Башҡорт теленең фонологияһы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Башҡорт теленең фонологияһы — башҡорт теленә хас булған фонемаларҙы өйрәнеүсе фән. Функциональ (лингвистик) юҫыҡтан ҡарағанда телмәр өнө фонема (грек. phoneme — өн) тип йөрөтөлә. Фонема — телдең өндәр системаһының морфемалар һәм һүҙҙәр төҙөүсе һәм мәғәнә билдәләүсе иң бәләкәй берәмеге. Мәҫәлән, ҡар — ҡас һүҙҙәренең мәғәнәләре бер-береһенән [р] һәм [с] тартынҡылары, ә там — тәм һүҙҙәре [а] һәм [ә] һуҙынҡылары менән айырыла. Теләһә ниндәй телмәр өнө фонема була алмай. Мәҫәлән, артикуляцион шарттарға ҡарап, башҡорт телендә [а] фонемаһының төрлөсә әйтелеше билдәле: арыш [а°рыш], ҡорал [ҡо°ра°л], бригадирҙар [бригадир-ҙаэр]. Был осраҡтарҙа төрлөсә әйтелгән өс өн барлығын күҙәтәбеҙ: 1) [а°] ~ һүҙҙең беренсе ижегендә иренләшкән [а] өнө; 2) [а°] — һүҙҙең тәүге ижегендәге [о°] өнө йоғонтоһонда иренләшкән икенсе ижектәге [а] өнө; 3) [аэ] — [ә] өнөнә тартым әйтелешле [а]өнө. Ләкин улар үҙ аллы фонемалар түгел, тик [а] фонемаһының варианттары ғына[1].
Хәҙерге башҡорт теленең өндәр (фонемалар) системаһында 41 фонема бар.
Телмәр өндәре (фонемалар) һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленә.
Тартынҡылар һәм һуҙынҡылар
үҙгәртергәТел ғилемендә һуҙынҡылар системаһын — вокализм (лат. vocalis — «һуҙынҡы өн»), ә тартынҡылар системаһын консонантизм (лат. consonantis — «тартынҡы өн») тип йөрөтәләр. Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар бер-береһенән акустик, артикуляцион һәм функциональ яҡтан айырыла. Уларҙың төп айырмалары:
1) һуҙынҡылар — тик тауыш ҡатнашлығында, ә тартынҡылар башлыса шау ҡатнашлығында яһала;
2) талғын (сонор) тартынҡылар тауыш ҡатнашлығында яһала, шау ҡатнашлығы аҙ;
3) һуҙынҡыларҙы әйткәндә үпкәнән килгән һауа ағышы телмәр ағзалары аша ҡаршылыҡһыҙ иркен үтә; ә тартынҡыларҙы әйткәндә һауа ағымы телмәр ағзалары хасил иткән ҡаршылыҡтарға осрай һәм шау барлыҡҡа килтерә;
4) һуҙынҡыларҙы әйткәндә тик саф тауыш ҡатнаша, һаңғырау тартынҡылар тик шау ярҙамында яһала;
5) һуҙынҡыларҙы әйткәндә үпкәнән сыҡҡан һауа ағымы көсһөҙ була, ә тартынҡыларҙы әйткәндә көсәйә, сөнки осраған ҡаршылыҡтарҙы үтеү зарурлығы тыуа;
6) һуҙынҡылар яһалғанда телдең горизонталь һәм вертикаль торошо төп ролде уйнай, тартынҡыларҙың сифатына артикуляция рәүеше һәм урыны йоғонто яһай;
7) бөтә һуҙынҡылар ҙа ижек яһай алыу һәләтенә эйә булһалар, тартынҡылар (талғын тартынҡыларҙан башҡалары) үҙ алдына ижек яһай алмайҙар[2]
Һуҙынҡылар
үҙгәртергәХәҙерге башҡорт телендә ун ике һуҙынҡы фонема бар. Шуларҙың туғыҙы — [а], [ә], [о°], [ө], [ы], [э(е)], [и], [у], [ү] — төп башҡорт һүҙҙәрендәге һуҙынҡылар булып тора: атай [атай], әсәй [әсәй], болот [бо°ло°т], өкө [өкө], тыныс [тыныс], кейем [кейем], иләк [иләк], урам [урам], үлән [үлән]; ҡалған өсөһө - [о], [ы“], [эи] рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә ҡулланыла: полк [полк], музыка [музыика], посылка [посыилка], эра [эира], эпос [эипос][3].
Һуҙынҡы фонемаларҙы артикуляцияһы буйынса өс принцип нигеҙендә классификациялайҙар:
1) телдең горизонталь хәрәкәте,
2) телдең вертикаль хәрәкәте,
3) ирендәр ҡатнашлығы.
Башҡорт телендә, ун ике һуҙынҡы фонеманан тыш, шул фонемаларҙың бер нисә варианты бар. Уларҙы аллофон тип тә йөрөтәләр. Аллофондар телдең мәғәнә һәм форма айырыусы берәмеге булып тормай.
Һуҙынҡы өндәрҙе төркөмләгәндә, уларҙың монофтонгыларға (грек. monos — «бер», грек. phtongos — «тауыш, өн») һәм дифтонгыларға (di — «ике», phtongos — «тауыш, өн») бүленеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Телдәге күпселек һуҙынҡылар — монофтонг, йәғни составы яғынан бер өнлө: [а], [и], [о], [у] һ. б. Бер ижектә бергә әйтелеүсе ике һуҙынҡынан торған ҡушылмалар дифтонг тип йөрөтөлә. Башҡорт телендә һуҙынҡыларҙан һәм ярым һуҙынҡы тип йөрөтөлгән [й], [у] талғын (сонор) тартынҡыларҙан торған дифтонгылар бар.
Дифтонгылар артикуляцияһы буйынса үҙенсәлекле булған өндәр ҡушылмаһын тәшкил итә: улар бер ижек булып әйтеләләр, дөйөм әйтелеше улар составындағы компоненттарҙың үҙ аллы әйтелешенән ныҡ айырылып тора.
Тартынҡылар
үҙгәртергәБилдәле бер телдең тартынҡылар системаһын консонантизм (латинса: consonant — «тартынҡы өн») тиҙәр. Хәҙерге башҡорт телендә егерме туғыҙ тартынҡы фонема бар:
[б], [в], [г], [ғ], [д], [ж], [з], [ҙ], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [Ҫ], [у], [Т ], [ф], [х], [һ], [’], [ц], [ш], [ч], [щ].
Хәҙерге башҡорт телендәге егерме туғыҙ тартынҡының егермеһе — төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡулланылған тартынҡылар:
[б], [г], [ғ], [д], [ҙ], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [ҫ], [у], [т], [һ], [ш];
ҡалған туғыҙы — башҡорт теленә сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр аша ингән тартынҡылар:
[в], [ж], [з], [ф], [х], ['], [ч], [ц], [щ].
Тартынҡы фонемалар төп өс принцип нигеҙендә классификациялана:
1) артикуляция рәүеше буйынса,
2) артикуляция урынына ҡарап,
3) тауыш һәм шау ҡатнашлығы буйынса.
Телмәр ағышында фонемаларҙың үҙгәреше
үҙгәртергәТелмәр ағышында өндәр бер-береһенә йоғонто яһай, йәнәшәһендәге өнгә, фонетик шарттарға ҡарап төрлө үҙгәрештәр кисерә. Телмәрҙәге өндәр үҙгәрешен фонетик процесс тиҙәр. Фонетик процестарҙың ике төрө бар:
1) позицион үҙгәрештәр
2) комбинаторлы үҙгәрештәр.
Өндәрҙең позицион (лат. positio — «урынлашыу», «торош») үҙгәрештәре уларҙың һүҙҙәге урынына (һүҙ башы, һүҙ уртаһы, һүҙ аҙағы, ике һүҙ араһы) һәм баҫымға бәйле. Позицион үҙгәрештәргә түбәндәге процестар ҡарай: редукция, элизия (тел белеме), протеза, эпентеза һәм сингармонизм (өндәрҙең гармонияһы).
Һүҙ эсендәге өндәрҙең ярашыуы, әйтелеше буйынса бер-береһенә оҡшауы сингармонизм (грек. syn — «бергә», грек. һагмо-nia — «бер төрлө яңғыраш, бәйләнеш») тип йөрөтөлә. Сингармонизм боронғо төрки теленә үк хас булған, шунлыҡтан хәҙерге төрки телдәрҙең күбеһенең фонетик системаһы сингармонизм законына нигеҙләнгән.
Башҡорт телендә сингармонизм күренешенә ҡараған фонетик процестар:
а) аңҡау гармонияһы,
б) ирен гармонияһы,
в) һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең ярашыуы,
г) сингармоник параллелизмдар.
Өндәр артикуляцияһында экскурсия, туҡталыш, рекурсия тигән күренештәр бар. Телмәрҙә бер өндөң рекурсияһы икенсе өндөң экскурсияһына барып тоташа. Бер өндө әйтеп бөтмәҫ элек икенсеһенә әҙерлек башлана: бер өндөң артикуляцияһына күрше өндәрҙең артикуляцияһы килеп өҫтәлә. Шулай итеп, комбинаторлы (лат. combinare — «бергә ҡушыу», «берләштереү») үҙгәрештәр, йәғни күрше өндәрҙең бер-береһенә тәьҫиренән барлыҡҡа килгән фонетик процестар барлыҡҡа килә.
Комбинаторлы үҙгәрештәргә ассимиляция, диссимиляция, метатеза, диэреза күренештәре инә.
Телмәрҙә өндәр бер-береһенә йоғонто яһай, шуға телмәр ағышында ҡайһы бер өндәрҙең саф яңғырашы, хатта сиктәре лә юғала.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
- Кейекбаев Ж. Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы (Тасуири һәм сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе). 2-се баҫма, төҙәтелгән. Өфө: БДУ нәшриәте, 2002.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
- ↑ Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
- ↑ Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.