Белякова Нина Семёновна
Белякова Нина Семёновна (1 декабрь 1916 йыл — ?) — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Белякова Нина Семёновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1916 |
Тыуған урыны | Астраханская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2002 |
Һөнәр төрө | терапевт |
Уҡыу йорто | Әстерхан дәүләт медицина университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНина Семёновна Белякова 1916 йылда Әстерхан губернаһында Әстерхан ҡалаһында тыуған.
1940 йылдан 1944 йылға тиклем Әстерхан медицина институтында белем ала. 1944 йылдан 1945 йылға тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1944 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 12-се гвардия танк корпусының 393-сө гвардия үҙйөрөшлө артиллерия полкы составында 2-се гвардия танк армияһы - гвардия өлкән лейтенанты врач вазифаһында хеҙмәт итә. Белоруссия 1-се фронтында һуғышта ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашҡаны өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы һәм«Берлинды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1946 йылдан Совет Армияһы сафынан демобилизацияланғандан һуң Әстерхан ҡала хастаханаһының участок табиб-терапевты булып эшләй. Н. С. Белякова тырышлығы менән уның участогында ауырыуҙарҙың иң түбән булыуы күҙәтелә. Ауырыуҙарҙы дауалағанда дауалау физкультураһы һәм бальнеологик һәм физиотерапевтик процедуралар менән өр-яңы медикаменттар ҡалланыла. Н. С. Беляков үҙенең пациенттарын диспансер күҙәтеүендә төрлө ауыруҙарҙы профилактикалау өсөн профилактик прививкалар ҙа үткәрә.
1961 йылдың 11 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының «1961 йылда юғары хеҙмәт ҡазаныштары өсөн» Указы менән Нина Семёновна Белякова «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
1971 йылдың 2 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән "Совет сәләмәтлек һаҡлау һәм медицина фәнен үҫтереүҙәге ҙур ҡазаныштары өсөн" Нина Семёновна Белякова «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ленинград өлкәһе Всеволожск районының Кузьмоловский биҫтәһендә йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы миҙалы (20.07.1971)
- Ленин ордены (20.07.1971)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- «Почёт Билдәһе» ордены (11.02.1961)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (18.06.1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кузьмин М. К. Учёные-медики – Герои Социалистического Труда. – Москва, 1988