Баҡал (тауҙар төркөмө)
Баҡал (рус. Бакал) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге тау һырты[1]
Баҡал | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәБаҡал тауҙар төркөмө Силәбе өлкәһендәге Ҡытаутамаҡ округы Һатҡы районында, Баҡал ҡалаһы янында урынлашҡан. Силәбегә тиклем — 220 км,, Өфөгә — 205 км, Һатҡыға — 23 км.
Координаттары: 54°56’30"N 58°48’29"E Тауҙың бейеклеге 900 метрҙан артыҡ[2].
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә Баҡал тауының исемдәренең килеп сығыуы тураһында ошоларҙы яҙа: {|
"Баҡал, тау, Шыйҙа һыртының төньяҡ түбәһе; район ҡарамағындағы ҡала, Һатҡы районы, ике йылғасыҡ, Оло һәм Кесе, Кеме Һатҡының һул ҡушылдығы, Әй бассейны. Урындағы хәҙерге заман телдәре атаманың килеп сығышын асыҡлап бирмәй, һәм Баҡал топонимының боронғолоғон фаразлап була. Шул фекергә әҙәби сығанаҡтар ҙа этәргес бирә. П. С. Паллас үҙенең Көньяҡ Уралға бағышланған тасуирламаларында бейеклекте Баҡал арҡаһы тип атай һәм шунда уҡ арҡаһы һүҙен «тау теҙмәләре», «һырт» тип билдәләй.Оригинал текст (рус.)Бакал, гора, северная вершина хребта Шуйда; город районного подчинения, Саткинский район, две речки, Большая и Малая, левый приток Малой Сатки, бассейн Ая. Современные местные языки не проясняют происхождение названия, что позволяет предполагать существование топонима Бакал с глубокой древности. К этому же приводят и литературные источники. П. С. Паллас в своем описании Южного Урала называет высоту Бакал аркассе и отмечает при этом башкирское происхождение слова аркассе — «гряда гор», «хребет»[3]
Тимәк, Баҡал төшөнсәһе, Шыйҙа, Еркүскән һәм Боланды менән бергә, һырттар системаһын билдәләй. Крайҙы өйрәнеүсе Н. М. Мельхеев, Баҡал һүҙендә «бейек» мәғәнәһенә эйә боронғо төрки географик термин йәшеренгәндер, яйлап тау исеме йылға һәм тораҡ пунктҡа күскәндер, тип фаразлай[4]. Топонимист Шувалов үҙенең хеҙмәтендә Еркүскән менән Шыйҙа атамаларының мәғәнәләренә лә аңлатма биргән: {|
Еркүскән, тау, Һатҡы районы. Петер Симон Паллас яҙмаларында — Джиркускан. Ер — башҡорт һүҙе «ер», «урын» һәм күскән — «күскен, шыуышма», йәғни Еркүскән — «тауҙан таштар күскене емерелгән урын»
Шыйҙа, һырт, Һатҡы районы. ХVIII быуат сығанаҡтарында һырт Шулья (Шульгя, Шюльга, Шийда) тип атала. Атаманың бер төрлө генә аңлатмаһы юҡ. Әгәр ҙә Шыйҙа атамаһының хәҙерге формаһынан сығып һүҙ йөрөткәндә, ул «шыйҙа» тигән башҡорт һүҙенә яҡыная — "оҙон, нәҙек ағас", йәки «йыуан ҡолға»Оригинал текст (рус.)Иркускан, гора, Саткинский район. В записках Петра Симона Палласа — Джиркускан. Образовано словами: ер (баш.) — «земля», «местность» и кускен — «лавина», то есть Иркускан — «место, гора с лавинами» Шуйда (Шуйд), хребет, Саткинский район. В источниках ХVIII в. хребет называется Шулья (Шульгя, Шюльга, Шийда). Единого толкования имени нет. Если исходить из современной формы — Шуйда, то она сближается с башкирским словом шыйда, или шыйза*, — «длинное, тонкое дерево», или «толстая жердь»[5][6]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБаҡал тауҙары, Баҡал ҡалаһының тирә-яғында, Һилейә тау һырттарынан көньяҡта урынлашҡан тау төркөмө. Баҡал тауҙар төркөмөнән көнсығышта Макарушкин һәм Суҡы һырттары һуҙыла.
Баҡал тауҙары тимер мәғдәне ятҡылыҡтарына бай. Һәм мәғдән таштары XVIII быуат уртаһынан бирле эшкәртелә.
П. С. Паллас был тауҙарҙың береһен Баҡал арҡаһы тип атай. Һәм шунда уҡ «таштарҙан торған оҙон һәм текә тау һырты» тип аңлата (хәҙерге башҡорт телендәге — «арҡа», «тау һырты» менән сағыштырығыҙ).
Баҡал ҡалаһының атамаһы көнбайыштараҡ аҡҡан һәм Кесе Һатҡыға ҡойған Баҡал (Оло Баҡал) йылғаһы исеменән алынғанлыҡтан, Баҡал арҡаһы «Баҡал һырты», «Баҡал тауҙары» тип тәржемә ителеүенә нигеҙ бар.
Баҡал һырттары Боланды, Еркүскән һәм Шыйҙа тауҙарын[7] үҙ эсенә ала. Баҡал тауҙарында ҡарағай урманы байтаҡ майҙанды биләй[8].
Бөгөнгө көндә Шыйҙа, Боланды һәм Еркүскән тауҙары үҙҙәренең башланғыс матурлығын юғалтҡан — түбәләре бысылған, ә битләүҙәре ташландыҡ тоҡомдар өйөмө менән тулған.
Әммә ваҡыт үтеү менән тәбиғәт техноген емереклектәрҙән өҫтөн булып сыҡты. Иҫке карьерҙар хәҙер ҡуйы урмандар менән уратылған таҙа зәңгәр һыу ятҡылыҡтарына әйләнгән. Алтмыш метр бейеклегендәге Шихан яңғыҙ ҡаяһы, шулай уҡ һирәк осрай торған Кварцит мәмерйәһе — һаҡланып ҡалған тәбиғәт һәйкәле[9].
Һырттар төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә һуҙылған, киң һәм яҫы буй үҙәндәр менән бүленгән һәм уларҙы емерелеүгә тотороҡло боронғо тоҡомдар — кварциттарҙың урынлашыуы буйынса билдәләп була. Һырттарҙың бейек түбәләре кварцит ҡаялар теҙемдәренән тора. Ҡаялар тарҡалғанда, һөҙәклектәрендә ҡеүәтле кварцит ишелмәләр һәм үҙәндәрендә үҙенсәлеле таш «йылғалар» барлыҡҡа килтерә.
Баҡал ятҡылыҡтарының геологик төҙөлөшөндә кварцит тоҡомдары мәғдән ятҡылығы ултырма тоҡомдар ҡатламына ныҡлап урынлаша. Кварцит мәмерйәһе шундай ҡатламда барлыҡҡа килгән[10].
Тәүге мәғдән ятҡылыҡтары Баҡал тауы итәгендә аҡҡан Болан йылғаһы ярҙарында табылған[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Бакал. Иркускан // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бакал/ Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- ↑ [1]
- ↑ Шувалов Н. И. Бакал. Иркускан // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- ↑ Шувалов Н. И. Бакал. Иркускан // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- ↑ Шувалов Н. И. Иркускан. Шуйда // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- ↑ Баҡал рудаһы тарихы
- ↑ Баҡалға сәйәхәт
- ↑ Баҡал рудаһы тарихы