Бисер (ҡала)
Бисер — (рус. Бисерть) — Рәсәй Свердловск өлкәһендәге ҡала тибындағы ҡасаба, Бисер ҡала округының административ үҙәге.
Бисер | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1735 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Бисертский городской округ[d][1] һәм Бисертский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бисертский городской округ[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 9245 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 292 метр |
Майҙан | 13 км² |
Почта индексы | 623050 |
Урындағы телефон коды | 34398 |
Бисер Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәБисер — Екатеринбург ҡалаһынан көнбайышҡа табан 95 километр (автоюл буйлап 100 километр) алыҫлыҡта урынлашҡан «Бисер ҡала округы» муниципаль берәмегенең административ үҙәге. Ҡасабала Бисер йылғаһында (Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы) быуа, Мәскәү — Свердловск тимер юлы тармағында Бисер Заводы тип аталған тимер юл вокзалы бар. Ҡасаба эргәһендә, көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Себер тракты уҙа[3].
Ҡасаба тарихы
үҙгәртергә1761 йылдың 5 (16) ноябрендә Г. А. Демидов төҙөткән Бисер тимер ҡойоу заводы тимер эшләнмәләре өсөн беренсе сүкеү машинаһы эшләй башлай. Шул ваҡыттан Бисер заводының тарихы яҙыла башлай ҙа инде.
1923 йылдан Бисер административ рәүештә Урал өлкәһенең Екатеринбург районына буйһонған. Был ваҡытта Бисер районы ойошторолған, үҙәге итеп Бисер ҡасабаҙы тәғәйенләнгән. 1942 йылда Бисер эшселәр ҡасабаһына әйләнә. 1944-1959 йылдарҙа ул Бисер районы үҙәге була. 1996 йылдың 10 ноябрендә муниципалитет Свердловск өлкәһенең муниципаль берәмектәре дәүләт реестрына индерелә.
Статусы
үҙгәртергә2004 йылдың 21 июлендә «Бисер муниципаль берәмеге сиктәрен билдәләү һәм уға ҡала округы статусы биреү тураһында» 34-03 һанлы өлкә законы менән ҡала округы статусы алған муниципаль берәмек биләмәләре билдәләнә. 2005 йылдың 9 июнендә Бисер муниципаль берәмеге Думаһы ҡарары менән Бисер ҡала округы уставы раҫлана. 2017 йылдың 1 октябренән 35-ОЗ һанлы өлкә законы нигеҙендә эшселәр ҡасабаһы статусы ҡала тибындағы ҡасабаға үҙгәртелә[4].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[5] | 1970[6] | 1979[7] | 1989[8] | 2002[9] | 2009[10] | 2010[11] |
11 573 | ↗13 181 | ↘11 671 | ↗12 646 | ↘11 262 | ↘10 673 | ↘10 233 |
2012[12] | 2013[13] | 2014[14] | 2015[15] | |||
↘9996 | ↘9900 | ↘9825 | ↘9814 |
Этимологияһы
үҙгәртергәҠала атамаһы үҙе ярына урынлашҡан йылғанан алынған. Йылға атамаһының килеп сығышы иһә аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Уны коми, протовенгр телдәренән килеп сыҡҡан тиеүселәр ҙә бар. Әммә Уралда йәшәгән төрки халыҡтар уны Бисер тип атағаны теркәлеп ҡалған[16]
«Бисер(ть) с венгерскими данными. Следы предков венгров — „протомадьяр“ — ищут и в Башкирии, и в Прикамье. Между тем, в венгерском языке „вода“ — виз, „поток воды“ — визар, визэр. Обратимся теперь к топонимии Приуралья. И, кроме Бисерти, Бисера, Бисеры обнаружим еще Бизяр две реки Бизь, а также реки Без, Биз,Биэз в Башкорстане», — тип яҙа билдәле топонимист А. К. Матвеев.[17].
Ысынлап та, Башҡортостандың Яңауыл районында Беҙ (рус. Бизь), Күгәрсен районында, Пермь крайында Биҙ йылғалары бар. Уларҙың килеп сығышын уғыр телендәге виз — һыу һүҙе менән бәйләйҙәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ ЗАКОН СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ от 13 апреля 2017 года N 35-ОЗ "О МЕРАХ ПО РЕАЛИЗАЦИИ ЗАКОНА СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ "ОБ АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ"" . Дата обращения: 29 март 2018.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ О названии реки Бисерть
- ↑ А. К. Матвеев. Географические названия Урала.- Екатеринбург: «Сократ», 2008 г.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бисертский завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)