Блэк-Хилс
Блэк-Хилс (ингл. Black Hills — «ҡара ҡалҡыулыҡтар») — АҠШ-тың Урта Көнбайышында Бөйөк тигеҙлектәрҙең төньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Дакота штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Вайоминг штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тауҙар[2][3] (һырт). Массивтың иң бейек нөктәһе Харни-Пик тауы (2208 м).
Блэк-Хилс | |
Тау һырты | Ҡаялы тауҙар |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Көньяҡ Дакота, Вайоминг һәм Лоуренс[d][1] |
Иң юғары нөктә | Пик Харни[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7242 фут |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Ултырма тау тоҡомдары, глинистый сланец[d], ҡомташ[d], эзбизташ, аспидный сланец[d], кварцит[d] һәм гранит[d] |
Эра | докембрий[d], палеозой[d], Мезозой, Кайнозой һәм третичный период[d] |
Майҙан | 5000 миль² |
Блэк-Хилс Викимилектә |
Блэк-Хилс исемен лакота индеецтары биргән, уларҙың телендә Паха-Сапа — ҡара ҡалҡыулыҡ (уба). Лакота һәм шайен индеец ҡәбиләләре өсөн изге урын булып тора.
1874 йылда Джордж Армстронг Кастер етәкселегендәге экспедиция тарафынан алтын табыла. АҠШ хөкүмәте бында йәшәгән индеецтарҙың 1876 йылдың 1 февраленә тиклем махсус агентлыҡтарға килеүен талап итеп ультиматум сығара, артабан улар резервацияға ебәрелә. Был талап килешеүгә нигеҙләнгән, ул Ларами фортындағы килешеү (1868) Ҡара ҡалҡыулыҡтар (Блэк-Хилс) индеецтар резервацияһының бер өлөшө булып китә һәм тик индеецтарға файҙаланыуға тапшырыла. Был ваҡиғалар Ҡара ҡалҡыулыҡтар өсөн һуғышҡа килтергән.
Блэк-Хилс тауҙарында Рашмор тауы һәм Ярһыу Ат Мемориалы урынлашҡан. Шулай уҡ Блэк-Хилс районында йыл һайын бөтә донъя мотоциклсыларының йәйге раллиһы үтә, ул Стурджиста мотоцикл раллиһы булараҡ билдәле[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 52.
- ↑ Топокарты Генштаба . Дата обращения: 10 июнь 2022. Архивировано 21 апрель 2022 года.
- ↑ Joe Berk. Riding the Black Hills . Дата обращения: 26 октябрь 2010. Архивировано 23 июль 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Peakware.com (ингл.). Архивировано из оригинала 10 август 2013 года.
- Блэк-Хилс Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- An article about the land the people of Black Hills