан. Музей 32 мең м² территорияла урынлашҡан, шул иҫәптән 18 мең м²-ҙан артыҡ майҙанын йәшеллектәр биләй. Музейҙың аҫҡы янында 200 урынға иҫәпләнгән конференц-зал, эш кабинеттары, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу һәм музей хеҙмәткәрҙәренең ял итеү бүлмәләре, һаҡлағыс, телекоммуникация һәм мәғлүмәт үҙәктәре, кафетерий һәм башҡа бүлмәләр урынлашҡан[4].

Экспонаттар

үҙгәртергә

Музейҙа 1904 йылда табылған 5 мең йыл элекке бойҙай орлоғо, таш тирмән табаҡтары (беҙҙең эраға тиклем II мең йыл), ҡул тирмәне ташы (беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыл), кунжут майы сығарыу өсөн май һыҡҡыс, уңдырышлылыҡ алиһәләре һындары (Намаҙға депе, беҙҙең эраға тиклем IV мең йыл), бронза кәтмән (беҙҙең эраға тиклем II мең йыл), уҡ башаҡтары, бронза бысаҡ (беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыл), монохром һәм полихром рәсемдәр төшөрөлгән керамик һауыт-һаба фрагменттары һаҡлана. Һыу, май өсөн керамик сүлмәктәр, глазурланған аш-һыу һауыт-һабаһы, еләк-емеш өсөн вазалар, еҫлемайҙар, дарыу, хушбуй һауыттары күп тупланған. Музейҙа көршәкселәр эшләгән рәсемһеҙ һәм геометрик йәки үҫемлек биҙәктәре һалынған, глазурланған һәм өлөшләтә глазурланған, штампланған керамика бар. Экспозицияла шулай уҡ XIX-XX быуаттарҙағы йорт йыһаздары ла күрһәтелә: металл төрәнле ағас һуҡа, баҡыр сәйнүктәр, ҡомғандар, самауырҙар, һарыҡ йөнө ҡырҡыу өсөн ҡайсылар, тимерселәрҙең, зәркәрҙәрҙең хеҙмәт ҡоралдары, туҡыусылар станогы фрагменттары. Музей тупланмаларына өҫтәмә булараҡ селекционерҙарҙың заманса ҡаҙаныштары тип һаналған бойҙай сорттары көлтәләре ҡуйылған[4][5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Аһалтәкә аты

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә