Бисерт заводы
Бисерт заводы — 1760 йылда Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бисерт йылғаһының (Ҡариҙел йылғаһының ҡушылдығы) буйында Г. А. Демидов тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Екатеринбургтан 118 км һәм Рәүҙе заводынан 101 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Бисерт заводы | |
Тармаҡ | Ҡара металлургия |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1760 |
Дәүләт | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Бисер (ҡала), Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе |
Продукция | крица[d] һәм Суйын[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1918 |
Код МСОК 4 | 2410 |
Тарихы
үҙгәртергә1760—1805 йылдарҙа, 1829—1835 йылдарҙа, 1843—1873 йылдарҙа заводтарға Демидовтар етәкселек итә, 1805—1919 йылдарҙа хужалыҡ Зеленцовтарға күсә, 1819—1829 йылдарҙа, 1879—1997 йылдарҙа — ҡаҙна, 1835—1843 йылдарҙа — Дәүләт заём банкы ҡарамағына күсерелә, 1873—1879 йылдарҙа завод менән — Г. М. Пермикин, 1897—1913 йылдарҙа А. Н. Ратьков-Рожнов, 1913—1918 йылдарҙа П. Г. Солодовников етәкселек итә; 1918 йылда завод национализациялана. Рәүҙе тау округына ингән.
Бисерт заводы 1761 йылды эшләй башлай. XVIII быуат аҙағында — 12 крица горны һәм 6 йәйеү сүкеше, 1880 йылда — 7 крица горны, 5 пудлинг һәм 3 иретеү мейесе була. 1773 йылға ҡарай Бисерт заводы 491 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә; 1797 йылда мастеровой һәм эшсе кешеләр (төп эштәрҙә) — 547, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр (ярҙамсы эштәрҙә) — 2258; 1890 йылда эшселәр — 480 (182-һе завод эштәрендә, 298-е ярҙамсы эштәрҙә); 1913 йылда — 1132 (281-е төп эштәрҙә һәм 851 е ярҙамсы эштәрҙә). Бисерт дачаһында тупраҡ ташлы, игенселек менән шөғөлләнеү өсөн бигүк уңайлы түгел, әммә халыҡ игенселек менән шөғөлләнәләр. Башта завод Уткин заводының суйынын иретеү күҙаллана, әммә 1761 йылда Г. А. Демидов вафат булғандан һуң завод Рәүҙе домна заводы менән бергә Демидовтың кесе улына тәғәйен була[2] һәм ул Завод Рәүҙе заводынан алып киленгән суйынды тимергә әйләндерә[1]. Рәүҙе суйын иретеү һәм Бисерт тимер яһау заводтары Рәүҙе тау округының нигеҙе булараҡ берҙәм хужалыҡ комплексын тәшкил итеп, 1917 йылғы революцияға тиклем ғәмәлдә була[2].
1901 йылда суйын етештереү башлана. Уртаса етештереүсәнлек — йылына 113 мең бот тимер һәм 362 мең бот суйын; максималь етештереүсәнлек — 339 мең бот тимер (1914) һәм 608 мең бот суйын (1913).
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
үҙгәртергәКрәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод хәрби ғәмәлдәр зонаһында була. 1774 йылдың ғинуарында Көңгөрҙән Екатеринбургка табан китеп барған И. Н. Белобородов етәкселегендә баш күтәреүселәр отряды бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ заводты баҫып ала. Мастеровойҙарҙың һәм эшселәрҙең бер өлөшө ихтилалсыларға ҡушыла[2].
1773—1775 йылдарҙа, 1903 йылда завод эшләмәй. 1930 йылдың ноябрендә завод Реммаштрестҡа тапшырыла һәм металл эшкәртеү станоктарын ремонтлау буйынса предприятиеһы итеп үҙгәртелә[2].
Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Свердловск өлкәһенең Бисерт ҡасабаһы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Бисертский завод
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 БИСЕРТСКИЙ ЗАВОД 2018 йыл 11 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БИСЕРТ ЗАВОДЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БИСЕРТСКИЙ ЗАВОД 2018 йыл 11 май архивланған.
- Бисертский завод