Беспаленко Татьяна Ивановна
Беспаленко Татьяна Ивановна (1 март 1921 йыл — 12 июнь 2017 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
Беспаленко Татьяна Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 март 1921 |
Тыуған урыны | Курганинский район[d], Армавирский округ[d], Юго-Восточная область[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 12 июнь 2017 (96 йәш) |
Вафат булған урыны | Курганинск[d], Краснодар крайы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Ивановна Беспаленко 1921 йылдың 1 мартында Кубань Халыҡ Республикаһы территорияһында, хәҙер Краснодар крайының Курған районында тыуған[1].
Кубанда колхоздар ойошторолғандан һуң, 1938 йылдан урындағы Ленин исемендәге колхоздың 6-сы баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй[2]. Бөйөк Ватан һуғышы тамаланғандан һуң Татьяна Беспаленко звеноны етәкләй, 1947 йылда йомғаҡтары буйынса звено 10 гектар майҙанда һәр гектарынан 32,23 центнер бойҙай уңышы ала[1]..
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 6 майындағы Указы менән 1947 йылда юғары бойҙай һәм кукуруз уңышын алған өсөн звено башлағы Беспаленко Татьяна Ивановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].
Ьаьбяна Беспаленконың дөйөм хеҙмәт стажы Михойловская станицаһының Ленин исемендәге колхозда (хәҙер «Михайловское» АСХО) 43 йыл тәшкил итә, шуларҙың 20 йылы дауамында звено башлығы булып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Курганинск ҡалаһында йәшәй. 2017 йылдың 12 июнендә вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергәУлдары:
- Георгий — Махачкалала йәшәй;
- Николай — Курган шәкәр заводы мастеры;
- Александр — агроном, фермер[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)
- Ленин ордены
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
- миҙалдар
- Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)[3].
Хәтер
үҙгәртергә2017 йылда Михайловская станицаһында Дан аллеяһында Беспаленко Татьяна Ивановнаның бюсы асыла[4][5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Библиография
үҙгәртергә- Трудовая слава Кубани / Под. ред. Н. Л. Заздравных. — Краснодар, 2003.
- Исупова Т. Татьяна Ивановна Беспаленко: К 80-летию Краснодарского края // Курганинские итоги. — 2017.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сайт «Герои страны»
- ↑ 2,0 2,1 Курганинская централизованная библиотечная система
- ↑ Постановление Главы администрации Краснодарского края от 09.01.1996 № 8 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник сельского хозяйства Кубани“»
- ↑ Чайкина Л. Через года не меркнет подвиг ваш… : [рус.] // Курганинские известия : газета. — 2017. — 20 июня.
- ↑ В Михайловском сельском поселении появилась своя Аллея славы . Официальный сайт администрации муниципального образования Курганинский район (19 июнь 2017). Дата обращения: 26 март 2020.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кузоватов С. Беспаленко Татьяна Ивановна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 26 март 2020.
- Беспаленко Татьяна Ивановна . Курганинская межпоселенческая централизованная библиотечная система. Дата обращения: 26 март 2020.