Басеги (ҡурсаулыҡ)

«Басеги» ҡурсаулығы (рус. запове́дник Басе́ги) — Рәсәйҙең Пермь крайындағы дәүләт ҡурсаулығы.

«Басеги» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны37 935 
Нигеҙләнгән ваҡыты1 октябрь 1982 йыл 
Урынлашыуы
58°05′00″ с. ш. 58°03′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыПермь крайы

basegi.ru
Рәсәй
Точка
«Басеги» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Басеги Викимилектә

1982 йылдың 1 октябрендә (РСФСР Министрҙар Советының No 531 ҡарары менән) Басеги һырты итәгендә урынлашҡан Урта Урал шыршы-аҡ шыршы урмандарының ҙур массивын һаҡлап ҡалыу маҡсатында нигеҙ һалына. Ойошторолған мәлдә ҡурсаулыҡ майҙаны 19,3 мең гектар тәшкил итә; уның территорияһына Басеги һыртын һәм уның эргәһендәге урманды барлыҡҡа килтергән өс тау түбәһе инә.

1993 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Министрҙар Советының 1993 йылдың 15 февралендәге 244-р һанлы бойороғо нигеҙендә элекке һаҡ зонаһы иҫәбенә киңәйтелә. Ул ҡырҡылмаған төп урмандарҙан, бер өлөшө сағыштырмаса йәш ағастарҙан тора[1]. Территорияның киңәйеүе һөҙөмтәһендә ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 37 935 га, ҡурсаулыҡ сиктәре буйлап һаҡлау зонаһы 21 345 га тәшкил итә (Пермь өлкәһе башҡарма комитетының 1983 йылдың 02 февралендәге 29-сы ҡарары; Пермь өлкәһе хакимиәтенең 18.11.93 557-р-бойороғо).

Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында. Хакимиәте Гремячинск ҡалаһында урынлашҡан, уның адресы: Гремячинск ҡалаһы, Ленин урамы, 100-сө йорт.

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ Басеги дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Пермь крайының Гремячинский ҡала округы һәм Горнозаводский муниципаль районы территорияһында, Чусовая йылғаһының ҡушылдыҡтары — Усва һәм Вильва йылғалары һыу айырғысында урынлашҡан. Территорияһына Басеги тау һырты һәм уның эргәһендәге тау алды участкалары инә[2].

Климаты үҙгәртергә

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 730 мм, 450 мм-ҙан алып 1100 мм-ға тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −1,0-ҙән −1,4 °C тиклем. Йәйҙең максималь температураһы +40,0 °C, ҡышын −48 °C тиклем етеүе мөмкин. Һалҡын ҡыш һәм йәй, көндәлек температураның ҡырҡа тирбәлеүе был урын климатының үҙенсәлеге булып тора[3].

Флора һәм фаунаһы үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ фаунаһына 520-нән ашыу төр хайуан, шул иҫәптән 45-тән ашыу һирәк осрай торған төр инә. Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 51 төрө, ҡоштарҙың 150-нән ашыу төрө, һөйрәлеүселәрҙең 2 төрө, 17 төр балыҡ һәм 3 төр ер-һыу хайуаны йәшәй.

Флораһы тайга зонаһы өсөн типик, әммә Басегиҙа донъяла башҡа бер ерҙә лә осрамаған 17 төр үҫемлек осрай. 14 боҙлоҡҡа тиклем дәүер реликты, 5 боҙлоҡтан һуңғы дәүер реликты үҫә. 3 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына (һуғанбашлы калипсо, подольск шиверекияһы, үпкә лобарийы), 24 төрө Урта Уралдың Ҡыҙыл китабына индерелгән[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Тодор Христов. География туризма. Учебник для вузов. — Litres, 2022-04-02. — 302 с. — ISBN 978-5-04-288194-7.
  2. Денис Фокин. Приволжье. Большая книга по краеведению. — Litres, 2022-02-02. — 241 с. — ISBN 978-5-457-41131-9.
  3. Климат и гидрография. www.basegi.ru. Дата обращения: 16 апрель 2022. Архивировано 26 декабрь 2021 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә