Башҡорт телендә һуҙынҡылар

Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡорт телендә һуҙынҡыларбашҡорт телендәге, диалекттарындағы, һөйләштәрендәге һуҙынҡы фонемалар системаһы. Тел ғилемендә йыш ҡына һуҙынҡылар системаһы вокализм (лат. vocalis — «һуҙынҡы өн») тип йөрөтөлә. Был термин башҡорт тел ғилемендә лә ҡулланыла.

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Хәҙерге башҡорт телендә ун ике һуҙынҡы фонема бар. Шуларҙың туғыҙы — төп башҡорт һүҙҙәрендәге һуҙынҡылар:

[а], [ә], [о°], [ө], [ы], [э(е)], [и], [у], [ү],

мәҫәлән, атай [атай], әсәй [әсәй], болот [бо°ло°т], өкө [өкө], тыныс [тыныс], кейем [кейем], иләк [иләк], урам [урам], үлән [үлән];

ҡалған өсөһө рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә ҡулланыла, улар:

[о], [ыи], [эи],

мәҫәлән, полк [полк], музыка [музыика], посылка [посыилка], эра [эира], эпос [эипос][1].

Тартынҡыларҙан айырмалы, һуҙынҡы фонемалар тик тауыш ҡатнашлығында яһала. һуҙынҡыларҙы әйткәндә, үпкәнән килгән һауа ағымы телмәр ағзалары аша һис бер ҡаршылыһыҙ, иркен үтә, шунлыҡтан һуҙынҡылар яһалғанда үпкәнән килгән һауа ағымы көсһөҙ була.

һуҙынҡылар яһалғанда телдең горизонталь һәм вертикаль торошо төп әһәмиәткә эйә.

Бөтә һуҙынҡылар ҙа ижек яһай алыу һәләтенә эйә, ә тартынҡылар һуҙынҡыларҙан башҡа үҙ аллы ижек яһай алмай[2].

Башҡорт телендәге һуҙынҡыларҙы әйткән саҡта яңаҡ үтә ныҡ кирелмәй. Иренләшкән һуҙынҡыларға көсһөҙ иренләшеү хас, башҡа төрки телдәрҙең һуҙынҡылары менән сағыштырғанда, улар рәт буйынса артҡараҡ күскән[3].

Тамыр морфемаларҙа бөтә һуҙынҡылар ҙа ҡатнаша, аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай[4].

Артикуляцион тасуирламалары буйынса башҡорт теленең һуҙынҡылары түбәндәгесә айырыла:

а) телдең алға килеү йәки артҡа китеү кимәле буйынса: алғы рәт: [э(е)], [эи], [и], [ә] урта рәт: [а], [ө], [ү], [ы], [ыи] артҡы рәт: [о°], [о], [у];

б) ирендәр ҡатнашлығы буйынса: иренләшкән: [оо], [ө], [у], [ү], иренләшмәгән: [а], [ы], [ә], [эе], [и];

в) телдең күтәрелеү кимәле буйынса: өҫкө күтәрелеш (тар): [и], [ыи], [у], [ү] урта күтәрелеш (ярым тар): [о], [о°], [ө], [ы], [э], [эи], түбәнге күтәрелеш (киң) һуҙынҡылары: [а], [ә].

Артикуляция буйынса классификациялау принциптары

үҙгәртергә

Һуҙынҡы фонемалар артикуляцияһы буйынса өс принцип буйынса классификациялана:

1) телдең горизонталь хәрәкәте,

2) телдең вертикаль хәрәкәте,

3) ирендәр ҡатнашлығы.

Телдең горизонталь хәрәкәте принцибына ярашлы, һуҙынҡы фонемалар яһалғанда телдең ауыҙ ҡыуышлығындағы горизонталь хәрәкәте иҫәпкә алына. Уның буйынса алғы рәт, урта рәт һәм артҡы рәт һуҙынҡылары айырыла.

Алғы рәт һуҙынҡылары яһалған саҡта тел алға килә, телдең осо аҫҡы тештәргә тейә йә яҡыная, телдең урта өлөшө ҡаты аңҡауға күтәрелә. Алғы рәт һуҙынҡылары:

[э(е)], [эи], [и], [ә].

Урта рәт һуҙынҡылары яһалғанда, тел артҡа табан аҙыраҡ ҡуҙғала, уның урта өлөшө юғары күтәрелә. Урта рәт һуҙынҡылары: [а], [ө], [ү], [ы], [ыи]. Әйткән саҡта [ө], [ү] фонемалары — алғы рәт һуҙынҡыларына, [а], [ы], [ыи] фонемалары артҡы рәт һуҙынҡыларына оҡшатып әйтелә. Шуға тәүгеләрен — ярым алғы рәт һуҙынҡылары, ә икенселәрен ярым артҡы рәт һуҙынҡылары тип тә атарға була.

Артҡы рәт һуҙынҡылары: [о°], [о], [у]. Улар яһалғанда, телдең артҡы өлөшө йомшаҡ аңҡауға күтәрелә, ә осо түбән төшә һәм аҫҡы теш ҡаҙнаһына яҡыная. Ҡайһы саҡта һуҙынҡы фонемаларҙы, телдең горизонталь торошо буйынса яһалыуҙарына ҡарап, нәҙек һуҙынҡыларға (алғы рәт һәм ярым алғы рәт фонемалары [и], [э(е)], [эи], [ә], [ү], [ө]) һәм ҡалын һуҙынҡыларға (артҡы рәт һәм ярым артҡы рәт фонемалары [а], [о°], [о], [у], [ы], [ыи]) бүлеп йөрөтәләр.

Телдең вертикаль хәрәкәте аша өн яһалғанда телдең аңҡауға күтәрелеү кимәле һәм ауыҙ ҡыуышлығының нисек үҙгәреүе иҫәпкә алына. Һуҙынҡы өндө әйткәндә, тел аңҡауға күтәрелеп, тел менән ҡаты аңҡау араһында бик тар ара ҡалһа, өҫкө күтәрелеш (йәки тар) һуҙынҡылар барлыҡҡа килә:

[и], [ыи], [у], [ү].

Тел ауыҙ ҡыуышлығының урта тирәһендә торғанда урта күтәрелеш (ярым тар йәки ярым киң) һуҙынҡылар яһала:

[о], [о°], [ө], [ы], [э], [эи].

Һуҙынҡы өндәр әйтелгәндә, тел ауыҙ ҡыуышлығының түбәндәге өлөшөндә тороп, аңҡау менән тел араһында киң ара ҡалһа, түбән күтәрелеш (йәки киң) һуҙынҡылар барлыҡҡа килә: [а], [ә].

Ирен ҡатнашлығы принцибы буйынса һуҙынҡы фонемалар яһалышында ирендәр ҡатнашыу-ҡатнашмауы йәки лабиализацияның (лат. labia — ирен) булыу-булмауы иҫәпкә алына. Ирендәрҙең әүҙем ҡатнашлығы менән яһалған һуҙынҡы фонемалар иренләшкән (йәки лабиализацияланған) тип йөрөтөлә:

[о°], [о], [ө], [у], [ү]. Был өндәрҙе әйткәндә ирендәр түңәрәкләнә һәм алғараҡ һуҙыла.

Ирен ҡатнашлығынан тыш яһалған һуҙынҡы фонемалар иренләшмәгән (йәки лабиализацияланмаған) һуҙынҡылар була:

[а], [ә], [ы], [ыи], [э(е)], [эи], [и] фонемалары инә.

Шулай итеп, башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәр (фонемалар) түбәндәгесә тасуирлана: [ә] — алғы рәт, түбән күтәрелеш, иренләшмәгән. [а] — урта рәт, түбән күтәрелеш, иренләшмәгән. [э(е)] — алғы рәт, урта күтәрелеш, иренләшмәгән; [эи] — алғы рәт, урта күтәрелеш, иренләшмәгән; [и] — алғы рәт, өҫкө күтәрелеш, иренләшмәгән; [о°] — артҡы рәт, урта күтәрелеш, иренләшкән; [о] — артҡы рәт, урта күтәрелеш, иренләшкән; [ө] — урта, рәт, урта, күтәрелеш, иренләшкән; [ы] — урта рәт, урта күтәрелеш, иренләшмәгән; [ыи] — урта рәт, өҫкө күтәрелеш, иренләшмәгән; [у] — артҡы рәт, өҫкө күтәрелеш, иренләшкән; [ү] урта рәт, өҫкө күтәрелеш, иренләшкән.

Аллофондар

үҙгәртергә

Башҡорт телендәге ун ике һуҙынҡы фонеманан тыш, уларҙың бер нисә варианты бар. Был вариантар аллофондар тип тә йөрөтөлә. Төрлө позицияла торған өндәрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте һәм үҙ-ара йоғонтоһо арҡаһында барлыҡҡа килгән вариант фонемалар, йәки аллофондар, фонемаларҙан айырмалы, телдең мәғәнә һәм форма айырыусы элементы булып тормай. Вариант өндәрҙең был үҙенсәлеге тел ғилемендә дөйөм танылған күренеш булып тора[5].

Монофтонг һәм дифтонг

үҙгәртергә

Һуҙынҡы өндәр монофтонгыларға (грек. monos — «бер», грек. phtongos — «тауыш, өн») һәм дифтонгыларға (di — «ике», phtongos — «тауыш, өн») бүленә. Телдәге күпселек һуҙынҡылар — монофтонг, йәғни составы яғынан бер генә өндән тора: [а], [и], [о], [у] һ. б. Бер ижектә бергә әйтелә торған ике һуҙынҡы өн ҡушылмаһы дифтонг була.

Башҡорт телендә һуҙынҡыларҙан һәм ярым һуҙынҡы тип йөрөтөлгән [й], [ỹ] талғын (сонор) тартынҡыларынан торған дифтонгылар ҙа бар. Дифтонгылар бер ижек булып әйтелә, дөйөм әйтелеше уларҙың составындағы өлөштәрҙең үҙ аллы әйтелешенән ныҡлы айырыла.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
  • Кейекбаев Ж. F. Башҡорт теленең фонетикаһы (Тасуири һәм сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе). 2-се баҫма, төҙәтелгән. Өфө: БДУ нәшриәте, 2002.
  • Башҡорт телендә һуҙынҡылар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. — Өфө : Китап, 2018.
  2. Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
  3. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/3344-vokalizm 2016 йыл 21 апрель архивланған..
  4. Башҡорт телендә һуҙынҡылар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9..
  5. Кейекбаев Ж. F. Башҡорт теленең фонетикаһы (Тасуири һәм сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе). 2-се баҫма, төҙәтелгән. Өфө: БДУ нәшриәте, 2002.