Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы
Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы (төр. Türkiye Bilimsel ve Teknolojik Araştırma Kurumu, TÜBİTAK) — Төркиәнең милли кимәлдәге ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре үткәреү өсөн яуаплы ойошмаһы. TÜBİTAK-тың штаб-фатиры Анкарала урынлашҡан. Совет Төркиәнең эре университеттары һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй.
Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1963 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | TÜBİTAK һәм TÜBİTAK |
Дәүләт |
![]() |
Ойошма ағзаһы | Комитет по космическим исследованиям (КОСПАР)[d][1] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Feza Gürsey Institute[d], Исследовательский институт космических технологий TÜBİTAK[d] һәм TUBITAK Research Institute for Fundamental Sciences[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Анкара, Төркиә |
Диапазон IPv6 | 2001:a98:20::/48[2] |
Рәсми сайт | tubitak.gov.tr |
Фолловерҙар һаны | 757 027 һәм 31 000 ± 99 |
![]() |
Советты ойоштороу үҙгәртергә
1960 йылда Төркиә президенты Джәмал Гүрсел Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн ғилми совет йыя (Төркиә Республикаһының яңы конституцияһын төҙөүҙә ярҙам иткән икенсе бер ғилми юридик совет менән бергә), һуңынаныраҡ президент уның нигеҙендә Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советын ойоштора, Советҡа киңерәк мәсьәләләр даирәһе менән шөғөлләнеү һәм пландар төҙөгәндә, сәйәсәт үткәргәндә хөкүмәткә консультациялар биреү бурысы йөкмәтелә.
1963 йылдың 24 июлендә «278» документы (билль) ҡабул ителә, унда, илде үҫтереүҙең биш йыллыҡ планына ярашлы, Совет ойошторола һәм уның бурыстары билдәләнә. Советты ойоштороу мәсьәләләре менән президент Гүрсел тәғәйенләгән төрөк ғалимы Жаһит Арф һәм башҡа ғалимдар шөғөлләнә, төркөмгә профессор Эрдал Инөнү ҙә инә[3]. 1963 йылдың 26 декабрендә Жаһит Арф Советтың беренсе рәйесе ителә.
Советтың проекттары үҙгәртергә
«Төркиәнең мәғлүмәти инфраструктураһын үҫтереү буйынса генераль план» Советтың иң күләмле проекттарының береһе була[4].
Совет «Turkish Journal of Medical Sciences» нәшер итә (2016 йылдан электрон вариантта, 2014 йылдан PubMed-ҡа инә).
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ https://cosparhq.cnes.fr/about/members/national-scientific-institutions/
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:a98:20::/48&type=inet6num
- ↑ Эрдал Инёню, "Cahit Arf’tan Anılar 2008 йыл 19 сентябрь архивланған., " TÜBİTAK Online Ҡалып:Tr icon
- ↑ Турция на сайте «Новая экономика» . Архивировано 20 апрель 2012 года.
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Официальный сайт Совета
- Совет на сайте ERAWATCH(недоступная ссылка)