Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы
С. Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы — Өфөләге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы. Баҡса ландшафт ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора[1].
С. Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | Мәҙәниәт һәм ял паркы |
Урынлашыуы | |
54°43′07″ с. ш. 55°57′12″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБаҡса урыҫ яҙыусыһы Аксаков Сергей Тимофеевич хөрмәтенә аталған. XVIII быуат аҙағында хәҙерге парк биләмәһендә (элек — Голубиный биҫтәһе, хәҙер — хәҙер Пушкин, Яңы Күпер, Цюрупа һәм Вәлиди урамдары) яҙыусының ата-әсәләре ишек алды ҡаралтылары һәм емешүеләкле баҡса менән утар һатып алалар. Бында 1791 йылдың 20 сентябрендә (1 октябрь) Аксаков Сергей Тимофеевич тыуа ла инде. Был йорт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған. Ул 1821 йылғы янғын ваҡытында яна.
Утарҙың яңы хужалары 1822 йылда гөрләүекте быуып, ҙур булмаған күл булдыралар.
Һуңғараҡ Аксаковтың ата-әсәһе яңы йортҡа күсеп сығалар. XIX быуаттың уртаһында утар биләмәһе 1-се гильдия сауҙагәре, спирт-араҡы һәм һыра ҡайнатыу производствоһы хужаһы Кондратий Игнатьевич Блохиндыҡы була. Ул хатта утарҙа ҙур булмаған араҡы заводы ойоштора, бында эскелек һата торған йорт (питейный дом) һәм ресторан аса. Кондратий Блохиндың улы — Александр Кондратьевич Блохин — 1875 йылда баҡсала театр төҙөй, ҡайын сауҡалығын ултырта.
1884 йылда утар биләмәһе баҡсаһы һәм ҡаралтылары менән М. В. Пупышевҡа һатыла. Дүрт йыл үткәс, Блохиндың элекке баҡсаһы сауҙагәр Василий Ильич Видинеевдың ҡулына күсә. Утар урынында баҡса ултыртыла. Халыҡта популяр булған баҡсала аттракциондар, мөғжизәләр лабиринты, ресторан, бейеү майҙаны була. Паркта оркестр уйнай. Видинеев бында бер быуат тиерлек ғәмәлдә булған билдәле Йәйге театрҙы төҙөй (хәҙер был театр юҡ). 1910 йылда баҡсала Башҡортостан Республикаһы территорияһында беренсе теннис корттары асыла[2].
Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылда, шәхси парк ҡала ҡарамағына бирелә һәм 1920-се йылдарҙа паркка Луначарский исеме бирелә. Халыҡ телендә уны Лунный тип йөрөтәләр. Паркта йәйгеһен көн һайын киске 8-ҙән һәм төн уртаһына тиклем тынлы оркестр уйнаған. Паркта павильон-читальня, бильярдхана, ресторан эшләгән, сәхнәлә көн һайын концерт программалары уҙғарылған. Ресторан һәм театр биналары Видинеев осоронда төҙөлгән була, шуға күрә улар тик йәй көндәрендә генә эшләгән.
1956 йылда паркка ингән урын колонналы арка биҙәй һәм тимер ҡоймалар ҡуйыла. Паркта аттракциондар өсөн майҙансыҡ төҙөйҙәр, шулай уҡ көлкө бүлмәһе, кино майҙансығы һәм фонтандар. Баҡсала гипстан скульптуралар урынлаштырыла. Ленин һәйкәле 1957 йылда ҡуйыла һәм 1990 йылға тиклем шунда тора.
1960 йылда баҡса ҡаты һынауҙарға дусар була. Мәҫәлән, традицион гранит валсығы урынына юлдарҙы асфальтлау биләмәнең һаҙланыуына килтерҙе, бик күп ҡайын ҡорой, улар урынына тал һәм акация ултырталар.1969 йылда парк территорияһының бер өлөшөндә Кабель заводы төҙөлә башлай һәм ҡалала йәшәүселәр шау-шоулы, йәмһеҙ, күләгәле урынға һирәгерәк килә башлай.
1989 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар советы Ҡарарына ярашлы Луначарский исемендәге баҡсаның исеме яҙыусы С. Т. Аксаковтың 100 йыллыҡ юбилейына С. Т. Аксаков исемендәге баҡса тип үҙгәртелә. Шул уҡ йылда Аксаков исемендәге баҡса Министрҙар Советы бойоороғо буйынса Өфө ҡалаһында парк-мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелә.
1991 йылда бер ниндәй сәбәпһеҙ Йәйге театр һүтелә. Хәүефһеҙлек маҡсатында бик ҙур тирәк-осокорҙәр бысыла (ағастарҙа бик ҙур ҡыуышлыҡтар була, шуға күрә ағастар паркта ял итеүсе өлкәндәр һәм балалар һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф килтерәҡ). Был тирәктәрҙе Аксаковтар үҙҙәре ултыртыу ихтималлығы ла бар. Паркта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Людмила Александровна Алмаева етәкселегендә Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса байтаҡ эштәр уҙғарыла. Күлдең тирәһе матурлана, юлдарға плитка түшәлә. «Аленький цветочек» исемле кафе асыла.
С. Т. Аксаков исемендәге баҡса ике мәртәбә СССР-ҙа иң яҡшы баҡсаһы тип таныла һәм 2005 йылда сираттағы мәртәбә Өфөнөң иң яҡшы паркы тип билдәләнә.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәПарк биҙәге — ҙур булмаған күл. 2002 йылда бында аҡҡоштар килтерелә, улар паркка тағы ла йәм өҫтәй. Улар менән бергә күлдә өйрәктәр ҙә йәшәй. Һыуҙа балыҡ тереклек итә.
Аксаков баҡсаһы никахҡа инеүселәрҙең иң яратҡан урыны. Бында мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Ҡышҡыһын паркта һырғалаҡ эшләй.
Галерея
үҙгәртергә-
Баҡса революцияға тиклемге открыткаларҙа
-
Баҡса революцияға тиклемге открыткаларҙа
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шабрина В. Ф. Сад им. С. Т. Аксакова.// Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- ↑ Хафизов Ф. Н. Теннис.// Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шабрина В. Ф. Сад имени С. Т. Аксакова // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Парк, сквер, майҙан Уфа 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
- Унда мәҙәниәт һәм ял итеү баҡсаһында. С. Т. Аксаковтың
- Иҫке парк фотоһы 2016 йыл 4 март архивланған.