Белоруссияла ислам

Белоруссияла ислам XIV—XVI быуаттарҙа польша-литва татарҙары тарафынан индерелгән, хәҙерге ваҡытта илдең мосолман общинаһына шулай уҡ мосолман иммигранттары инә. 2009 йылғы йән иҫәбен алыу барышында дингә мөнәсәбәт хаҡында һорау ҡуйылмай, әммә иҫәп алыу һөҙөмтәһендә илдең этник составы билдәләнгән, уның буйынса ислам динен яҡынса 30000 кеше тота[1].

Новогрудоктағы мәсет

Ислам диненең хәҙерге Белоруссия территорияһында тәүге таралыу осоро XIV—XVI быуаттарға килә. Был осорҙа Бөйөк Литва кенәзлегенең бер нисә кенәздәре дәүләт сиктәрен һаҡлау хеҙмәтен үтәү өсөн Алтын Урҙанан һәм Ҡырымдан мосолман халҡын саҡыра. XIV быуат аҙағында 100 меңдән ашыу польша-литва татарҙары хәҙерге Белоруссия һәм Литва, шулай уҡ Польшаның төньяҡ-көнсығышына килеп урынлаша, улар иҫәбенә ялланған һаҡсылар, ирекле иммигранттар, һәм шулай уҡ хәрби әсирҙәр ингән.

Белорустар, поляктар, литвалар һәм урыҫтар менән милләт-ара никахтар ғәҙәти, әммә польша-литва татарҙарының тулы ассимиляцияһына килтермәй. Төрлө этник төркөмдәрҙән барлыҡҡа килеп, польша-литва татарҙары үҙ телдәрен юғалта һәм башлыса белорус, поляк һәм урыҫ телдәренә күсә. Әммә дини эштәрҙә ғәрәп теле ҡулланыла.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

1994 йылда Бөтә Белоруссия мосолмандары конгрессы үтә, бында Беларусь Республикаһы мосолман диниә назараты ойошрола. Уны башта доктор Исмаил Александрович, ә 2005 йылдан — Әбүбәкер Шабанович етәкләй.

1997 йылда 23 мосолман общинаһы теркәлгән, шул иҫәптән 19 — Белоруссияның көнбайыш өлкәләрендә.

2007 йылда Белоруссияла 30 мосолман дини ойошмаһы иҫәпләнгән[2].

Мәсеттәр

үҙгәртергә

Белоруссия территорияһындағы тәүге мәсеттәр XIV—XV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. 1994 йылда Слонимда, ә 1996 йылда — Смиловичила мәсет асыла. 1997 йылдың июлендә Белоруссияға польша-литва татарҙарының килеүенә 600-йыллығына Новогрудокта мәсет асыу тантанаһы була. XIX быуатта Ивье ҡалаһында мәсет төҙөлә, ул белорус ағас архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора. Шулай уҡ Гомель, Ивье, Слоним, Новогрудок, Клецк, Видзы һ.б. тораҡ пункттарҙа мәсет һалынған.

Белоруссияның баш ҡалаһындағы элекке мәсет 1962 йылда емерелә[3], ә 2016 йылда Минскта яңы мәсет асыла[4].

 
Минск мәсете, 1903 йыл
Минск йәмиғ мәсете, 1903 йыл
 
Даубучки ауыл мәсете, 1930 йыл
 
Новогрудок мәсете, 1931 йыл
 
Смиловичи мәсете
 
Ивье мәсете


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә