Башкиров Андрей Николаевич
Андрей Николаевич Башкиров (22 декабрь 1903 йыл, Түбәнге Новгород — 3 ноябрь 1982 йыл, Мәскәү) — совет химик-органигы, СССР фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1958).
Башкиров Андрей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 декабрь 1903 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 февраль 1982 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | химик |
Уҡыу йорто | Рәсәй химия-технология университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Башкиров Андрей Николаевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБашкиров Андрей Николаевич Түбәнге Новгород ҡалаһында тыуған.
1929 йылда Мәскәү химик-технология институтын пироген производстволары инженер-технологы һөнәре буйынса тамамлай. Н. М. Караваевтың уҡыусыһы.
Эш урындары: Мәскәү химик-технология институтын тамамлағандан һуң шул уҡ институтта пироген лабораторияһында эшләй, 1932 йылдан Бөтә Союз яһалма шыйыҡ яғыулыҡ институтынның Себер филиалында, 1946 йылдан Нефть институтында (СССР-ҙың Фәндәр академияһы нефтехимик синтезы институты) һәм ошо уҡ ваҡытта, 1943 йылдан, Мәскәү йоҡа химик технология институтында уҡыта.
Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе: органик химия, яғыулыҡ технологияһы, нефтехимик синтезы. Ул тәүгеләрҙән булып углерод диоксидынан һәм водородтан этанолды бүлеп сығарыуға өлгәшә. Тимер катализаторҙарҙы ҡулланып, ул углерод һәм водород оксидтарынан углеводородтарҙың, юғары беренсел спирттарҙың, этил спиртының, алкиламиндарҙың сығыуын ентекләп әҙерләй, юғары икенсел алифатик спирттарҙың синтезын булдыра. Уның технологияһы буйынса СССР-ҙа 1959 йылда етештереү ойошторола. Нефтеоргсинтез өлкәһендәге эштәре өсөн ике орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Ғүмеренең аҙғынаса Мәскәүҙә Новопесчаный урамда йәшәй. 1982 йылда вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Синтез высших спиртов жирного ряда методом прямого окисления парафиновых углеводородов // Химическая наука и промышленность. 1956. Т. 1. № 3;
- Синтез этанола из двуокиси углерода и водорода // Доклады АН СССР. 1958. Т. 118. № 2 (в соавт.);
- Производство высших жирных спиртов окислением жидких парафинов // Химическая наука и промышленность. 1959. Т. 4. № 5 (в соавт.).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андрей Николаевич Башкиров. 1903—1982. (Материалы к биобиблиографии ученых. Сер. химических наук. Вып. 87). М., 1992