Бареләүиҙәр
Бареләүиҙәр (урду بَریلوِی) — мосолман-сөнниҙәрҙә яңырыу[1] хәрәкәте, Көньяҡ Азия илдәрендә таралған хәнәфи мәҙһәб тарафдарҙары.
Бареләүиҙәр | |
Кем хөрмәтенә аталған | Барели |
---|---|
Нигеҙләүсе | Ахмед Раза Хан Барелви[d], Шах Абдул-Азиз[d], Fazl-e-Haq Khairabadi[d] һәм Хасан Раза Хан[d] |
Атамаһы
үҙгәртергәБареләүи хәрәкәте үҙенең нигеҙләүсеһе Барели ҡалаһынан Әхмәт Рүҙә Хан Бареләүи хөрмәтенә аталған — (1856—1921)[2] (хәҙерге заманда Һиндостандың төньяҡ-көнбайышы).
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБареләүиҙәр халыҡ культтарын һәм суфый йолаларын тота[3], был хәрәкәт диүбәндилек тарафдарҙарының ризаһыҙлығын тыуҙыра. Диүбәндиҙәр бареләүиҙәрҙең әүлиә-изгеләрҙең аралашсылығына ышаныуын һәм изге урындарға фатиха — бәрәкәт эҙләп хаж ҡылыуын өнәмәй. Британия социологы Джон Рекс (1925—2011) фекеренсә, Бареләүиҙәр фундаменталист түгел һәм һәр ваҡыт сағыштырмаса сәйәси булмаған, үҙ ҡараштарын асыҡтан-асыҡ белдерергә ынтылмаған[2].
Ҡаршылыҡтар
үҙгәртергәМөхәммәт Зыя-үл-Хаҡ идара итеү осоронда 1977—1988) һәм Пакистанда "юғарынан исламлаштырыу барғанда бареләүиҙәр диүбәнди ғөләмәләре тарафынан ҡыҫырыҡлана[4]. Пакистан бареләүиҙәре, диүбәндиҙәре һәм шиғыйҙар араһында ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә 1980—1990 йылдарҙа илдә был ағымдарҙың хәрби төркөмдәре араһында һуғыш башлана[5][6].
Пакистанда бареләүиҙәрҙең төп сәйәси ойошмаһы булып «Жәмғиәт-е ғөләмә-и Пакистан» партияһы тора[5] (Пакистан ғөләмәләре йәмғиәте).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Россия и мусульманский мир. — РАН, 2001. — С. 101.
- ↑ 2,0 2,1 Ислам в Европе и в России / Сост. и отв. ред. Деминцева, Е. Б.. — М: Изд. дом Марджани, 2009. — С. 15—16. — 240 с. — (Ислам и современность). — ISBN 9785903715114.
- ↑ Ближний Восток и современность. — Институт изучения Израиля и Ближнего Востока, 2002. — С. 33.
- ↑ Коргун, В. Г. Афганистан в начале XXI века: сборник статей. — Институт изучения Израиля и Ближнего Востока, 2004. — С. 104. — 207 с. — ISBN 9785893941326.
- ↑ 5,0 5,1 Воскресенский, А. Д. Восток и политика: политические системы, политические культуры, политические процессы. — Аспект Пресс, 2011. — С. 392—393. — 684 с.
- ↑ Мировая экономика и международные отношения. — Правда. — 2008. — С. 81.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.