Березовка (Дәүләкән районы)

Березовка (рус. Березовка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[2]. Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222804006.

Ауыл
Березовка
рус. Березовка
Березовка быуаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Алға ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°19′19″ с. ш. 54°51′21″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1894

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1896

Элекке исеме

Иҫке Березовка, Ворошилово

Халҡы

145[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар — 53%, немцтар — 35%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453410

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 804 006

ОКТМО коды

80 622 404 106

Березовка (Рәсәй)
Березовка
Березовка
Березовка (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Березовка


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 145 74 71 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Тәүге исеме — Иҫке Березовка, XXI быуат башында Ворошилово тип аталған. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 16 саҡрым алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк йылғаһы буйында урынлашҡан. 18941923 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 19231950 йылдарҙа Дәүләкән улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 19191925 һәм 1954—2008 йылдарҙа Березовка ауыл Советы үҙәге булып тора. 19251930 һәм 19542008 йылдарҙа Александровка ауыл Советы, 2008 йылдан Алға ауыл Советы биләмәһенә инә. 1960 йылдың 15 июлендә Дәүләкән район башҡарма комитеты тарафынан Иҫке Березовка менән Яңы Березовка берләштерелә. 1894 йылда немец крәҫтиәне Ф.А.Классен тол ҡатын А. И. Кизеветтерҙан 1122 дисәтинә ер һатып алып төпләнә. 1901 йылда земский башланғыс мәктәп асыла. 1914 йылда Березовка ауылы эргәһендә Ворошилов утары иҫәпкә алына. 1914 йылда быу менән йылтылған йорттар булған. Ауылда немецтар йәшәгән. 1920 йылда Березовка-меннонит ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоралдары эшләү буйынса артель промыслаһы теркәлгән. 1922 йылда унда 22 кеше эшләгән. 1922 йылда «Маяҡ», «Работник» ауыл хужалығы товариществоһы ойошторола.

19581991 йылдарҙа ауыл халҡы «Россия» колхозында эшләй.
Халҡы: 1896 йылда — 20 кеше; 1921 йылда — 351 кеше; 1939 йылда — 183 кеше; 1959 йылда — 299 кеше; 1989 йылда— 92 кеше; 1999 йылда 146 кеше; 2002—129;2009 йылда — 130 кеше; 2010—145 кеше. Урыҫтар — 53 %, немецтар — 35 % йәшәй (2002).[3][4]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

Ворошилов урамы (рус. Ворошилова (улица))

Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))

Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Рихтер Владимир Бернгардович (1 май 1965 йыл) — эшҡыуар, Алға ауыл Советы депутаты, «КФХ Рихтер В. Б.» хужалыҡ етәксеһе.
  • Иксанова Эльвира Фәйзулла ҡыҙы (27 июнь 1968 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Реcпубликаһының мәғариф отличнигы (2018).[6]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Березовка
  • YouTube сайтында Видео КХХ «Рихтер» — Дәүләкән районындағы иң эре хужалыҡ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 26—28-се б.б..
  4. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Березовка ауылы
  6. Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 127-се б..

Һылтанмалар

үҙгәртергә