Башкиров Дмитрий Александрович
Башкиров Дмитрий Александрович (1 ноябрь 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй пианисы һәм музыкаль педагогы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Александрович[10] Башкиров 1931 йылдың 1 ноябрендә Тбилиси ҡалаһында тыуған. Швейцар-совет физиологы Лина Соломоновна Штерндың туғаны[11][12].
Тбилисиҙа музыкаль мәктәпте А. Д. Вирсаладзе класында тамамлай; аҙаҡ Мәскәүгә уҡыуын дауам итергә китә. Билдәле органсы Гарри Гродберг хәтерләенсә, «50-се йылларҙа Тбилисиҙан Мәскәүгә консерваторияла белем алыу өсөн килгән Башкировтың беренсе сығышы ысын сенсация тыуҙырҙы».
Мәскәүҙә фортепианола уйнауға Александр Гольденвейзерҙа уҡый. 1955 йылда йәш пианист Парижда Маргарита Лонг һәм Жак Тибо исемендәге конкурсының Ҙур призын яулай. 1970 йылда Цвиккау ҡала хакимиәтенең Роберт Шуман Премияһын ала. «Анна Есиповала Петербург консерваторияһын тамамлаған Анастасия Вирсаладзеның һәм Лев толстой һәм Александр Скрябин менән дуҫ булған Александр Гольденвейзерҙың уҡыусыһы булараҡ ул дәүерҙәрҙе үҙ-ара тоташтыра бәйле», — тип яҙа Башкиров тураһында музыка тәнҡитсеһе Ольга Петерсоне[13].
Аспирантураны тамамлағас, Дмитрий Башкиров Александр Гольденвейзерҙың ассистенты була. 1957 йылдан — профессор, Мәскәү консерваторияһында уҡыта. Уның тәүге уҡыусыһы Нелли Акопян-Тамарина була.
1980—1988 йылдарҙа халыҡ-ара концерт эшмәкәрлегендә мәжбүри өҙөклөк була, уның ҡыҙы Елена Гидон Кремерға кейәүгә сығып, 1978 йылда СССР-ҙы ташлап киткәндән һуң, уға сит илдәргә сығыу тыйыла.
Төрлө ансамблдәрҙә ҡатнашҡан һәм яңғыҙы (соло) концерттар биргән Башкиров Советтар Союзында һәм Мәскәүҙең мәҙәни тормошонда һәр ваҡыт мөһим фигура була. Камиллыҡҡа даими ынтылышы һәм пианизмға ихлас һөйөүе — был музыкантҡа хас мөһим һыҙаттар. Башкировтың уйнауында һәр саҡ саф һәм һутлы музыкаль тауышы, буяуҙар байлығы һәм композиторлыҡ төп фекеренең адекват сағылышына ынтылышы айырылып тора. Уның репертуарының нигеҙен, ғәҙәттә, романтик йүнәлеш музыкаһы тәшкил итә: Шуман, Шопен, Дебюсси, — хәйер, уның репертуары бик киң була: И. С. Бахтан алып Прокофьев һәм Шостаковичҡа тиклем композиторҙарҙы үҙ эсенә ала. И. И. Соллертинский иҫтәлегенә Шостакович триоһы— «Мелодия» фирмаһында сығарылған пластинкаларҙың иң яҡшыһы, совет осоронда Башкиров бик күп пластинкалар пластинкаларҙы яҙҙыра.
1988—1989 йылдарҙа Дмитрий Александрович ҡабаттан сит илдәрҙә концерттар бирә башлай һәм Германияла, Австрияла, Финляндияла уҡытырға тәҡдимдәр ала. Ул Испанияны һайлай, сөнки уға Грузияны хәтерләтә. 1991 йылдан Башкиров ошо мәктәптең бик абруйлы профессоры була: Исаак Альбенис Фонды ағзаһы булараҡ ул элекке Советтар Союзынан килгән уҡыусылар Мадридта бушлай уҡыуына һәм йәшәүенә өлгәшә. Уны тырышлығы арҡаһында Мадридта Захар Брон, Шаховская Наталия эшләйҙәр, улар юғары уҡыу йортоноң ғорурлығы була.
1990-сы йылдарҙа Башкиров яңынан бөтә донъя буйлап концерттар бирә башлай һәм бик күп яҙҙырыла: Шумандың «Карнавал»ын һәм «Фантастик пьесалар»ын EMI-ла яҙҙыра. Шулай уҡ «Harmonia Mundi»ла Брамстың әҫәрҙәрен яҙҙырта. Чикаго симфоник, Париж Оркестры, Лондон Король һәм Берлин филармония оркестры һымаҡ бик ҙур симфоник оркестрҙары менән сығыш яһай.
Шулай уҡ ул даими фортепьяно жюри конкурстарында ҡатнаша. Париж Милли консерваторияһында, Зальцбургта «Моцартеум» йәйге мәктәбендә, Хельсинкиҙа Я. Сибелиус исемендәге Академияла, Санкт-Петербургта Музыка йортонда, Ригала Латвия Я, Международен конкурс за пиано на Сантандер Палома О'Ши[14]. Витола исемендәге Музыка академияһында мастер-кластар үткәрә[15].
2012 йылдан алып концерт эшмәкәрлеген туҡтата һәм тик уҡытыу менән шөғөлләнә. Ул үҙе әйткәнсе: «Элек минең бармаҡтарым арый ине, хәҙер телем арый».
Башкировтың ҡыҙы — Елена — шулай уҡ пианист булып китә, Гидон Кремер менән айырылышҡандан һуң Даниэль Баренбоймға кейәүгә сыға.
Педагог һәм музыкант
үҙгәртергәҒүмер буйы Башкиров менән йәнәшә Шуман, Шопен, Скрябин, Дебюсси булалар… улар эмоциональ яҡтан музыкантҡа яҡын була һәм фантазиялары өсөн аҙыҡ бирә. Дмитрий Александрович өсөн әҫәрҙәр менән мөнәсәбәте яҡын кешеләре менән мөнәсәбәттәренә оҡшаш. Быға ул үҙенсәлекле сағыштырыу таба: «олоғайғас, мин әсәйемде нығыраҡ аңлай башланым», — ти ул.
«Минән һуң берҙән-бер нәмә ҡаласаҡ — минең уҡыусыларым», ти ул ҙур ғорурлыҡ менән һәм үҙенә генә хас ирония менән үҙенең концерттарын тамашасыларҙың рухи аҙығы тип түгел — «рухи өҫтәмә туҡландырыу» тип атай… Ул үҙенең уҡыусылары менән (Демиденко, Алексеев, Володось) шулай итеп эшләй белә — улар уҡытыусыны ҡабатламай, ә шәхсән үҙҙәренең ижади алымын булдыралар һәм бер-беренә оҡшамағандар. Башкиров роялдә күрһәтергә тырышмай, ә аңлата: яҙылғанға йәки әйтелгәнгә таянмаҫҡа, ә үҙ-үҙеңде танып белергә һәм максималь рәүештә үҙендең һәләттәреңде үҫтерергә тырышырға: «Мин көслө яҡтарҙы файҙаланырға кәңәш итмәйем. Әйе, көслө яҡтар шул тиклем көслө була, хатта улар ярҙамында ғына үҙеңә исем эшләп булырлыҡ, әммә бушаҡ яҡтарҙы яҡшыртмаһаң, шулай бер яҡлы ғына булып ҡалаһың. Ә артистың тышҡы күренешендә гармония булырға тейеш».
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #134647920 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Dmitrij Baškirov // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ Dmitri Baschkirow // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 https://www.pianistmagazine.com/news/russian-pedagogue-dmitri-bashkirov-dies-aged-89/
- ↑ 6,0 6,1 6,2 https://slippedisc.com/2021/03/russia-loses-its-premier-piano-teacher/
- ↑ 7,0 7,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 8,0 8,1 8,2 https://www.francemusique.fr/musique-classique/le-grand-pianiste-russe-dimitri-bashkirov-nous-a-quittes-93546
- ↑ https://data.carnegiehall.org/names/7374/about (ингл.) — 2017.
- ↑ Jean-Pierre Thiollet, 88 notes pour piano solo, "Solo nec plus ultra", Neva Editions, 2015, 52. ISBN 978 2 3505 5192 0.
- ↑ Н. Рапопорт «Лина Соломоновна Штерн»
- ↑ Дмитрий Башкиров: «Клянусь мамой, я очень строгий педагог!»
- ↑ Петерсоне Ольга Лето с патриархом (русский) // Бизнес&Балтия : газета. — 2012. — № 104 (4356). — С. 8.
- ↑ Paloma O’Shea Santander International Piano Competition “Winners, members of the jury and artistic guests”
- ↑ Легендарный пианист Башкиров — о концертах в Юрмале и мастер-классах в Риге #kultura1kb (рус.). 6 июль 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Московская государственная консерватория им. П. И. Чайковского — Педагоги — Башкиров Дмитрий Александрович
- Дмитрий Башкиров. Международный конкурс пианистов им. Святослава Рихтера
- Дмитрий Башкиров «заряжает» своим вдохновением 2007 йыл 28 февраль архивланған.
- Дмитрий Башкиров: Педагогика на вырост . Интервью «Нашей газете» (Швейцария)
- Дмитрий Башкиров. 2018 йыл 31 ғинуар архивланған. Формула мастерства 2018 йыл 31 ғинуар архивланған.