Беззубова Фёкла Игнатьевна

эрзә халыҡ ауыҙ-тел ижады оҫтаһы

Беззубова Фёкла Игнатьевна (27 сентябрь 1880 йыл12 май 1966 йыл) — эрзә халыҡ әкиәтсеһе, йәмәғәтсе. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мордва АССР-ы Юғары Советы депутаты (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1939) һәм «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры.

Беззубова Фёкла Игнатьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Ҡушамат Сёка патя
Тыуған көнө 27 сентябрь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Новые Турдаки[d], Саранский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рассказчик, певец народной музыки
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Беззубова Фёкла Игнатьевна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Фёкла Игнатьевна Беззубова 1880 йылдың 27 сентябрендә Од Мурза ауылында (хәҙер — Мордва Республикаһының Кочкурово районы Яңы Турдаки ауылы) тыуа. Милләте — эрзә.

Күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә үҫә, мәктәп белеме алмай, бәләкәйҙән өйҙә һәм баҫыуҙа ата-әсәһенә ярҙам итә. Йыр яратыуҙы өләсәһе Евдокия Ивановна Зверкова тәрбиәләй.

1901 йылда Фёкланы күрше Семилей ауылынан Илья Константинович Беззубовҡа кейәүгә бирәләр. 1902 йылда улдары Григорий тыуа, әммә алты аҙнанан бала мәрхүм була. 1905 йылда тағы бер улдары — Георгий, 1914 йылда өсөнсө улдары Василий тыуа.

Беренсе донъя һуғышы барғанда Фёкла Игнатьевнаның ирен фронтҡа ебәрәләр. Ул әйләнеп ҡайтҡас, 1918 йылда, ғаилә, бәхет эҙләп, Себергә юллана, әммә батраклыҡ итеп кенә ас тормоштан ҡотола алмай, тиҙҙән ҡабат Семилейға ҡайта.

1923 йылда Беззубовтарҙың ҡыҙы Любовь тыуа. 1930 йылдан Фёкла Ивановна Н. К. Крупская исемендәге колхозда эшләй башлай.

Беззубованың шиғри таланты Мордва мәҙәниәте ғилми-тикшеренеү институтының фольклор экспедицияһы тарафынан 1936 йылда асылып-баһалана. Экспедицияла ҡатнашыусылар унан бик күп фольклор әҫәрҙәре, шул иҫәптән ул үҙе сығарған ҡарһүҙҙәрҙе лә яҙып ала. Уның әҫәрҙәре гәзит һәм журналдарҙа баҫыла башлай.

1939 йылда Ф. И. Беззубова Саранскиға күсә. Шул йылды уҡ уның «Народной морот» (эрзя «Народные песни») тигән йыйынтығы нәшер ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беззубова патриотик хикәйәттәр, таҡмаҡтар, йырҙар ижад итә. Ижади бригада составында яугирҙар алдында сығыш яһар өсөн фронтҡа бара.

1947 йылда Рыбкин һайлау округынан Мордва АССР-ы Юғары Советы депутаты була.

Уның рус һәм мордва телдәрендәге әҫәрҙәренән торған бөтәһе 10 йыйынтығы баҫыла, иҫән сағында донъя күргән һуңғы китабы 1958 йылда сыҡҡан «Сказт ды морот» (эрзя «Сказы и песни») була.

Ф. И. Беззубова 1966 йылдың 12 майында Саранскиҙа вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Всё о Мордовии: Энциклопедический справочник / сост. Н. С. Крутов, Е. М. Голубчик, С. С. Маркова. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2005. — С. 762. — 840 с. — ISBN 5-7595-1662-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә