Берек-Алға торағы
Берек-Алға торағы (рус. Брик-Алгинское селище) — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Берек-Алға ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан XIV быуатҡа ҡараған Алтын Урҙа дәүере археологик ҡомартҡыһы[1][2][3][4]
Берек-Алға торағы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бәләбәй районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәБерек-Алға торағы XIV быуатҡа ҡараған Алтын Урҙа дәүере археологик ҡомартҡыһы, Бәләбәй районы Берек-Алға ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәБерек-Алға торағында балсыҡ көршәктә 6 ҡырлы йыуан сымдан эшләнгән 2 һырға һәм 400—450 көмөш тәңкә табылған, уларҙан һырға һәм 76 төрлө 159 тәңкә һаҡланып ҡалған. Иң боронғо тәңкә — Тоҡто хан исеменән 1310/11 йылғы (710 һижри йыл), иң һуңғыһы Әзиз‑Шәйех хан исеменән 1364/65 йылда (766 һижри йыл) һуғылған. Хазиналағы тәңкәләрҙең 0,6 %‑ы — Тоҡто хан, 12,6 %‑ы — Үзбәк хан, 48,4 %‑ы — Жанибәк хан, 38,4 %‑ы башҡа хандар идара иткән осорҙарҙа сығарылған булған.
Күберәк Гөлстан һәм Һарай әл‑Йәдит (Яңы Һарай) ҡалаларында һуғылған тәңкәләр һаҡланған. Һарай әл‑Мәхрүс (Аллаһ һаҡлаған Һарай) ҡалаһында баҫылғандары ла осрай.
2004 йылда 140 көмөш тәңкәнең иң боронғоһо — Тоҡто хан исеменән 1310/11 йылғы (710 һижри йыл), иң һуңғыһы Жанибәк III хан исеменән 1375/76 йылғы (777 һижри йыл. Бөтәһе лә Гөлстан, Һарай әл‑Йәдит, Һарай әл‑Мәхрүс, Хәрәзм ҡалаларында баҫылған.
Тимер гарпундар, ҡыпсыуырҙар, салғылар, төрәндәр, бысаҡтар, тишкестәр, балыҡ ҡармаҡтары, ураҡтар, балталар һ.б. кеүек эш ҡоралдары; тимер киҫтән, һаҙаҡ ырғағы, ромб рәүешендәге яҫы уҡ башаҡтары һ.б. кеүек яу һәм һунар ҡоралдары; бронза беләҙектәр, көҙгөләр, көмөш сымдан һорау билдәһе рәүешендә эшләнгән һырғалар кеүек биҙәүестәр; ҡаптырма, ҡайыш беркеткестәр, ауыҙлыҡ кеүек ат егеү кәрәк-ярағы бар.
Көнкүреш әйберҙәренән элмәле йоҙаҡтар һәм асҡыстар, ҡайсылар, етен һәм йөн тарағы ҡаҙып сығарылған, Биләр ювелирҙарының эшенә оҡшаш алтын беркеткесле дүрткел ике гәлсәр ҡаш табылған.
Ғалимдар фекеренсә, Берек-Алға торағы аша каруан сауҙа юлы үткән йәки бында ҙур йәрминкәләр уҙғарылған.
Ҡомартҡы материалдары материалдары Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге фондында, Милли музейҙа һаҡлана.
Асыш тарихы
үҙгәртергәБерек-Алға торағын 1967 йылда Бәләбәй районының Аксаков ҡасабаһы урта мәктәбе уҡыусылары таба, уны Берек‑Алға хазинаһы тип атайҙар.
2004 йылда археолог А. Ф.Йәминов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыу баш идаралығы экспедицияһы тикшерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Берек-Алға торағы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Селище//Большая российская энциклопедия 2021 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ Золотая Орда//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Селище//Большая российская энциклопедия 2021 йыл 13 ғинуар архивланған.
- Золотая Орда//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фёдоров‑Давыдов Г. А. Находки кладов золотоордынских монет //Города Поволжья в средние века. М., 1974
- Акбулатов И. М., Варваровский Ю. Е. Брик‑Алгинский клад серебряных джучидских монет //Башкирский край. Уфа, 1993. Вып.3
- Гарустович Г. Н., Сунгатов Ф. А., Яминов А. Ф. Брик‑Алгинские древности XIV века на западе Башкортостана //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2004. Вып.5.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.