Блохин Николай Кондратьевич

Николай Кондратьевич Блохин (1841 йыл — 1918 йыл) — Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, меценат, беренсе гильдия сауҙагәре, китап нәшерсеһе һәм китап сауҙагәре.

Блохин Николай Кондратьевич
рус. Николай Кондратьевич Блохин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1841
Тыуған урыны Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1918
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР
Һөнәр төрө сауҙагәр, бағыусы, книготорговец, нәшерсе
Эшмәкәрлек төрө Сауҙа
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Кондратьевич Блохин Өфөлә 1841 йылда тоҡомло I гильдия сауҙагәре Кондратий Николаевич Блохин ғаиләһендә тыуа.

1863 йылда Рәсәйҙә көслө спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙың откуп системаһын бөтөрәләр һәм Блохиндар Ҡунаҡһарайҙағы кибеттәрҙе һатып ала. Ошо уҡ йылда Николайҙың атаһы Кондратий Игнатьевич совет заманында Резина-техник изделиелар заводы нигеҙләнгән урында (1993 йылда «УЗЭМИК» тип үҙгәртелә) һыра заводы төҙөй. Блохиндар фирмаһы Өфөлә 16 эске йорто тота.

1867 йылда Блохиндар быуалы Аксаков усдьбаһын (хәҙер — Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы) һатып ала, шунда уҡ араҡы заводы эшләй.[1]

Өфөләр «Блохиндарҙыҡы» тип атаған китапхана 1869 йылда асыла һәм 7 йылдан унда 3 меңләп китап иҫәпләнә. Рус телендәге барлыҡ тиерлек билдәле журналдар (100-ҙән ашыу комплект) һәм популяр гәзиттәр алдырыла[2].

1871 йылда әсәһе вафат булғас, Николай Блохин ата-әсәһенән мираҫҡа барлыҡ типография эшен алып ҡала. Өлкән ағаһы Александр Кондратиевич алкоголь продукцияһын етештереү заводтарына эйә була.

1872 йылдың 4 октябрендә Спасс сиркәүендә 30 йәшлек Николай Кондратиевич билдәле 2-се гильдия сауҙагәре Николай Лаврентьевич Пеннаның ҡыҙына өйләнә.

1874 йылда Н. К. Блохиндың нишриәте асыла, ул Өфөлә тәүге ҙур шәхси типография була. Бында китаптар, брошюралар, плакаттар, листовкалар, календарҙар, ҡала күренештәре төшөрөлгән открыткалар тиражлана.

1880 йылдың 11 ноябрендә Өфөнәң 2 гильдия сауҙагәре, Николай Кандратьевичтың ағаһы Александр Блохин сауҙагәр Владимир Хрисанфович Тушновтан йылына 10 процент түләү иҫәбенән 18000 һум кредит ала. Залогҡа һыра заводын һәм хәҙерге Аксаков баҡсаһындағы усадьбаны һала.

1884 йылда Александр Блохиндың банкротлығы буйынса аукционда барлыҡ мөлкәтте Минзәләнең уңышлы эшҡыуары Василий Ильич Видинеев һатып ала.

1912 йылда Николай Блохин китапханаһын ҡалаға бүләк итә[3]. Ул хәҙерге Сочи урамындағы 2-се китапхана фондының һиҙелерлек өлөшөн алып тора.

Николай Блохиндың ҡасан вафат булыуы билдәле түгел. 1989 йылда уның туғаны Антонина Исаевна Блохина, революцияның тәүге йылдарында Николай Кондратьевичты йортонан урамға ҡыуып сығаралар, һуңынан төрмәгә ултырталар, унда ул үпкәһе шешеүҙән вафат була, тип һөйләй[4].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Николай Блохин Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһын (хәҙерге 3-сө мәктәп) төҙөүгә ҙур суммалар бүлә, Кесе Усолка урамы (хәҙер Усолка) һәм 3-сө Усолка тыҡырығы (Йылайыр урамы) сатындла 24 урынға иҫәпләнгән бушлай дауахана төҙөй.

2016 йылда Н. К. Блохиндың беренсе типографияһына төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусы бирелә.[5]

Үрге сауҙа майҙанында ғибәҙәтхана төҙөүгә ҙур сумма бүлә. Хәҙер был урында фонтан һәм һуҫарға һәйкәл тора[6].

Өфөнәң Киров районындағы Кавказ урамы киров 1930 йылға тиклем Блохин урамы тиа аталып йөрөтөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә