Кавказ урамы (Өфө)

Кавказ урамы (Өфө) - Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы  Киров районында урынлашҡан.  Өфө ҡалаһының иҫке урамдарының береһе булып тора. Кавказ урамы Сочинский һәм Менделеев урамдары араһында ята.

Кавказ урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта

Урам тарихы

үҙгәртергә

18 быуатта урам өфө казак атаманы Буданов хөрмәтенә аталып,  Буданов  урамы булараҡ билдәле [1], уның етәкселегендә 400 кеше торған. Урам Өфө ҡалаһының көнбайыш сиге булған. 

19 быуат аҙағында урам ҡала өсөн мөһим меценат һәм икенсе гильдиялы сауҙагәр Николай Кондратьевич Блохин хөрмәтенә Блохин урамы тип үҙгәртелә[2]

1930 йылда урам Кавказ урамы тип үҙгәртелә.

Иғтибарға лайыҡ булған биналар һәм ҡоролмалар

үҙгәртергә
  • Өфө ҡалаһының Киров РУВД 
  • "Нурлы" алкоголһеҙ эсемлектәр заводы 
  • Өфө ҡалаһының Киров районындағы  "Ихлас" мосолман дини ойошмаһы  (Кавказ һәм Сочинский урамдары киҫелешендә)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә