Билл Тилден
Уильям Тейтем (Ҙур Билл) Тилден (ингл. William Tatem «Big Bill» Tilden; 10 февраль 1893 , Филадельфия — 5 июнь 1953, Лос-Анджелес) — АҠШ тенниссыһы.
- Ҙур шлем турнирының яңғыҙ разрядында ун тапҡыр еңеүсе
- Ҙур шлем турнирының ир-егеттәрҙең парлы һәм ҡатнаш разрядтарында ун бер тапҡыр еңеүсе
- Грунтлы (тупраҡлы) кортта донъя чемпионы (1921)
- Дэвис кубогына ете тапҡыр эйә булыусы (1920—1926)
- Профессионалдар араһында ике тапҡыр АҠШ чемпионы (1931, 1935), профессионалдар араһында Франция чемпионы (1934)
Билл Тилден | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Америка Ҡушма Штаттары[3] |
Ҡушамат | Big Bill |
Тыуған көнө | 10 февраль 1893[4][2][5][…] |
Тыуған урыны | Джермантаун[d], Филадельфия, Пенсильвания, Америка Ҡушма Штаттары[4] |
Вафат булған көнө | 5 июнь 1953[4][2][6][…] (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары[4] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты[7], инсульт һәм коронарный тромбоз[d] |
Ерләнгән урыны | Ivy Hill Cemetery[d] |
Атаһы | William Tatem Tilden[d] |
Әсәһе | Selina Hey[d] |
Бер туғандары | Herbert Marmaduke Tilden[d] |
Һөнәр төрө | теннисист, теннисный тренер |
Уҡыу йорто |
Пенсильванский университет[d] колледж Пирса[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1946 |
Спорт командаһы ағзаһы | сборная США по теннису в Кубке Дэвиса[d][4] |
Спорт төрө | теннис[3] |
Играющая рука | праворукость[d][5] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 188 сантиметр |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Bill Tilden |
Билл Тилден Викимилектә |
1959 йылдан алып Халыҡ-ара теннис даны залы ағзаһы.
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәКесе Уильям Тейтем Филадельфия ҡалаһында сығышы менән Великобританиянан булған хәлле ғаиләлә тыуа. Ул өлкән апайҙары һәм ағаһының үлеменән һуң туғыҙ йыл үткәс тыуған һуңғы бала була. Малайҙың тәрбиәһе менән әсә шөғөлләнә, һәм малай йомшаҡ, иркә булып үҫә. Ниндәйҙер кимәлдә Биллға әсәләш ағаһы Герберт атаһын алмаштыра, ул да теннис менән шөғөлләнә. Теннистан тыш, Билл бала сағынан шиғриәт, театр һәм музыка менән мауыға, һуңғараҡ килеменең күп өлөшөн ошо шөғөлдәренә тотона[8].
Китаптары һәм сәхнә карьераһы
үҙгәртергәТилден теннис тураһында бер нисә китап яҙа:
- «Паун-теннис сәнғәте» (ингл. The Art of Lawn Tennis, 1922)
- «Нисек матч уйнарға һәм тупты бороп биреү» (ингл. Match Play and the Spin of the Ball, 1925)
- «Тенниста уйындарҙы камиллаштырыу» (ингл. How to Play Better Tennis, 1950)
Ул шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәр — хикәйәләр, романдар һәм «Бөтәһе лә нимәлер теләй» тигән пьеса яҙа (ингл. They All Want Something, 1926), пьсеаһы күпмелер ваҡытта сәхнәлә ҡуйыла. Тилден был пьесала үҙе бер ролдә уйнай. Ул шулай уҡ 1926 йыл дауамында ике бродвей спектаклендә ҡатнаша.[9].
Енси янъялы
үҙгәртергәБилл үҙе ғаилә ҡормай. Йәш сағында ул үҙенең гомосексуал ҡылығын аңлай, ә әүҙем уйын карьераһы аҙағына был әүәҫлеге нығыраҡ һиҙелә башлай. 1939 йылға ҡарай уның быға артыҡ өҫтөнлөк биреүе тураһында имеш-мимештәр киң тарала, һәм уға малайҙарҙы өйрәтергә ышанып тапшырмаҙар (ғөмүмән, балаларҙы). Лос-Анджелесҡа күсеп килгәс, күпмелер ваҡыт билдәле актрисалар Грета Гарбо һәм Кэтрин Хепберн менән күнекмәләр үткәрә.
1946 йылда Тилден 14 йәшлек малай менән бергә тотола. Ул балиғ булмағандарҙы аҙҙырыуҙа ғәйепләнә, һәм полиция бүлексәһендә үҙ ғәйебен таный. Әммә судта ул элекке гомосексуал бәйләнештәрен инҡар итә. Суд Тилденды бер йыл төрмәгә хөкөм итә, ул унан ваҡытынан алда, ете ай ярымдан һуң, азат ителә, балиғ булмағандарға яҡын барыу тыйыла, шулай итеп ул тренерлыҡ өсөн эш хаҡынан мәхрүм ҡала. 1949 йылда ул үҫмер юлаусыны ултыртып барғанында әҙәпһеҙ тәҡдим яһағаны өсөн ҡабаттан ҡулға алына. Ул азат ителеүҙең шарттарын боҙған өсөн яңынан бер йылға төрмәгә хөкөм ителә, әммә 1949 йылдың декабрендә тағы ла ваҡытнан алда азат ителә.
Икенсе тапҡыр төрмәнән сыҡҡандан һуң унан хатта иҫке дуҫтары ла ситләшә, Филадельфияла теннис карьераһын башлаған крикет клубының диуарҙарынан уның фотоһүрәттәре алып ташлана. Бер аҙ ҡалған дуҫтары уға финанс яҡтан ярҙам итә, ә 60 йыллығы хөрмәтенә һөнәри теннис турниры ойошторорға маташа, әммә был маташыуҙар йәмәғәтселектең сыуалышынан һуң килеп сыҡмай. Ул бынан һуң күп тә тормай, профессионалдар араһындағы АҠШ чемпионатына әҙерләнеп йөрөгәндә, Лос-Анджелеста вафат була.
Кинола һәм әҙәбиәттә.
үҙгәртергә1941 йыл Тилден ун минутлыҡ «Ҙур Тилден Билл» тигән документаль фильмда төшә (ингл. Big Bill Tilden). 2011 йылда «Ҙур Билл: триумфы һәм трагедиялары» тип аталған фильмын сығарыу күҙ уңында тотола (ингл. Big Bill:Triumphs and Tragedy).
Тилден Владимир Набоковтың «Лолита» романында ысын исеме телгә алынмай эпизодик персонаж сифатында «элекке данлыҡлы чемпион, һонтор, йыйырсыҡлы ҡарт туплы малайҙарҙан торған һәрәме менән» тип тасуирлана, уның баш героиняһы унан теннис дәрестәре ала. Китабында уның исеме Нед Лайтем (ингл. Ned Litam), был Тилден ысынбарлыҡта ҡулланған Ma Tilden әҙәби псевдонимының анаграммаһы булып тора[10].
Спорт карьераһы
үҙгәртергәҺәүәҫкәрлек карьераһы
үҙгәртергәБилл Тилден теннисты Джерментаун крикет клубында уйнай башлай. Ете йәшендә беренсе балалар туринирында еңеү яулай, ә һигеҙ йәшендә юниорҙар араһында 15 йәшкә тиклемге категорияла еңеп сыға.
Ҡатнаш парлы разрядтарҙа ул иртә уңышҡа өлгәшә башлай. 1918 йылда егерме йәшендә беренсе АҠШ чемпионы титулын яулай. 1918 йылда ул АҠШ чемпионатының яңғыҙ разрядта беренсе финалға эләгә, әммә өс партияла еңелә. Киләһе йылда, шулай уҡ өс партияла үҙенең аҙашы «Бәләкәй Билл» Джонстонтан ҡалыша, ул биргән бер геймды ла ала алмай.
Был еңелеүенән һуң Тилденбөтә ҡышты бинала күнекмәләр үткәреүенә арнай, ул ябыҡ ракетка менән һуғыуҙы эшкәртә һәм дөйөм формаһын яҡшыртыу өсөн ауыр физик хеҙмәт менән шөғөлләнә[11]. Бер йылдан һуң АҠШ чемпионаты финалында Джонстонды биш партияла еңә. 1920 йыла Уимблдон турнирында яңғыҙ разрядта тәүге американлы булып уйнап, еңеп сыға, һуңынан был уңышын 1921 йылда ҡабатлай. 1921 йылда, АҠШ чемпионаты һәм Уимблдондан башҡа, ул шулай уҡ Франциялағы тупраҡ майҙансыҡта донъя Чемпионатында еңеүсе була[12]. Шулай уҡ АҠШ чемпионатында ер майҙансыҡтарҙа ете тапҡыр, шул иҫәптән 1922 йылдан алып алты тапҡыр рәттән, һәм дүрт тапҡыр — АҠШ чемпионатында ябыҡ биналарҙа еңеү яулай.
1920 йылдан алып 1926 йылға тиклем Тилден АҠШ йыйылма командаһы менән Дэвис Кубогын рәттән ете тапҡыр яулай, был йылдарҙа ошо ярыш сиктәрендә 13 яңғыҙ матчтарҙы яулай.
Тилден 1930 йылға тиклем, 37 йәшендә Францияның ҡатнаш разрядта чемпионы булып, өсөнсө тапҡыр Уимблдонда еңеп сығып һәм үҙенең һуңғы Ҙур шлем турнирында титулдарын яулағансы теннис буйынса үҙешмәкәр сығыштарын дауам итә, Ошонан һуң ул һөнәри турға ҡушылыу буйынса тәҡдимгә риза була.
Һөнәри карьераһы
үҙгәртергәТилденға 1926 йылда һөнәри теннис турнеһында ҡатнашыуға контракт тәҡдим итәләр, әммә ул һәүәҫкәр рангында сығыштарын дауам итеүҙе өҫтөн күрә. Күп йылдар үткәс, ошо һайлау арҡаһында биш йыл карьераһын юғалтҡанын таный.
Тилдендың профессионалдарға күсеүе теннис өйрәнеүгә ҡағылған өс фильмын сығарыу буйынса «Метро Голдвин Майер» компанияһы менән контрактҡа ҡул ҡуйыуҙы тиҙләтә. Контракт Тилдендың хеҙмәтен түләүҙе лә күҙ уңында тота, был һәүәҫкәр теннис берекмәһенең тенниста уйнаған өсөн аҡса алыуын ҡәтғи тыйыуҙы боҙа 1928 йылда АҠШ-тың паун-теннис берекмәһе уның Уимблдон турниры тураһында мәҡәләләр яҙып аҡса эшләргә маташыуын иҫәпкә алып, 1928 йылда уны квалификацияһынан мәхрүм итә, әммә был ҡарар тамашасылар баҫымы аҫтында ғәмәлгә ашмай, уға берекмә етәкселегенә һәүәҫкәрҙәр ярышынан китеүен белдерергә тура килә.
Бынан һуң, 1930 йылдың 31 декабрендә, ул етәксе европа профессионалы, чех Карел Кожелуг менән матчтар серияһына контрактҡа ҡул ҡуя. Шул уҡ ваҡытта турға Тилдендың элекке партнеры һәм көнәркәше Фрэнк Хантер ҙа ҡушыла. Тилден Кожелугҡа ҡаршы матчтарҙың беренсе серияһын «ҡоро» иҫәп менән еңә, 9-0, һәм март айында ғына профессионал рангында унан беренсе тапҡыр еңелә, дөйөм алғанда май айына Тилдендың иҫәбе 27-6 була. Май айында шулай уҡ ул «ҡоро» иҫәп менән икенсе элекке билдәле һәүәҫкәр тенниссы һәм 1930 йылдағы профессионалдар араһындағы АҠШ чемпионы Винсент Ричардсты ҡыҫҡа матчтар серияһында еңеп сыға. Июль айында ул Ричардсты АҠШ чемпионатында парлы разрядта өс партияла еңеп, финалға барып етә, партнеры Хантер була. Был турнирҙа ул ҡатнашыусы сифатында ғына түгел, ә «New York Times» гәзитенең хәбәрсеһе булараҡ та сығыш яһай. Көҙ европа турнеһында, ул бер генә матчҡа, Кожелугтан, отола, ә ҡалған дәғүәселәрҙе, шулар иҫәбендә һөнәри теннистың күтәрелеп барыусы йондоҙо немец Ганс Нюсляйнды ла еңә. Бер йылда тур 240 мең доллар тиерлек күләмдә килем килтерә, ә Тилдендың Кожелугҡа ҡаршы беренсе матчы Madison Square Garden залында 14 мең самаһы тамашасыны йыя.
1932 йылда Тилден профессионалдар араһында АҠШ чемпионы титулын яҡлай алмай, Кожелугтан ярымфиналда еңелә. Берлинда донъя чемпионатында профессионалдар араһында ул. түңәрәк турнирҙа француз Пла Мартиндан ҡалышып, икенсе урын биләй[13]. 1933 йылдағы тәьҫирһеҙ сығыштарынан һуң, Тилден киләһе йылда яҡшы формаға ҡайта. Ул АҠШ чемпионатын үткәреп ебәрә, әммә бер нисә АҠШ-тың абруйлы турнирҙарында, Франциялағы ике абруйлы турнирҙа, шул иҫәптән Ролан-Гаррос стадионында үткән профессионалдар араһындағы Франция чемпионатында (бында ул финалда Пла Мартиндан өҫтөн сыға) һәм Англия турнирында еңеүҙәр яулай. Дөйөм алғанда, был йылда уға ҡарағанда тик йәштәр Нюсляйн һәм Вайнз Элсуорт яҡшыраҡ сығыш яһай[14].
1935 йылда Тилден Дэвис Кубогының профессиональ аналогы— Боннардель Кубогын булдыра. Июнь айында Нью-Йоркта үткән финалда, американлылар (Тилден һәм Брюс Барнс) 1-4 иҫәбе менән француздарҙан еңелә. Июлдә ул Саутпортта профессионалдар араһында Великобританияның Халыҡ- ара чемпионаты финалында Вайнздан еңелә һәм уның менән парлы разряд турнирында еңеп сыға. Сентябрь айында карьераһындағы икенсе АҠШ чемпионатында, финалда Кожелугтан өҫтөн сығып, еңеү яулай[15].
Тилден һуғыш башланғанға тиклем ҙур уңыштарға ирешә алмаһа ла, һөнәри турҙа сығыш яһауҙарын дауам итә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында хәрби базаларҙа һалдаттар өсөн һәм госпиталдә яралы һалдаттар алдында ла тенниссылар төркөмө менән күрһәтмә матчтар уйнай. Һуғыш тамамланғандан һуң ул профессиональ тенниссыларҙың берекмәһен булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. (ингл. Professional Tennis Players Association, PTPA), АТР-тан элгәре. Уға 53 йәш булһа ла, профессиональ турнирҙарҙа, сирек һәм һәм ярымфиналға етеп, уңыштарға өлгәшә, ә 1945 йылдан АҠШ чемпионатында профессионалдар араһында парлы разрядта Винсент Ричардс менән бергә сығыш яһап, еңеп сыға.
Уйын стиле
үҙгәртергәКарьераһының башланғыс этабына Тилдендың төп һөжүм ҡоралы булып уның көслө биреүе һәм ҡыҫҡа һуғыуҙары була. 1920 йыл башында ул бэкхендты юғары кимәлгә тиклем камиллаштыра, ошо алымы арҡаһында ул ғәмәлдә оҙаҡ йылдар дауамында еңелмәҫ була. Оҙон һәм оҙон ҡуллы Тилден, оҙон буйы өсөн Ҙур Билл атала, дәғүәселәр уйнаған ракетканан да еңелерәк ракетка ярҙамында шул тиклем көслө итеп һуға, туптың осоу тиҙлеге биреүендә 240 км/сәғәттән дә аша. Замандаштары йыш ҡына уның майҙансыҡта иҫ киткес сыҙамлығын һәм ике партияла ҡалышып та ҡыйын хәлдән сыға алыу һәләтен иҫкә ала.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә«Ассошиэйтед Пресс» агентлығының фекер белешеү һөҙөмтәләре буйынса, Тилден егерменсе быуаттың беренсе яртыһында иң яҡшы тенниссы тип таныла. 1959 йылда уны исеме Халыҡ-ара теннис даны залына индерелә.
Карьераһындағы Ҙур шлем турниры финалында ҡатнашыу (34)
үҙгәртергәЯңғыҙ разрядта (15)
үҙгәртергәЕңеү (10)
үҙгәртергәЕңелеүҙәре (5)
үҙгәртергәИр-егеттәрҙең парлы разряды (8)
үҙгәртергәЕңеү (6)
үҙгәртергәЕңелеүе (2)
үҙгәртергәҠатнаш парлы разрядтар(11)
үҙгәртергәЕңеүҙәре (5)
үҙгәртергәЕңелеүҙәре (6)
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #10643585 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 сайт ATP
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.) — London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 206.
- ↑ 5,0 5,1 сайт ITF
- ↑ Bill Tilden // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 651. — ISBN 978-0-942257-70-0
- ↑ Frank Deford. Out of the sun, into the shadows (ингл.). Sports Illustrated (20 ғинуар 1975). Дата обращения: июнь 2010. Архивировано 27 апрель 2012 года.
- ↑ William T. Tilden II в Internet Broadway Database
- ↑ V. V. Nabokov. The Annotated Lolita. — 1st Vintage Books ed.. — Vintage Books, 1991. — P. XLVII. — 457 p. — (Vintage Series). — ISBN 0-679-72729-9.
- ↑ Ron Borges. Tilden brought theatrics to tennis (ингл.). ESPN (20 ғинуар 1975). Дата обращения: июнь 2010. Архивировано 27 апрель 2012 года.
- ↑ 1912-1914: The first World Clay Court Championships 2011 йыл 16 август архивланған. (инг.)(англ.)
- ↑ History of the Pro Tennis Wars, Chapter IV: Tilden and Nusslein, 1932—1933 (инг.)(инг.)
- ↑ History of the Pro Tennis Wars, Chapter V: The Early Ascendancy of Vines, 1934 (инг.)(инг.)
- ↑ History of the Pro Tennis Wars, Chapter VI, Vines’s Second Year: 1935 (инг.)(англ.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Tilden, "Big Bill" William T. II // The Encyclopedia of North American Sports History / Ralph Hickok. — NY: Facts on File, 1992. — P. 451—452. — 516 p. — ISBN 0-8160-2096-5.
- Статья Билл Тилден в онлайн-энциклопедии Citizendium (англ.)
- Big Bill Tilden (англ.) на сайте Internet Movie Database
- Big Bill: The Triumphs and the Tragedy (англ.) на сайте Internet Movie Database
- William T. Tilden II. The Art of Lawn Tennis. — Reprint from 1922 ed.. — Amsterdam: Fredonia Books, 2001. — 260 p. — ISBN 1-58963-332-6.