Благовар районында һары умырзая популяцияһы
Благовар районында һары умырзая популяцияһы (рус. Популяция горицвета весеннего в Благоварском районе) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Благовар районы биләмәһендәге дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы. Майҙаны 607,0 гектар[1].
Благовар районында һары умырзая популяцияһы | |
---|---|
урыҫ : государственный природный ботанический заказник, Популяция горицвета весеннего в Благоварском районе | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 607,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2 ноябрь 1977 йыл |
Урынлашыуы | |
54°41′05″ с. ш. 55°08′20″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТәбиғәт заказнигы Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Уҙыбаш ауылынан көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. БАССР Министрҙар Советының 1977 йылдың 2 ноябрендәге 555-се «Дәүләт урман фонды ерҙәрендә дарыу үҫемлектәрен һаҡлау буйынса заказниктарҙы ойоштороу тураһында»ғы ҡарары менән айырым һаҡланыусы ботаник тәбиғәт заказнигы статусы бирелә[2]. Заказник Өфө урмансылығы дәүләт учреждениеһы Благовар участка урман хужалығының 8-10-сы, 13-сө, 17-се кварталдарындағы урмандарҙы һәм урман ситтәрен үҙ эсенә ала. Һаҡ зонаһы сиктәре:
- төньяҡтан — 54°41’56,15” (төньяҡ киңлек), 55°8’27,32” (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көньяҡтан — 54°40’44,16” (төньяҡ киңлек), 55°10’4,84” (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көнбайыштан — 54°40’9,04” (төньяҡ киңлек), 55°9’16,06” (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көнсығыштан — 54°40’20,38” (төньяҡ киңлек), 55°6’35,18” (көнсығыш оҙонлоҡ).
Заказник ҡиммәтле дарыу үҫемлеге - яҙғы умырзая популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Шуның менән бер рәттән унда шулай уҡ ҡиммәтле дарыу үҫемлеге - бейек андыҙ үҫә. Ландшафы урманлы даланан ғибәрәт, унда ҙур булмаған майҙанлы урман массивтары, элек төрлө үләнле-ҡылғанлы далалар биләгән ауыл хужалығы ерҙәре менән аралашып килә. Урмандар, башлыса икенсел, ҡайынлыҡтар һәм уҫаҡлыҡтар, ләкин заказникта шулай уҡ киң япраҡлы ағастар, башлыса йүкәлектәр һәм имәнлектәр, һирәгерәк сағанлыҡтар осрай. Заказниктың бер участкаһын ҡара ерек ағасы биләй. Урман массивтары араһында сағыл болондар, үҫемлектәре урман-туғайлыға яҡын булған ҡырҡындылар осрай. Дымлы уйһыулыҡтар ҡылған һәм ҡуҙаҡлылар ҡаплаған текә битләүҙәр менән уратып алынған[1].
Әһәмиәте
үҙгәртергәЗаказник ҡиммәтле дарыу үҫемлегенең яҡшы һаҡланған популяцияһын - урман ситтәрендә, дымлыраҡ уйһыулыҡтарҙа үҫкән яҙғы умырзаяны һаҡлай. Заказникта яҙғы умырзаяның продуктлылығы республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ, гектарынан 3 тоннанан ашыу. Заказник ресурстарҙы һаҡлау, фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- горицвета весеннего в Благоварском районе Популяция горицвета весеннего в Благоварском районе . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР» .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 горицвета весеннего в Благоварском районе Популяция горицвета весеннего в Благоварском районе . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР» .