Померанцева Эрна Васильевна
Померанцева Эрна Васильевна (19 апрель 1899 йыл — 11 сентябрь 1980 йыл) — совет фольклорсыһы һәм этнографы. Тарих фәндәре докторы (1964), профессор. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942)[1][2].
Померанцева Эрна Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 7 (19) апрель 1899 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 август 1980 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр, собиратель народных сказок |
Эшмәкәрлек төрө | фольклористика[d] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Богатырёв, Пётр Григорьевич[d] |
Уҡыусылар | Савушкина, Нина Ивановна[d] һәм Гусев, Виктор Евгеньевич[d] |
Тасуирлау биттәре | archive.ph/y2Uoi#selecti… |
Биографияһы
үҙгәртергәЭрна Васильевна Померанцева (Гофман) Мәскәү университетының тарих-филология факультетында уҡыған, 1922 йылда Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультетын тамамлаған. 1931 йылдан алып 1960 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында уҡыта.
1957—1958 йылдарҙа, доцент булараҡ, Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында рус халҡының ауыҙ-тел ижады кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
1960—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнография институтында эшләй. 50 йылдан ашыу ғилми эшмәкәрлеге дауамында Э. В. Померанцева 300-гә яҡын китап, мәҡәлә һәм рецензия баҫтырып сығара[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭ. В. Померанцева фольклор йыйыу эшмәкәрлеген 1920-се йылдар уртаһында башлай һәм уны 1970-се йылдар аҙағына тиклем туҡтатмай. Күп йыллыҡ йыйыу эшмәкәрлеге барышында тикшеренеүсе классик һәм заманса фольклорҙы сағыштырып анализланы[4].
Э. В. Померанцева, 1920—1930 йылдарҙа совет фольклористикаһын булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә мөһим роль уйнаған ағалы-ҡустылы Юрий һәм Борис Соколовтарҙың фольклор мәктәбенең күренекле вәкиле булараҡ, рус һәм Европа фәнендә таныла. Ул оҙаҡ ваҡыт Мәскәү юғары уҡыу йорттарында рус фольклоры курсын уҡытҡан һәм бер үк ваҡытта уны йыйыу һәм өйрәнеү буйынса экспедиция эшмәкәрлегенә етәкселек иткән[5].
Эрна Васильевна Померанцеваның фәнни эшмәкәрлеге рус халыҡ әкиәттәренең һәм башҡа ауыҙ-тел ижады жанрҙары теорияһына һәм тарихына, этник-ара процестар, әҙәбиәт менән фольклорҙың үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләренә арналған. Карелия, Кубань, Балтик буйы һ. б., шулай уҡ Башҡортостан буйынса (1948–1949) экспедициялар етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. 9 том тәшкил итеүсе экспедиция материалдары Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө) Ғилми архивында һаҡлана. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, авторы.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Китаптары
Сказки И. Ф. Ковалева / записали и коммент. Э. Гофман и С. Минц. М., 1941;
Сказки Абрама Новопольцева / Ред. и вступ. ст. Э. В. Померанцевой. — Куйбышев, 1952. (см. Новопольцев, Абрам Кузьмич)
Русские народные сказки. М., 1957 (нем. перевод 1964);
Русская народная сказка. М., 1963;
Померанцева Э. В., Минц С. И. Русское народное поэтическое творчество: Хрестоматия : Учеб. пособие для вузов / Сост. Э. В. Померанцева и С. И. Минц. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Учпедгиз, 1963. — 576 с.
Минц С. И., Померанцева Э. В. Русская фольклористика: Хрестоматия для вузов : (Для филол. фак. ун-тов и пед. ин-тов). — М.: Высшая школа, 1965. — 472 с. — 15 000 экз.
Минц С. И., Померанцева Э. В. Русская фольклористика: Хрестоматия. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Высшая школа, 1971. — 416 с.
Судьбы русской сказки. М., 1965;
Традиционный фольклор Владимирской деревни (в записях 1963—1969 гг.). — М. Наука, 1972 (редактор);
Мифологические персонажи в русском фольклоре. — М.: Наука, 1975;
О русском фольклоре. М., 1977;
Русская устная проза / сост. В. Г. Смолицкий. — М.: Просвещение, 1985.
- Мәҡәләләре
- Советская фольклористика. Семейная обрядовая поэзия. Сказки // Русское народное поэтическое творчество. 2-е изд. М., 1956;
- Александр Блок и фольклор // Русский фольклор, т. 3, М. — Л., 1958;
- Сказка о Петре и Февронии // Славянский сборник. Вып. 2, Воронеж, 1958;
- К вопросу о национальном и интернациональном начале в народных сказках // История, фольклор, искусство славянских народов, М., 1963;
- Комиссия по народной словесности Общества любителей естествознания, антропологии и этнографии (1911—1926) // Очерки истории русской этнографии, фольклористики и антропологии. Вып. 2, М., 1963;
- Судьбы былевого эпоса в послевоенные годы // «Русская литература», 1963, № 4;
- A. N. Afanas’ev und die Brüder Grimm // «Deutsches Jahrbuch für Volkskunde», Bd 9, B., 1963.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Богатырёв П. Г. Померанцева, Эрна Васильевна // Краткая литературная энциклопедия. Т. 5: Мурари. — Припев./ Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1968. — Стб. 876—877.
- Шестернина О. В. Научное наследие Э. В. Померанцевой в истории русской фольклористики: дисс. … канд. филол. наук (10.01.09). — М., 2013. — 211 с. :
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Богатырёв П. Г. Померанцева, Эрна Васильевна // Краткая литературная энциклопедия. Т. 5: Мурари. — Припев./ Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1968. — Стб. 876—877.
- ↑ ПОМЕРАНЦЕВА (Гофман) Эрна Васильевна
- ↑ ПОМЕРАНЦЕВА (Гофман) Эрна Васильевна
- ↑ Советская фольклористика. Семейная обрядовая поэзия. Сказки // Русское народное поэтическое творчество. 2-е изд. М., 1956
- ↑ Померанцева Э. В., Минц С. И. Русское народное поэтическое творчество: Хрестоматия : Учеб. пособие для вузов / Сост. Э. В. Померанцева и С. И. Минц. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Учпедгиз, 1963. — 576 с.