Башҡортостан халыҡтары: энциклопедия
Башҡортостан халыҡтары: энциклопедия (Народы Башкортостана: энциклопедия) — рус телендә фәнни-популяр баҫма.[1]
Башҡортостан халыҡтары: энциклопедия | |
Жанр |
Белешмә-энциклопедик баҫма |
---|---|
Төп нөхсә теле | |
Нәшер итеүсе | |
Сығарылыш | |
Биттәр |
528 |
Носитель |
ҡағыҙ |
ISBN | |
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан әҙерләнгән. Тематик-алфавит структураһы бар, 2 бүлектән тора: “Башҡортостан халыҡтары - берҙәм ғаиләлә”, “Башҡортостанда этнология”. Китапта төбәктең этногенезы, этник тарихы, территориаль таралышы тураһында мәғлүмәттәр бирелгән; Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дини инаныуҙары, халыҡ музыка ҡоралдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, фольклоры һ.б. рухи һәм матди мәҙәниәт традициялары тасуирланған. Энциклопедияла шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарын өйрәнеүгә өлөш индергән күренекле ғалим-этнографтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр тураһындағы мәҡәләләр ҙә бар. Составында библиографик һәм аннотацияланған предмет күрһәткестәре, ҡушымталар бар.
Тарихсы, тарих фәндәр докторы , Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуашстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты профессор Бойко Иван Иванович ошонда рецензия биргән[2]: «Баҫма структураһы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән төп халыҡтар тураһында ябай мәҡәләләр йыйылмаһынан киңерәк... Артабан айырым халыҡтарға арналған текстар килә. Улар бөтәһе 28, был, әлбиттә, республикала йәшәүсе халыҡтар һанынан күпкә аҙыраҡ. Нәшер итеүселәр компаклы йәшәгән халыҡтарға иғтибар биргән. ... Баҫманың һүрәттәренә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Фотоһүрәттәр, схемалар текстар менән бергә бирелә, өҫтәмә мөһим мәғлүмәт бирә. Юғалы полиграфик кимәлдә башҡарылған.»
1938 йылда Колпакова Наталья Павловна етәкләгән фәнни экспедиция Башҡортостанда рус фольклоры өлгөләрен системалы йыйыуға башланғыс һала. Йыйылған материалдарҙың бер өлөшө «Лирика русской свадьбы» йыйынтығына инә. Башҡа материалдар Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө тарих үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана[3].
Померанцева Эрна Васильевна 1948–1949 йылдарҙа Башҡортостан буйынса экспедициялар етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Шулай уҡ Карелия, Кубань, Балтик буйы һ. б. урындарға экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге рус халыҡ әкиәттәренең һәм башҡа ауыҙ-тел ижады жанрҙары теорияһына һәм тарихына, этник-ара процестар, әҙәбиәт менән фольклорҙың үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләренә арналған. 9 том тәшкил итеүсе экспедиция материалдары Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө тарих үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана[4].
Сығанаҡтар
үҙгәртергәНароды Башкортостана : энциклопедия / [гл. ред.: Ф.Г. Хисамитдинова]. - Уфа : Башкирская энциклопедия, 2014. - 528 с. : ил., цв. ил., портр., к. ; 27 см. - Библиогр. в тексте прил.: с. 510-525. - Аннот. предм. указ.: с. 451-455. - Библиогр. указ.: с. 456-472
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ * НАРОДЫ БАШКОРТОСТАНА: ЭНЦИКЛОПЕДИЯ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
- ↑ Рецензии об энциклопедии народов Башкортостана
- ↑ История изучения фольклора народов Башкортостана
- ↑ ПОМЕРАНЦЕВА (Гофман) Эрна Васильевна