Батырғәлиев Талантбәк Абдулла улы
Батырғәлиев Талантбәк Абдулла улы (тыу. 1960 йылдың 9 февралендә, Ҡыҙыл-Сенгир ауылы, Ош өлкәһе[1])[2][3] — Ҡырғыҙ Республикаһының йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Ҡырғыҙ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, кардиохирург, медицина фәндәре докторы, профессор, Америка кардиологтар коллегияһының ғәмәлдәге мөхбир-ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы РАЕ-һының мөхбир-ағзаһы, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, кардиология хеҙмәтен континент-ара ойоштороусыһы[2][3].
Батырғәлиев Талантбәк Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 9 февраль 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Сузакский район[d], Ош өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | хирург |
Эшмәкәрлек төрө | кардиохирургия[d] |
Уҡыу йорто | Кыргызская государственная медицинская академия имени И. К. Ахунбаева[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1984 йылда Ҡырғыҙстан медицина институтының дауалау факультетын отличие менән тамамлай, 1986 йылда СССР-ҙың Медицина Фәндәре академияһының Бөтә Союз кардиология ғилми үҙәгендә (Мәскәү, директоры — СССР-ҙың Медицина Фәндәре академияһы академигы Чазов Е. И.) маҡсатлы ординатураны, һуңынан — «кардиология» буйынса маҡсатлы аспирантураны тамамлай[2].
1989—1993 йылдарҙа Ҡырғыҙ Республикаһының Кардиология ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (кесе, өлкән, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр). 1993 йылда Төрөк Республикаһының Дәүләт Фән комитеты (TUBITAK) саҡырыуы буйынса Чукуров университетында кардиология кафедраһы профессоры булып эшләй, бер үк ваҡытта ғилми эшен уҡытыу эше менән бергә алып бара. Ҡырғыҙ Республикаһы Президентының медицина буйынса кәңәшсеһе була; 1994—1997 йылдарҙа бер үк ваҡытта Оrtadoğu Hospital-дә (Адана) кардиология бүлеге мөдире вазифаһын да башҡара. 1997 йылдан алып медицина үҙәгенә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе булып тора. Европала һәм Яҡын Көнсығышта иң ҙур фәнни-ғәмәли һәм методика үҙәге булған Сәнә Конукоглы исемендәге Медицина үҙәген (Газиантеп)[4] ойошторусы һәм уның етәксеһе була. Был үҙәктә 15 меңдән ашыу инвазив ысул ҡулланып дауалау үткәрелә һәм 4 мең йөрәккә асыҡ операция эшләнә[2].
2014 йылдың 6 ноябренән — Ҡырғыҙ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры[2][5]. Йөрәк хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтының филиалы ойошторола һәм был кардиологический Джалал-Абад (Ҡырғыҙстан)[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1988 йылда"кардиология" һәм «нур диагностикаһы һәм нур терапияһы» (етәкселәре — профессорҙар А. П. Савченко һәм А. С. Сметнев) йүнәлештәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1999 йылдан — медицина фәндәре докторы (консультанты — академик Ю. Н. Беленков, Мәскәү)[2].
«Европа дөйөм медицина», «Интервенцион кардиология», «Халыҡ-ара кардиология», Төркиәнең «Инвазив кардиология» һәм «Кардиология», «Кардиология», «Терапия архивы», «Патогенез һәм кардиоваскуляр терапия һәм уны профилактикалау» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы[2][6]. Америка кардиологтары коллегияһы баҫып сығарған «Кардиологияла ҡулланманың» урыҫ вариантының баш мөхәррире.
Америка ангиология колледжы (1994), Йөрәк ангиографияһы (FSCAI, 1994), Америка кардиологтары коллегияһы (2000), Европа кардиологтар йәмғиәте (FESC, 2001), Йөрәк-ҡан тамырҙары транскатетер терапияһы академияһының (Нью-Йорк, 2004), Рәсәй Федерацияһының медик-техник фәндәре академияһының (Мәскәү 2008,) ғәмәлдәге ағзаһы; Халыҡ-ара ангиология колледжы (FICA, 1995), Рәсәй тәбиғәт белеме академияһыныэ (РФ РАЕ, 2011) мөхбир-ағзаһы[2].
400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография авторы[2]. Ҡырғыҙстандың хеҙмәттәрендәге фекерҙәрҙе цитаталарға иң күп алынған ғалимдарының береһе[7].
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергәХеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1977—1978 — Сузак районының Карл Маркс исемендәге колхозы эшсеһе;
- 1989—1990 — Кардиология ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре ;
- 1990—1993 — Кардиология ғилми-тикшеренеү институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре;
- 1993—1997 — Адандың Чукур университетында кардиология кафедраһы профессоры, Төркиә;
- 1994—1997 — Orta-Doguг исемендәге хәстәханала медицина инвестициялары буйынса кәңәшсе, Адан;
- 1997—2007 — Газиантепта (Төркиә) Sant Konukoglu исемендәге Медицина үҙәге Департаментының социаль инвестициялар бүлеге етәксеһенең кәңәшсеһе;
- 2007—2014 — рус вариантын баш мөхәррире, медфакультет координаторы, Америка кардиологтар коллегиһының профессор-кардиологы;
- 2014—2018 — Ҡырҙыҙ Республикаһының ?аулаҡ һаҡлау министры.
Наградалары
үҙгәртергә- Еuropean Сardiologist дипломы (2002, European Board for the Speciality of Cardiology)
- Universal Award of Accomplishment премияһы (2004, USA ABI)
- Рәсәй Медицина Фәндәре академияһының А. Д. Сперанский исемендәге Алтын миҙалы һәм дипломы (2006, Мәскәү)
- Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)
- Н. И. Пирогов исемендәге орден (2008, Мәскәү)
- «Һөнәре — Ғүмер» (2008) Халыҡ-ара премияһы[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ныне — в составе Джалал-Абадской области.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 ЦентрАзия
- ↑ 3,0 3,1 ИА АКИpress
- ↑ Осоров З. Непрерывному обновлению альтернативы нет // МСН online : общественно-политическая газета. — 2009.
- ↑ Министром здравоохранения КР назначен Талантбек Батыралиев . КНИА «Кабар» (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 18 ноябрь 2016. Архивировано 18 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Редакционная коллегия . Кардиология. Дата обращения: 18 ноябрь 2016. Архивировано 18 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Talantbek Batyraliev — Google Scholar Citations
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "нз" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Батыралиев Талантбек Абдуллаевич . ЦентрАзия. Дата обращения: 18 ноябрь 2016. 2016 йыл 5 октябрь архивланған.
- Батыралиев Талантбек Абдуллаевич . Кто есть Кто. Информационное агентство АКИpress. Дата обращения: 18 ноябрь 2016.