Александровка ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе

Александровка ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән муниципаль районы составындағы административ-территориаль берәмек һәмауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 453410. ОКАТО коды — 80222807000. Алға ауыл Советы менән берләштерелә..

Александровка ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дәүләкән районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл советы составында үҙгәртергә

Александровка ауылы — административ үҙәк, Берёзовка ауылы, Ворошилов, Романовка ауылдары.

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 п. 18) а) түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Дәүләкән районы буйынса:

«Алға» атамаһын һаҡлап, Алға һәм Александровка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Алға ауылында урынлаштырырға. Александровка ауыл Советының Берёзовка, Александровка, Ворошилов, Романовка ауылдарын Алға ауыл Советы составына индерергә.
Алға ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Александровка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

2008 йылға Рассвет ауыл Советы, Мәкәш ауыл Советы, Алға ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була. ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы « Законы (ред. от 19.11.2008)»).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә