Бисҡужа
Бисҡужа (рус. Бискужа (төркисә «Биш хужа»[2]) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл, Красносакмарский бүлегенә ҡарай.
Бисҡужа | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны | 7 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 462223 |
Тарихы
үҙгәртергәАуылдың тарихы тураһында Ырымбур тарихсыһы, журналист С. М. Стрельников бәйән итеүенсә, ул XIX быуаттың икенсе яртыһында Боғорослан өйәҙе Смагин улусы мордва-эрзә крәҫтиәндәре башҡорттарҙан ерҙәрен һатып йәки ҡуртымға алған. Бөгөлмә өйәҙенән, Һамар губернаһы Сергиевск ҡалаһынан мордвалар күсеп килеп ҡушыла торғандар[2].
XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы төрлө сығанаҡтарҙа Бисҡужа утары телгә алына. 1939 йылдың архив мәғлүмәттәре буйынса, Ҡыуандыҡ районы составында Үрге Бисҡужа һәм Бохарсы ауыл советына ҡараған Түбәнге Бисҡужа ауылдары иҫәптә тора. Ауыл Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Бисҡужа йылғаһы яры буйында урынлашҡан.
Иң уңышлы йылдарҙа Бисҡужа халҡы 500 кешегә, ә йорт-ихаталар һаны — 120-гә тиклем етә. Ауыл халҡы баҫыусылыҡта, һөтсөлөк, ҡошсолоҡ фермаларында, тирмәндә һәм тимерлектә мәшғүл булған. XX быуаттың 60-сы йылдарында ауылда бәләкәй күрше ауылдарҙан балалар өсөн интернат менән 8 йыллыҡ мәктәп, клуб, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләгән.
8 йыллыҡ мәктәп 1966 йылда ябыла, башланғыс ҡына булып ҡала, ә 1974 йылда бөтөнләй ябыла[3].
Ауыл хужалыҡтарын эреләтеү буйынса дәүләт сәйәсәте менән бәйле ҡошсолоҡ фермаһы ябылған, һауын көтөүе, һуңынан эре мал иҫәбе лә бөтөрөлгән. Бер аҙҙан фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм магазин да ябылған. Халыҡтың күпләп ситкә китеүе башлана. XXI быуатҡа ауыл дача ҡасабаһына әйләнеп килеп баҫа
Географияһы
үҙгәртергәРайон үҙәге Ҡыуандыҡтан 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдан 8 км алыҫлыҡта «Шайтан-тау» дәүләт ҡурсаулығы ойошторолған[4]
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың атамаһы башҡорт телендәге биш һәм хужа һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Әйтеүҙәренсә, башта килеп ултырып, утар барлыҡҡа килтергән хужалар бишәү булған. Хужа һүҙе эрзәләргә лә хуш килгән, сөнки уларҙың топонимикаһында ла кужа, кужо, кужи — «болон, ялан» форманты бар, мәҫәлән, Кочкужи, Репакужи, Трокскужа. Шул рәүешле башҡорт-эрзә сығышлы ойконоим барлыҡҡа килгән[5]
Халыҡ
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[6] |
7 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 С.М.Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, Издательство С.М.Стрельникова, 1994.
- ↑ История Оренбургской области
- ↑ Шайтан-Тау
- ↑ От башкир топоним записан в форме «Биш хужа». Предание гласит, что первых хозяев-поселенцев было пятеро. В башкирском языке биш — «пять», хужа — «хозяин». Название удачно вписалось в ряд привычных для мордвы топонимов с формантом кужа, кужо, кужи — «поляна», каких немало на территории Мордовии: Кочкужи, Репакужи, Трокскужа. Поэтому форму Бискужа можно рассматривать как результат втягивания башкирского названия в мордовский рядС.М.Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, Издательство С.М.Стрельникова, 1994.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кувандыкская энциклопедия. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2006. — 408 с.
- Кувандыкская энциклопедия. Издание второе, переработ. и дополн. — /Гл. редактор-составитель С. М. Стрельников. — Челябинск, 2013. — 636 с.