Ассимиляция (тел белеме)
Ассимиля́ция — тел ғилемендә башлыса фонологик термин, бер өндөң икенсе өнгә оҡшауын белдерә. Ассимиляция бер типтағы өндәр (һуҙынҡылар йә тартынҡылар) араһында бара. Ассимиляция тулы (ассимиляцияға бирелгән өн ул оҡшаған өнгә тулыһынса тап килә) һәм тулы булмаған (ассимиляцияға бирелгән өндөң ҡайһы бер билдәләре генә үҙгәрә) була. Йүнәлеше буйынса ассимиляция прогрессив (алдағы өн унан һуңғы өнгә йоғонто яһай), регрессив (киләһе өн үҙенән алда торған өнгә йоғонто яһай) һәм үҙ-ара (ике күрше өн бер-береһенә йоғонто яһап, бер-береһенә артикуляция һыҙаттарын йоҡтора). Ассимиляция контактлы (ҡатнашыусы өндәр күршеләш була) һәм дистантлы (типик миҫал — һуҙынҡылар гармонияһы) булырға мөмкин.
Ассимиляция диссимиляцияға, ике өндөң бер-береһенә оҡшашлығын юғатыу процесына ҡаршы ҡуйыла. Ассимилятив процестарҙың сығанағы булып ассимилятив коартикуляция тора.
Тартынҡылар ассимиляцияһы
үҙгәртергәТартынҡылар ассимиляцияһының киң таралған тибы — яңғыраулыҡ/һаңғыраулыҡ буйынса ассимиляциялашыу. Был осраҡтағы иң ябай төр — йәнәш килгән ике тартынҡының йә яңғырау, йә һаңғырау булыуы. Бынан тыш, күп кенә телдәрҙә (мәҫәлән, рус, поляк, немец, нидерланд) һүҙ аҙағындағы яңғырау тартынҡылар һаңғыраулана.
Ассимилятив процестарҙа башҡа билдәләр ҙә ҡатнашырға мөмкин, мәҫәлән ҡатылыҡ/йомшаҡлыҡ (рус (әҙәби), украин, поляк, ирланд), яһалыу урыны (рус, банту телдәре), яһалыу ысулы (банту телдәре), назалләшеү (австронезий телдәре).
Һуҙынҡылар ассимиляцияһы
үҙгәртергәАссимиляцияның иң таралған тибы — һуҙынҡылар гармонияһы, йәғни һүҙҙәге бөтә һуҙынҡыларҙың бер нисә билдә буйынса оҡшашыуы. Һуҙынҡыларҙың рәт, күтәрелеш, иренләшеү буйынсагармонияһы йыш осрай (төрки телдәр); гармонияның икенсе бер йыш осрай торған төрө — тел тамырының һуҙылыуы буйынса гармония, ул африка телдәрендә осрай.
Ассимиляцияның башҡа төрҙәре
үҙгәртергәҠайһы берҙә интервокаль лениция, йәғни һуҙынҡылар араһындағы тартынҡы артикуляцияһының йомшарыуы кеүек процестар ассимиляция тибы тип ҡарала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Метатеза
- Сандхи
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кодзасов, с. в., Кривнов, О. Ф. Дөйөм фонетика. М.: РГГУ, 2001
- Ashby, M., Maidment, J. Science An Introduction to Phonetic. Cambridge: CUP, 2005
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ассимиляция в лингвистике // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)