Хашури

Грузиялағы ҡала

Хашури (груз. ხაშური) — үҙәк Грузия ҡалаһы, Шида-Картли крайының Хашури муниципалитеты үҙәге.

Ҡала
Хашури
груз. ხაშური
Ҡала күренеше
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Грузия

Мхаре

Шида-Картли

Муниципалитет

Хашури муниципалитеты

Координаталар

41°59′51″ с. ш. 43°35′55″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Михайлово, Сталиниси

Ҡала с

Ҡала

Халҡы

26 135[1] кеше (2014)

Милли состав

грузиндар 98,1 %
әрмәндәр 0,9 %[2]

Конфессиональ составы

православтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

995 368

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Хашури (Грузия)
Хашури
Хашури

Халҡы — 28 560 (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу), 26 135 кеше (2014 йылғы халыҡ иҫәбен алыу).

Тимер (Тбилиси, Самтредиа, Вале линиялары) һәм автомобиль юлдары узелы.

Ҡала үҫеше Тбилиси— Поти тимер юлы төҙөлөшө менән бәйле. 1872 йылдан 1872 йылға тиклем биләмә Михайлово атамаһы менән йөрөй, һуңынан Хашури исемен ала, 1931 йылда Сталиниси тип атала, аҙаҡ ҡабаттан элекке исеменә ҡайта. 1921 йылдан ҡала статусына эйә.

1921 йылдың мартында, Грузияны советлаштырыу ваҡытында, Хашуриҙа (Михайлово) ҡаты һуғыштар бара. 4 мартта Ҡыҙыл Армия авангарды (3-4 мең кеше) Михайловоға яҡынлаша, ә 5 мартта грузин армияһы позицияларына һөжүм ойошторола. Һөжүм кире ҡағыла, ә кисен Михайловоны һаҡлаусылар 3 бронепоезд ярҙамында контратака үткәрә. Улар өс пехота бригадаһы һәм кавалерия полкының һөжүмен кире ҡағыуҡа өлгәшә. Был ҡыйратыу совет командованиеһын Тбилиси менән тыныс һөйләшеүҙәр алып барырға саҡ мәжбүр итмәй. Әммә 6 мартҡа ҡараған төндә генерал Кониашлвили билдәһеҙ сәбәптәр менән позицияларҙы ҡалдырып, көнбайышҡа сигенә. Баш Командующий Квинитадзе сигенергә мәжбүр була. 6 мартта Ҡыҙыл Армияның көсәйтелгән төркөмө Михайловоны, һуңынан Сурам туннелен ала. Шулай итеп, грузин армияһына Сурам һырты линияһында Ҡыҙыл Армия һөжүмен тотоп тороу мөмкин булмай[3].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Тимер юл транспорты предприятиелары. Туҡыма-галантерея фабрикаһы, быяла һауыттар, механика, консерва заводтары, ит-һөт комбинаты. 1956 йылдан 4 шифахана эшләй[4].

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, эшсе драма театры.

Хашури районында, Сурамиҙа, Леся Украинканың 1956 йылда нигеҙ һалынған музейы бар.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

2000 йылда ҡалала ул ваҡытта бик аҙ урында булған Сталин һәйкәле тергеҙелә[5]. Ул 2008 йылда алып ташлана[6].

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014. საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). Дата обращения: 27 ივლისი 2016.
  2. Ethnic composition of Georgia 2014
  3. Soviet-Georgian War and Sovietization of Georgia, II—III. 1921.
  4. Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 46. Фусе — Цуруга. 1957. 672 стр., илл. и карты; 48 л.
  5. Грузии нужен Сталин // www.kommersant.ru
  6. КПРФ — г.(недоступная ссылка)