Беларусь телдәре
Белорус Республикаһы конституцияһына ярашлы, илдә дәүләт телдәре булып, белорус һәм рус теле һанала. Әммә телдәрҙе ҡулланыу дәрәжәһе төрлөсә. СССР ваҡытында рус теле белорус теленән өҫтөнлөк алған ситуация булдырыла. Әлеге көндә рус теле белорустарҙың бөтә өлкәләрендә лә өҫтөнлөк ала. Рус телендә бөтә рәсми документтар тултырыла, документ эше лә бөтә ойошмаларҙа ла рус телендә алып барыла һәм шулай уҡ бөтә киң мәғлүмәт саралары ла башлыса рус телендә эшләй.
Белоруссия телдәре | |
Рәсми | |
---|---|
Милли аҙсылыҡ телдәре |
Белоруссия граждандарының көндәлек тормошонда ла рус теле белорус теленән алда йөрөй. Баш ҡала Минскиҙа, бөтә үҙәк өлкәләрҙә һәм илдең эре ҡалаларында рус телендә аралашалар. Ә инде бәләкәйерәк ҡалаларҙа белорус, рус телен ҡатыштырып һөйләшәләр, был осраҡ трасянка тип атала. Трасянканы рәсми шәхестәр ҙә үҙ телмәрендә йыш ҡуллана. Ике телде рәсми рәүештә бергә ҡатыштырып һөйләү ҡайһы саҡта яҙылыуы, әйтелеүе буйынса рус теленең дә, белорус теленең дә нормаларына тура килмәгән ситуация барлыҡҡа килтерә[1]. Саф белорус теле көнкүрештә, башлыса ауыл ерҙәрендә генә ҡулланыла. Ҡалаларҙа, Белоруссия Республикаһының баш ҡалаһында ул бары тик йәмғиәттең патриотик рухтағы интелегенция вәкилдәре тарафынан ғына файҙаланыла. Рәсми документтарҙа белорус телен башлыса Мәҙәниәт министрлығы ғына ҡуллана.
Төп милли төркөм араһында белорус теле поляктарҙа (көнкүрештә 40,% белорус телен, 50,9 % рус телен), белорустарҙа (26,1 % белорус телен, 69,8 % рус телен) йыш файҙаланыла. Шулай уҡ белорус теле йәһүдтәр (2,0 % /95,9 %), рустар (2,1 %/96,5 %) араһында ла бер аҙ файҙаланыла[2]
Белоруссияла күрше Польша, Украина һәм Литва халҡының телдәрендә лә һөйләшәләр. Гродненск менән Брест өлкәһендә һәм шулай уҡ Минск өлкәһенең көнбайышында, йәғни 1939 йылға тиклем Польша составына ингән территорияларҙа поляк теле киң таралыу алған. Поляк теле рәсми тел булып һаналмаһа ла, ул киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыла, поляк телендәге мәктәптәр асылған. Белоруссия бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, поляк теленең роле күпкә үҫә төшә. Көнбайыш Белоруссия халҡының да күбеһе ниндәйҙер дәрәжәлә ошо телдә һөйләшә. Белоруссияла поляк теле үҫешен координациялаусы орган булып, Белоруссия поляктары союзы тора. Бында шулай уҡ, украин һәм литва телдәре лә киң таралыу алған. Украин теле Брест һәм Гомель өлкәһенең көньяҡ райондарында, ә литва теле көнсығыштағы Гродненск өлкәһенең ҡайһы бер райондарында файҙаланыла. Белоруссияла тел толерантлығы күҙәтелә. Милли әҙселек вәкилдәрен һиҙелерлек дискриминациялау билдәләнмәгән. Күп кенә белорустар аҫаба халыҡтың телен үҫтереүгә етәрлек кимәлдә көс һалмағаны өсөн хөкүмәтте ғәйепләй.
1995 йылдағы референдум һөҙөмтәләре буйынса урыҫ теленә белорус теле менән бер статус бирелә.
Белоруссияла 1999 һәм 2009 йылдарҙа телдәр нисбәте:
беларус | урыҫ | башҡалар | |
---|---|---|---|
1999 (туған тел) | 73,7 % | 21,9 % | 4,4 % |
1999 (көнкүреш теле) | 36,7 % | 62,8 % | 0,5 % |
2009 (туған тел) | 53, 2 % | 41,5 % | 5,3 % |
2009 (көнкүреш теле) | 23,4 % | 70,2 | 6,4 % |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Г. Пашков и др. Республика Беларусь: энциклопедия в 6 т. Т. 1 — Минск, БелЭн\2005
- С. Станкевіч РУСІФІКАЦЫЯ БЕЛАРУСКАЕ МОВЫ Ў БССР І СУПРАЦІЎ РУСІФІКАЦЫЙНАМУ ПРАЦЭСУ
- Рэферэндум у Беларусі, 1995|Тэкст закона аб мовах у рэдакцыі 1990 года
- Бітва за роднае слова. Публікацыя ў газеце «Звязда» у 3 частках, прысвечаная стану беларускай мовы(недоступная ссылка)
- Мовы насельніцтва Беларусі паводле перапісу 2009
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Национальный статистический комитет Республики Беларусь - Перепись населения 2009 Статистические публикации.