Бауска (латвBauska , 1920 йылға тиклем рус. Бауск, нем.Marienland йәки Bauske) — Латвиялағы ҡала, Бауска крайының административ үҙәге. Халҡы 9348 кеше (2016 йылға). Майҙаны 6,1 км² тәшкил итә.

Бауска
латыш. Bauska
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1609
Рәсем
Рәсми атамаһы Bauska һәм Бауск
Дәүләт  Латвия
Административ үҙәге Бауский край[d]
Административ-территориаль берәмек Бауский край[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Лиелупе[d], Неманек[d] һәм Муса[d]
Халыҡ һаны 9811 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Туғандаш ҡала Коломна, Рыпин[d], Хедемора[d], Радвилишкис[d] һәм Хашури
Майҙан 10,36 км² (1 ғинуар 2024)[2],
9,93 км² (1 ғинуар 2024)[2]
Почта индексы LV-3901[3]
Рәсми сайт bauska.lv
Урынлашыу картаһы
Изображение знака с названием места или объекта
Урындағы телефон коды 639
Карта
 Бауска Викимилектә

Бауска замогы
Иҫке ратуша
Баускаға ингән урында билдә.

Риганан көньяҡҡа табан 66 км алыҫлыҡта, Лиелупены барлыҡҡа килтергән Муса һәм Мемеле йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Иң яҡын тимер юлы станцияһы — Иецава (26 км).

Ҡала тарихында үҙ эҙен Ливония һуғышы (1558—1583), Утыҙ йыллыҡ һуғыш (1618—1648), Төньяҡ һуғышы (1700—1721), 1711 йылдағы чума эпидемияһы, 1812 йылдағығы Наполеон яуы ҡалдыра.

Баускаға Тевтон рыцарҙары тарафынан 1443 йылда нигеҙ һалына, 1511 йылда ҡала була. Тулы ҡала хоҡуғын 1609 йылда ала. Бауска һарайы 1456 йылда Ливониялағы немец ордены ландмейстеры Иоанн фон Менгеден тарафынан төҙөлә (Шулай уҡ Буш, Бушенборг Баушкенбург тип аталған). 1625 йылда замокты шведтар, Төньяҡ һуғышында 1705 йылда урыҫтар баҫып ала. 1705 йылдың замоктың нығытмалары емерелә, һәм шунан алып унда береһе лә йәшәмәй. Замоктың емереклектәре һаҡланып ҡалған, ә һуңғы йылдарҙа ул тергеҙелгән.

1855 йылда Баускала 6532 кеше иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта ҡалала православие сиркәүе, лютеран сиркәү, ике синагога булған. Шулай уҡ 1 күн, 2 кирбес һәм 1 һыра ҡайнатыу заводы булған. Йыл һайын үтә торған йәрминкәләр 12 октябрҙән 17 октябргә тиклем үткән.

Совет һәм совет осоронан һуңғы ваҡытта (2009 йылдың 1 июленә тиклем) ҡала Бауска районының административ үҙәге була.

Иҡтисады, сәнәғәте

үҙгәртергә
  • Емеш-еләк консерваһы һәм «Сауле» туҡыу комбинаты филиалы.
  • «Bauskas аlus»[4]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • XV—XVI быуаттарҙағы Бауска замогы
  • Бауска тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейы
  • Шағир Вилис Плудонистың мемориаль йорт-музейы
  • Машина күргәҙмәләре музейы
  • Ауыл хужалығы машиналары һәм крәҫтиән ярҙамсы хужалығы музейы
  • Халыҡ театры
  • Православие сиркәүе

Баусканан алыҫ түгел урында герцог Бирондың Рундаль һарайы урынлашҡан, улархитектор Растрелли тарафынан (17361740) төҙөлгән.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Бауск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Топографик картаһы

үҙгәртергә
  • Карта бите O-35-XXXI Биржай. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.