Бежина Вера Фёдоровна
Бежина Вера Фёдоровна (21 сентябрь 1916 йыл — 12 февраль 1993 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Белгород өлкәһе Губкинский районындағы Ленин исемендәге колхоздың сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Бежина Вера Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1916 |
Тыуған урыны | Скородное[d], Старооскольский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 февраль 1993 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Белгород өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | колхозник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВера Фёдоровна Бежина 1916 йылда Белгород өлкәһе Губкинский районының Скородный ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1932 йылда Ленин исемендәге колхозға эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Иҫке Оскол - Ржев тимер юлын төҙөүгә ебәрелә. 1950 йылда сусҡасылыҡ фермаһында сусҡа ҡараусы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Алдынғы хеҙмәте өсөн бик тиҙ танылыу яулай. 1958 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә һәм уға «Белгород өлкәһенең малсылыҡ оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1960-сы йылдарҙа һәр инә сусҡанан уртаса рекордлы 32 сусҡа бәрәсе ала.
1966 йылдың 22 мартында малсылыҡты үҫтереүҙәге уңыштары һәм ит етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырғаны өсөн уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға икенсе Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
1971 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ауыл хужалығында эшләүен дауам итә. Белгород өлкә советы депутаты итеп, шулай уҡ Губкинский район һәм Скородненский ауыл Советтары депутаты итеп һайлана[1].
1993 йылдың 12 февралендә вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- ике Ленин ордены (1958, 22.03.1966)
- Октябрь Революцияһы ордены
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бежина Вера Федоровна . beluezd.ru. Дата обращения: 30 апрель 2020.
- ↑ Железная дорога Старый Оскол - Ржава - Бежина Вера Фёдоровна . gubkin-1941-45.ucoz.ru. Дата обращения: 30 апрель 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Из истории села Скородное / Н. З. Адонин, В. П. Агафонов, В. Н. Лысых. — Белгород, 2003. — С. 290.
- Герои Социалистического Труда Белгородщины. — Белгород, 1974. — С. 84-85.
- Золотые имена губкинцев : биографический справочник / Адм. Губкинского городского округа, информационно-аналитическое управление; гл. ред. И. Н. Черенков. — Белгород, 2013. — С. 14.
- Белгородская энциклопедия / гл. ред. В. В. Овчинников. — Белгород, 2000. — С. 35.
- Прасолов Е. В. О славе не помышляли, о наградах не думали, о крае родном радели. — Новое время. 2004. — 25 сент.
- Бежина Вера Фёдоровна 2020 йыл 24 март архивланған./ Белгородцы — Герои Социалистического Труда, Белгородский государственный историко-краеведческий музей
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бежина Вера Фёдоровна . «Герои страны» сайты.